Новости

Эксперты рассказали о новинке на речном круизном рынке России

11 марта 2020

Россияне отказываются от путешествий за рубеж из-за распространения коронавируса и больше бронируют туры по России. Об этом сообщает портал «Интерфакс-Туризм» со ссылкой на представителей турбизнеса.

Опрошенные эксперты заверяют, что на внутренних направлениях продажи по раннему бронированию превышают плановые значения: Сочи — плюс 25% к прошлому году, Крым — плюс 52%.

Обратить внимание на внутрироссийские путешествия рекомендует и Ростуризм. В ведомстве заверили, что никак не ограничивают россиян в передвижениях по родной стране.

«На сегодняшний день каких-либо ограничений на путешествия по России как для организованных, так и самостоятельных туристов нет. В Ростуризме призывают не отказываться от отдыха в стране», — сообщает ТАСС со ссылкой на заявление Ростуризма.

Речные круизы по России — один из видов отдыха, спрос на которые превышает показатели прошлого года.

«На сегодняшний день мы наблюдаем рост числа бронирований на 5% по сравнению с прошлым годом. Повышенный интерес связан не только с выводом новых продуктов, но и с растущей популярностью речных круизов в России», — заявил «Известиям» директор по маркетингу и электронной коммерции компании «ВодоходЪ» Илья Суховольский.

В этом году на речном рынке в России произойдет действительно значимое событие: в первый рейс отправится новейший российский теплоход «Мустай Карим». Это первое построенное в РФ речное судно за последние 60 лет: с 1950-х годов все морские и речные крупные пассажирские суда, эксплуатировавшиеся в СССР и России, заказывались за рубежом.

Четырехпалубный лайнер спроектирован по типу «плавучей гостиницы». «Лайнер будет работать на популярных маршрутах Москва – Санкт-Петербург и Санкт-Петербург – Москва с заходом в Плес, а также осуществлять рейсы различной продолжительности из Казани и Нижнего Новгорода. Навигация теплохода «Мустай Карим» начнется в мае 2020 года», — сказал Илья Суховольский.

Открытие речной круизной навигации в России состоится 27 апреля.

Согласно данным Ассоциации туроператоров России (АТОР), внутри страны совершается за год более 50 млн туристических поездок. В одном только Крыму по итогам 2019 года отдохнуло более 6 млн туристов, что сравнимо с годовым потоком в Турцию, а в Краснодарском крае — порядка 16 млн человек, что больше, чем выезд за год по 15 ведущим массовым зарубежным направлениям. Лидерами по году среди массовых пляжных направлений внутреннего туризма остаются Краснодарский край (внутри него первое место по спросу занимает Большой Сочи) и Крым, где первенство по спросу отдается Южному Берегу.

Источник: "Известия"

_____

Рәсәйлеләр сит ил сәйәхәттәренән баш тарта, сөнки коронавирус һаман көсәйә һәм күберәген Рәсәй буйынса турҙарға бронь яһай. Бының тураһында турбизнес вәкилдәренә һылтанып «Интерфакс-Туризм» хәбәр итә.

Һорауҙарға яуап биргән эксперттар эске йүнәлештәргә алдан эшләнгән бронь буйынса һатыуҙар планлаштырылған күрһәтмәләрҙән артып китә, тиҙәр: Сочиға былтырғыға ҡарағанда 25%-ҡа артҡан, Ҡырымға 52% өҫтәлгән.

Ростуризм да Рәсәй эсендәге сәйәхәттәргә иғтибар бүлергә тәҡдим итә. Ведомство белдереүенсә, рәсәйлеләр өсөн туған илен гиҙеү буйынса бер ниндәй ҙә сикләү юҡ, ти.

 «Бөгөнгө көндә Рәсәй буйынса сәйәхәт ҡылыуға ойошторолған туристтар өсөн дә, үҙ аллылар өсөн дә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Ростуризм ил буйынса ял итеүҙән баш тартмаҫҡа саҡыра», —  тип  Ростуризмдың белдереүенә һылтанма яһап,  ТАСС хәбәр итә.

Рәсәй буйынса йылға круиздары – ял итеүҙең бер төрө, уларҙың күрһәтмәһе былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ.

 «Бөгөнгө көндә беҙ былтырғыға ҡарағанда ихтыяждың 5%-ҡа артҡанын күҙәтәбеҙ. Бындай кимәлдәге ҡыҙыҡһыныу яңы продукттар индереүҙән генә түгел, ә Рәсәй буйлап йылға круиздарының популярлығы артыуы менән бәйле», — тине «Известия» гәзитенә «ВодоходЪ» компанияһының маркетинг һәм электрон коммерцияһы буйынса директор Илья Суховольский.

Быйыл Рәсәйҙең йылға баҙарында ысынлап та бик мөһим ваҡиға булды: Рәсәйҙәге өр-яңы «Мостай Кәрим» теплоходы үҙенең тәүге рейсына  сығасаҡ. Был Рәсәй Федерацияһында һуңғы 60 йыл эсендә иң тәүге төҙөлгән судно: 1950 йылдарҙан алып СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә эксплуатацияланған диңгеҙ һәм йылға өсөн тәғәйен барлыҡ ҙур пассажир ҡараптары сит илдәргә заказ буйынса төҙөлгән.

 

Дүрт палубалы лайнер «йөҙөп йөрөүсе ҡунаҡхана» булараҡ проектланған. «Лайнер Плёс ҡалаһында туҡталып,  Мәскәү – Санкт-Петербург һәм  Санкт-Петербург – Мәскәү популяр маршруттары буйынса йөрөйәсәк, шулай уҡ Ҡазандан Һәм Түбәнге Новгородтан төрлө ваҡытҡа иҫәпләнгән рейстарҙы атҡарасаҡ. «Мостай Кәрим» теплоходының навигацияһы 2020 йылдың майында башланасаҡ», — тине Илья Суховольский.

Рәсәйҙә йылға круиз навигацияһының асылыу көнө 27 апрелгә билдәләнгән.

Рәсәй туроператорҙарының Ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса ил буйлап бер йыл эсендә 50 млн сәйәхәт яһала. Ҡырымда ғына 2019 йылдың һөҙөмтәләре буйынса 6 млн турист ял иткән, ә быны Төркиәгә бер йыллыҡ туристик ағым менән сағыштырып була, ә Краснодар өлкәһендә - 16 млн кешегә яҡын, ә был  иң яҡшы 15 сит ил йүнәлештәренең бер йыллыҡ ағымына ҡарағанда күберәк.

Йыллыҡ һөҙөмтәләр буйынса күп кешелек пляж йүнәлештәре араһында лидерлыҡты Краснодар өлкәһе (уның араһында ихтыяж буйынса беренсе урынды Оло Сочи биләй) һәм Ҡырым, унда иһә Көнъяҡ Яр беренселекте тотоп килә.