О фонде

Фонд имени Мустая Карима основан в 2013 году семьей Народного поэта Республики Башкортостан. Основной задачей Фонда является поддержка башкирского языка и литературы.

«Наша задача – просветительская», – подчеркивает учредитель Фонда Тимербулат Каримов, внук писателя. Усилия Фонда сосредоточены на ознакомлении с творчеством Мустая Карима и его современников – Расула Гамзатова, Чингиза Айтматова, Кайсына Кулиева и других.

Фонд поддерживает изучение башкирского языка в школах, а также академические программы по изучению и исследованию башкирского языка и литературы, а также краеведению и истории Башкирии в вузах.

В 2015 году Фонд имени Мустая Карима учредил гранты для учащихся факультета башкирского языка и журналистики Башкирского государственного университета. Гранты выделяются ежегодно лучшим студентам: как изучающим творчество Мустая Карима, так и достигшим успехов в исследованиях башкирского языка, талантливым журналистам.

В 2019 году Россия отметила 100-летний юбилей со дня рождения Мустая Карима.

В рамках юбилейных торжеств под эгидой Фонда в Уфе, Москве, Санкт-Петербурге, Казани, Алматы и многих других городах Российской Федерации, а также в ряде зарубежных стран состоялось множество культурных событий, посвященных увековечению памяти Мустая Карима.

Мостай Кәрим исемендәге Фонд 2013 йылда Башҡортостандың халыҡ шағирының ғаиләһе тарафынан ойошторолдо. Фондтың төп бурысы – башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә булышлыҡ итеү.

"Беҙҙең бурыс – мәғрифәтселек”, - тип билдәләй Фонд учредителе, әҙиптең ейәне Тимербулат Кәримов. Фондтың эшмәкәрлеге Мостай Кәримдең һәм уның замандаштары – Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡаларҙың ижады менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Фонд мәктәптәрҙә башҡорт теле өйрәнеүҙе, шулай уҡ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, крайҙы һәм тарихты өйрәнеү буйынса академик программалар булдырыуға булышлыҡ итә.

2015 йылда Мостай Кәрим исемендәге Фонд Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм журналистика факультетында белем алыусылар өсөн гранттар булдырҙы. Гранттар йыл һайын иң яҡшы студенттарға – Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүселәр менән бер рәттән башҡорт телен өйрәнеүҙә уңыш ҡаҙаныусыларға, һәләтле журналистарға тапшырыла.

2019 йылда Рәсәй Мостай Кәримдең 100-йыллыҡ юбилейын билдәләне. Юбилей тантаналары сиктәрендә Фонд эгидаһы аҫтында Өфөлә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургат, Ҡазанда, Алматыла, Рәсәй Федерацияһының башҡа ҡалаларында, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәрҙә Мостай Кәрим исемен мәңгеләштереүгә арналған байтаҡ мәҙәни саралар уҙҙы.

Учредители

Альфия Каримова
Директор
Ильгиз Каримов
Учредитель
Тимербулат Каримов
Учредитель
Statue