Новости

Спуск на воду лайнера «Мустай Карим» и прокат фильма «Сестрёнка» вошли в число самых ярких событий года в ПФО

30 декабря 2019
E2c8b8fae570a98c8f43dc3248c2d592

Уходящий 2019 год был насыщен множеством событий. В регионах Приволжского федерального округа открывались новые предприятия и производства, медицинские и научные центры, проводились международные соревнования и яркие культурные мероприятия.

«Сестренка» покоряет сердца российских зрителей
В последние дни августа в Уфе на закрытии IV Международного кинофестиваля «Серебряный Акбузат» представили фильм «Сестренка», снятый режиссером Александром Галибиным по повести знаменитого башкирского поэта и писателя Мустая Карима «Радость нашего дома». Всероссийская премьера фильма состоялась в сентябре, накануне столетнего юбилея писателя. «Сестренка» – это повесть об осиротевшей украинской девочке Оксане, которая во время Великой Отечественной войны обретает новую семью в башкирской деревне. Съемки проходили в селе Новохасаново Белорецкого района Республики Башкортостан. Специально для этого здесь были построены точные копии домов 40-х годов. «Сестренку» можно смотреть на башкирском, украинском и русском языках.

Возрождение пассажирского судостроения
С именем знаменитого башкирского писателя связанно еще одно важное событие уходящего года. В сентябре в Нижнем Новгороде спустили на воду новый круизный теплоход «Мустай Карим». Судов такого класса в России не строили 60 лет. Этот теплоход – настоящая пятизвездочная гостиница на воде, способная вместить более 300 пассажиров. На борту – обзорные салоны, рестораны, бары, спа, тренажерный зал, парикмахерская, открытая прогулочная зона.

Источник: Официальный сайт полномочного представителя Президента Российской Федерации в Приволжском федеральном округе

_____

Үтеп барған 2019 йыл ваҡиғаларға ифрат бай булды. Волга буйы федераль округының региондарында яңы предприятиелар һәм производстволар, медицина һәм фән үҙәктәре асылды, халыҡ-ара ярыштар һәм сағыу мәҙәни саралар үткәрелде.

«Һеңлекәш» Рәсәй тамашасыларының йөрәктәрен яулай
Августтың һуңғы көндәрендә Өфөлә үткән «Көмөш Аҡбузат» IV Халыҡ-ара кинофестиваленең ябылыу тантанаһында Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса Александр Галибин төшөргән «Һеңлекәш» фильмының анонсы күрһәтелде. Әҙиптең йөҙ йыллыҡ юбилей тантанаһы алдынан, сентябрь айында, фильмдың Бөтә Рәсәй премьераһы үтте.  «Һеңлекәш»  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында етем ҡалған, әммә башҡорт ауылында үҙенә яңы ғаилә тапҡан украин ҡыҙы Оксана тураһында бәйән итә. Уны Башҡортостан Республикаһының Белорет районында урынлашҡан Яңы Хәсән ауылында төшөрҙөләр. Был съемкалар өсөн махсус рәүештә 40-сы йылдарҙағы йорттарҙың тулы күсермәләре төҙөлдө. «Һеңлекәш» фильмы башҡорт, украин һәм рус телдәрендә яңғырай.

Пассажир судно төҙөү тармағының тергеҙелеүе
Данлыҡлы башҡорт әҙибе исеме менән үтеп барған йылдың тағы бер мөһим ваҡиғаһы бәйле. Түбәнге Новгородта сентябрь айында «Мостай Кәрим» яңы круиз теплоходы һыуға төшөрөлдө. Бындай класс суднолары Рәсәйҙә бына инде 60 йыл төҙөлгәне булманы. Был теплоход – 300 пассажир һыйҙырышлы ысын мәғәнәһендә биш йондоҙло ҡунаҡхана. Уның бортында – байҡау салондары, ресторандар, барҙар, спа, тренажер залдары, бөҙрәхана, асыҡ һауала ял итеү зонаһы.