Новости

В Уфе подвели итоги интернет-конкурса «Как пело его сердце...» к 100-летию Мустая Карима

8 февраля 2019

В Уфе подвели итоги интернет-конкурса чтецов «Как пело его сердце...». Он прошел в рамках городского конкурса «Мудрость Мустая», посвященного 100-летию народного поэта Башкортостана.

На итоговое мероприятие, которое прошло в башкирском детском саду № 40 Уфы, были приглашены представители городских детских садов. Почетным гостем стала дочь поэта, директор Фонда имени Мустая Карима Альфия Каримова.

Сценарий литературно-музыкального праздника охватил все основные этапы жизни Мустая Карима. Ведущие Айзира Алтынбаева и Лилия Рахимова на фоне фотографий поэта рассказывали о его жизни, творчество было представлено выступлениями других участниками и победителями интернет-конкурса. Они рассказывали о детстве, первом учителе, Великой Отечественной войне, становлении писателя. Прозвучала песня «Мой учитель» на стихи Мустая Карима, исполнялись стихи, был показан отрывок из повести «Долгое-долгое детство», была исполнена одна из самых популярных башкирских песен из спектакля «И судьба — не судьба». Отрывок и песни мастерски исполнили Зинфира Бикбердина, Лейсян Фазлиахметова, Айсылу Загитова и Гульназ Хисматуллина. Самыми яркими были выступления детей Юлии Петровой, Дарьи Васильевой, Аяза Хасанова, Адели Сафиной.

Мероприятие также включало в себя мастер-класс «Учимся учить наизусть стихи при помощи мнемотаблиц» на примере детских стихов Мустая Карима, который провела воспитательница Альфия Тукаева.

Директор Фонда имени Мустая Карима Альфия Мустаевна поблагодарила заведующую детского сада Наилю Валиеву за ее творческий подход, вовлечение всего коллектива, за талантливых детей, и вручила победителям и организаторам конкурса именные дипломы. Вместе с дипломами дети получили книгу Мустая Карима «Радость нашего дома».

_____

Өфөлә «Йөрәгемдән сыҡҡан йырҙарым» шиғыр уҡыусылар араһындағы интернет-конкурсҡа йомғаҡтар яһалды. Конкурс Башҡортостан халыҡ шағирының 100 йыллығына бағышланған «Мостай аҡылы» ҡала конкурсы сиктәрендә үтте.

Йомғаҡлау сараһы Өфө ҡалаһының 40-cы балалар баҡсаһында үткәрелде, уға ҡаланың башҡа балалар баҡсалары вәкилдәре лә саҡырылды. Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова почетлы ҡунаҡ булды.

Әҙәби-музыкаль байрамдың сценарийында Мостай Кәримдең тормошоноң төп этаптарына байҡау яһалды. Алып барыусылар Айзирә Алтынбаева һәм Лилиә Рәхимова шағирҙың фотографиялары фонында уның тормошо хаҡында бәйән итте, ә ижады иһә интернет-конкурс ҡатнашыусыларының һәм еңеүселәренең сығыштары аша күрһәтелде. Әҙиптең баласағы, беренсе уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы, яҙыусы булып китеүе хаҡында һөйләнеләр. Мостай Кәрим шиғырына “Уҡытыусым” йыры, шиғырҙар, “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесынан өҙөк башҡарылды, өҙөк барышында “Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ” спектакленән башҡорттар араһында иң популяр йырҙарының береһе лә яңғыраны. Йырҙарҙы һәм өҙөктө Зинфира Бкибирҙина, Ләйсән Фазлыәхмәтова, Айһылыу Заһитова һәм Гөлназ Хисмәтуллина башҡарҙы. Кескәйҙәр Юлиә Петрова, Дарья Васильева, Аяз Хәсәнов һәм Әҙилә Сафина сығыштары байрамға биҙәк өҫтәне.

Сара сиктәрендә үткән Мостай Кәрим шиғырҙары миҫалында “Мнемотаблицалар ярҙамында шиғырҙарҙы яттан һөйләргә өйрәнәбеҙ” тигән мастер-класта тәрбиәсе Әлфиә Туҡаева тәжрибәһе менән бүлеште.

Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Кәримова балалар баҡсаһы етәксеһе Наилә Вәлиеваға ижади башланғысы, бар коллективты туплай алыуы, һәләтле балалар өсөн рәхмәтен белдерҙе, еңеүселәргә һәм ойоштороусыларға исемле дипломдар тапшырҙы. Диплом менән бергә балалар Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” китабы менән дә бүләкләнде.

Источник: Башинформ