Новости

В Уфе стартовал фестиваль «Мудрость Мустая»
31.01.2019

В Городском дворце культуры состоялась церемония открытия фестиваля «Мудрость Мустая», посвященного 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

В фойе были организованы выставки школьных работ «Пушкин. Тукай. Карим». Фольклорные коллективы башкирской гимназии № 102, татарской гимназии № 84, Уфимской детской филармонии представили мини-спектакли по отрывкам из произведений Мустафы Сафича.

- Свой первый сборник стихов наш великий поэт Мустай Карим выпустил в 1938 году, будучи 19-летним юношей. А сегодня художественное наследие нашего земляка составляет более 100 произведений. И они являются духовным достоянием и национальной гордостью нашей страны. Мысль о единстве нашей Башкирии и поэта красной нитью проходят через все творчество Мустая Карима, и только родной край он называл «возлюбленным навеки», - заявила вице-мэр Уфы Алина Сулейманова, давая старт фестивалю.

- Сегодня мне очень радостно, и эта радость начала наполнять мою душу, как мы переступили порог этого замечательного дворца. Дети показали свои рисунки, отрывки из спектаклей, прозвучали стихи на разных языках. Меня очень радует, что у молодых людей, которые читают Мустая Карима, знакомятся с его творчеством, появляется любовь к настоящей литературе, - отметила в своем выступлении директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта Альфия Мустаевна.

Праздники украсили своими яркими выступлениями народная артистка РБ Альфия Юлчурина, солисты Городского дворца культуры Алмаз Аюпов и Радмир Хасанов, ансамбль «Мирас», образцовый ансамбль народного танца «Жемчужина» школы № 119, участники народного театра «Волшебная рампа» Уфимской детской филармонии, народный ансамбль народного танца «Байрам».

Фестиваль продлится весь юбилейный год. В его рамках запланированы десятки мероприятий. Участниками станут ученики уфимских школ, воспитанники кружков и секций.

Источник: Ufaved.info

Видео: БСТ

_____

Ҡала мәҙәниәт һарайында «Мостай аҡылы» фестиваленең асыу тантанаһы үтте. Был фестиваль Башҡортостан халыҡ шағирының 100 йыллығына бағышланған.

Фойела уҡыусы эштәренән торған «Пушкин.Туҡай. Кәрим» тигән күргәҙмәләр ойошторолдо. 102-се һанлы башҡорт гимназияһының, 84-се татар гимназияһының , Өфө ҡала филармонияһының фольклор коллективтары Мостафа Сафа улының әҫәрҙәренән кескәй спектаклдәр күрһәтте.

-Беҙҙең бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим үҙенең тәүге шиғри йыйынтығын 1938 йылда, 19 йәшлек егет сағында сығарҙы. Бөгөн иһә яҡташыбыҙҙың ижади мираҫы – ул йөҙҙән ашыу әҫәрҙәр. Улар барыһы ла илебеҙҙең рухи ҡаҙанышы һәм милли ғорурлығыбыҙ булып тора. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ берлеге хаҡындағы фекере Мостай Кәримдең бар ижады аша үтә, һәм туған яғын ғына ул «алтын бишегем» тип атаны, - тине фестивалде асҡан саҡта Өфө вице-мэры Алина Сөләймәнова.

- Бөгөн мин бик ҡыуанам, һәм ошо ҡыуаныс был һоҡланғыс һарай тупһаһы аша үтеү менән күңелемде тултыра башланы. Балалар үҙҙәренең һүрәттәрен, спектаклдән өҙөктәр күрһәтте, төрлө телдә шиғырҙар яңғыраны. Йәш кешеләрҙең Мостай Кәримде уҡып, уның ижады менән танышҡан саҡта ысын әҙәбиәткә һөйөү уяныуы ҡыуандыра, - тип әйтеп үтте үҙенең сығышында Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова.

Байрамды Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина, Ҡала мәҙәниәт һарайы солистары Алмаз Әйүпов һәм Радмир Хәсәнов, «Мираҫ» ансамбле, 119-сы мәктәптең «Ынйы» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Өфө балалар филармонияһының «Тылсымлы рампа» халыҡ театрында ҡатнашыусылар, «Байрам» халыҡ бейеүҙәренең халыҡ ансамбле үҙ сығыштары менән йәмләндерҙе.

Фестиваль юбилей йылы дауамында барасаҡ. Уның сиктәрендә унлаған саралар планлаштырылған. Унда Өфө мәктәптәре уҡыусылары, төрлө түңәрәк һәм секцияларға йөрөүселәр ҡатнашасаҡ.