Новости

Поздравляем с юбилеем Салавата Талгатовича Сагитова

22 апреля 2022
1b6865289f69d358b766d32e8ceb966f

Дорогой Салават Талгатович!

Поздравляем Вас с замечательной юбилейной датой! Вам 45! Этот возраст – как веха на жизненном пути. Удивительно, сколько сделано Вами хороших и важных дел на благо людей, общества, республики! А сколько предстоит впереди!


Мы ценим Вас как доброго, порядочного, интеллигентного человека с широким кругозором, мудрого руководителя, прекрасного семьянина. Вы наш большой друг и единомышленник. 
Мы также признательны Вам за глубокое понимание философии, гуманизма творчества Мустая Карима, всех смыслов, заложенных в его произведениях. Вы многое делаете для увековечивания памяти Мустафы Сафича, ваши идеи и проекты, связанные с его именем, вызывают живой отклик в обществе, и что немаловажно – у молодого поколения. 


Сегодня, в этот знаменательный день, эти строки народного поэта Башкортостана Мустая Карима посвящаются Вам:

Вновь весна… Я хмелею от светлого дня.
Конь из сказки – Дюль-Дюль – под седлом у меня.
Лунный диск в небесах для меня невесом,
Солнце катится где-то внизу колесом, - 

Утверждаю – в упрямстве я неоспорим! – 
Пахнут горными травами звёзды под ним.
Мир – в узорах. Мой дух – необузданный конь.
Но – не гаснет тоски потаённый огонь…

…День сияет, мне под ноги травы стеля,
В колыбели качается наша Земля.
Так зачем тосковать?.. Мы ж ещё на Земле – 
В колыбели одной на свету и во мгле…

Желаем Вам крепкого здоровья, успехов во всех начинаниях и продолжать «жить на солнечной стороне Земли»!

_______________________________________________

Сагитов Салават Талгатович - ректор ФГБОУ ВО Башкирского государственного педагогического университета им. М.Акмуллы 

Родился 22 апреля 1977 года в г. Уфа Республики Башкортостан. 
Окончил Уфимский государственный авиационный технический университет, государственное муниципальное управление.

Лауреат Государственной республиканской молодежной  премии в области науки и техники.

__________________________________________

Ҡәҙерле Салауат Тәлғәт улы!

Мостай Кәрим исемендәге Фонд һәм беҙҙең ғаилә исеменән Һеҙҙе матур юбилей датаһы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә 45! Һәм был йәш – тормош юлындағы бер артылыш. Кешеләр, йәмғиәт, республика өсөн эшләгән яҡшы һәм мөһим эштәрегеҙ һоҡланғыс! Ә күпме әле алда!
Һеҙҙе изге күңелле, үҙ һүҙенә тоғро, интеллигент һәм киң ҡарашлы кеше, аҡыллы етәксе, һәйбәт ғаилә башлығы булараҡ ихтирам итәбеҙ. Һеҙ беҙҙең оло дуҫыбыҙ һәм фекерҙәшебеҙ.
Беҙ шулай уҡ Һеҙгә Мостай Кәрим ижадының фәлсәфәһен, гуманизмын тәрән аңлауығыҙ, уның әҫәрҙәренә һалынған бөтә мәғәнәләрҙе аңлауығыҙ өсөн дә рәхмәтлебеҙ. Мостафа Сафа улының хәтерен мәңгелләштереү өсөн Һеҙ бик күп эшләйһегеҙ, уның исеме менән бәйле идеяларығыҙ һәм проекттарығыҙ йәмғиәттә, һәм иң мөһиме – йәш быуында ихлас ҡыҙыҡһыныу уята.

Бөгөн, был күркәм көндә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошо юлдары Һеҙгә бағышлана:

...Тағы ла яҙ. Тағы эсмәй иҫерҙем.
Аты — Дөлдөл  минең ише иҫәрҙең.

Минең өсөн күктә гөлдәр тирбәлә.
Ҡояш түбән. Тәгәрәп бара эргәлә.

Раҫлайым мин — эштән сыҡҡан тиҫкәре: 
Йондоҙҙарҙан аңҡый үлән еҫтәре!

Бөтә донъя аллы-гөллө, нағышлы...
Ә шулай ҙа хөр күңелем һағышлы.

...Юғал, һағыш! Беҙ бит әле Ерҙәбеҙ. 
Тирбәләбеҙ бер бишектә бергә беҙ!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бар башланғыста уңыштар һәм “Ерҙең ҡояшлы яғында” йәшәүегеҙҙе дауам итеүегеҙҙе теләйбеҙ!