Новости

Поздравляем с 80-летним юбилеем народного поэта Республики Башкортостан Кадима Аралбаева

1 сентября 2021

Ҡәҙерле Ҡәҙим Абдулғәлим улы!

Мостай Кәрим исемендәге Фонд Һеҙҙе данлы юбилейығыҙ менән ҡотлай. Һеҙ – башҡорт иленең һәм халҡының аҫыл улы, хәҙер инде – хөрмәткә һәм ихтирамға, меңәрләгән уҡыусыларығыҙҙың, матур һәм ҙур ғаиләгеҙҙең ихлас һөйөүенә сорналып йәшәүсе Аҡһаҡалыбыҙ.

Һеҙҙең ижадығыҙ – ул Урал тауының аҫылташтар тулы тау кеүек. Һеҙҙең тормошоғоҙ – тотош бер дәүер, үҙ эсенә илебеҙ үткән хәсрәтле лә, шатлыҡлы ла ваҡиғаларҙы һыйҙырған. Ниндәй генә заманалар булмаһын, Һеҙ бер ҡасан да ваҡланманығыҙ, тоғро һәм ихлас йөрәкле булып ҡалдығыҙ. Ә был ысын Шағир билдәһе.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, замандашығыҙ һәм арҡаҙашығыҙ Мостай Кәримдең шиғыры Һеҙҙең өсөн яңғыраһын:

Тауҙар кешеләр шикелле —
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.

Түбәләргә болот ҡунһа,
Тиҙ китергә ҡунмай:
Түбәләрҙә боҙҙар туңһа,
Тиҙ ирергә туңмай.

Иҫкән саҡта, елдәр унда
Иҫә зәһәрерәк,
Ҡаяларҙы онтап,
Йәшен
Уйнай хәтәрерәк.

Тауҙар зарланмай. Ғорурлыҡ
Баштарынан ашҡан, —
Кем ҡояш менән һин дә мин
Шул тауҙарҙан башҡа?

Кешеләр тауҙар шикелле —
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.

Мин дәрәжәне әйтмәйем — 
Ул мәңгелек түгел.
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел.

Юғары күңел гел генә
Аяҙ булып тормай,
Һағыш сорнай бик йыш уны
Йәки шиктәр тырнай.

Замананың дауылдары
Уға килеп һуға.
Ә шулай ҙа ҡояш тәүҙә
Уның өсөн сыға.

Түңгәккә болот уралмай,
Ҡағылмай йәшен.
Зарланма. Зарлана күрмә,
Юғары кешем!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижад усағы артабан да дөрләп яныуын теләйбеҙ!

Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Тимербулат Кәримов
Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Кәримова

_____

Дорогой Кадим Абдулгалимович!

Фонд имени Мустая Карима поздравляет Вас с юбилеем. Вы - истинный сын башкирской земли и родного народа, а ныне - Аксакал, окруженный почетом и вниманием, искренней любовью тысяч читателей и большой и прекрасной семьи.

Ваше творчество подобно горе Урала, полной самоцветов. Ваша жизнь - это целая эпоха, вобравшая в себя и радостные, и печальные события своей страны. Но какими бы ни были времена, Вы никогда не опускались до мелочей, оставались человеком с большим, искренним сердцем. А это и есть свойство настоящего Поэта. Пусть сегодня это стихотворение народного поэта Башкортостана, Вашего соратника и современника Мустая Карима звучит для Вас:

...И горы как люди: чем выше,
Тем круче и резче судьба,
Тем большей опасностью дышит
Идущая наверх тропа.

На гребни спускаются тучи,
И долго не видно вершин,
А льдом покрываются кручи,
И лёд этот — несокрушим.

Там ветер не тот, что в низинах,
Там грохот, и хохот, и вой,
Там молний скрещение синих.
Как шашек взбесившихся бой.

Но горы не ропщут – их доблесть
Превыше снегов их седых,
Ведь солнца встающего отблеск
Всех раньше приветствует их.

И люди как горы: чем выше,
Тем крепче судьба и трудней,
И риском подъём её дышит,
И грозы бушуют над ней —
Вверху… 

Но высоты, конечно,
Не званье, не место, не чин,
Такое величье не вечно,
Нет, я – о высотах вершин.
В высокой душе не бывает,
Чтоб вечная ясность и лад…
Бывает, тоска прибывает,
Бывает, сомненья гудят.

И времени бури и хвори
По ней ударяют сильней…
Но всё-таки, всё-таки зори
Всех раньше восходят над ней!

На кочку и грозы не рухнут
И тучка не сядет вовек…
Не вздумай же сетовать, друг мой,
Высокий, большой человек!

Желаем Вам крепкого здоровья, долгой жизни и пусть не перестает гореть яркий костер Вашего творчества!

Учредитель Фонда имени Мустая Карима Тимербулат Каримов
Директор Фонда имени Мустая Карима Альфия Каримова