Памяти Факии Тугузбаевой
Фонд имени Мустая Карима скорбит о преждевременной кончине народного поэта Башкортостана, лауреата Государственной премии имени Салавата Юлаева Факии Хадыевны Тугузбаевой и выражает соболезнования родным и близким.
Вся её литературная и общественная деятельность опиралась на высокие духовно-нравственные идеалы, глубину вековых традиций своего народа.
Практически всю свою жизнь – как сотрудник журнала «Пионер», главный редактор детского журнала «Акбузат», председатель секции литературы для детей и юношества Союза писателей Башкортостана - Факия Хадыевна посвятила воспитанию будущего поколения, прививая детям любовь к литературе, к знаниям, истинный патриотизм.
Её стихотворения и поэмы пронизаны безмерной любовью к своему народу и родному краю, верой в добро и красоту человеческой души. Она была другом народного поэта Башкортостана Мустая Карима и его близких, а в последние годы жизни – и нашего Фонда имени Мустая Карима.
Светлая память о Факие Тугузбаевой – Поэте, Матери, Человеке – будет жить в наших сердцах.
---
Мостай Кәрим исемендәге Фонд Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның ваҡытынан алда арабыҙҙан киткәнгә яҡындарынын һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Уның бар әҙәби һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге юғары рухи һәм әхлаҡи идеалдарға, халҡының быуаттар аша килгән йолаларының тәрәнлегенә таяна ине.
Факиһа Һаҙый ҡыҙы «Пионер» журналы хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» балалар журналының мөхәррире, Башҡортостандың Яҙыусылар берлегендә балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте секцияһы рәйесе булараҡ, бар ғүмерен тиерлек киләсәк быуын тәрбиәләүгә бағышланы, балаларҙа әҙәбиәткә, белемгә ынтылыш, илһөйәрлек тойғолары уятты.
Уның шиғырҙары һәм поэмалары үҙ халҡына, тыуған яғына сикһеҙ һөйөү, кеше күңеленең изгелегенә һәм матурлығына ышаныс менән һуғарылған. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм уның яҡындарының, ә һуңғы йылдары – беҙҙең Мостай Кәрим исемендәге Фондтың дуҫы булды.
Шағирә, Әсә, Шәхес булған Факиһа Туғыҙбаева хаҡында яҡты хәтер йөрәктәребеҙҙә һаҡланыр.