Новости

Ушел из жизни актёр Кирилл Ажмяков

6 декабря 2020

Фонд имени Мустая Карима выражает глубокое соболезнование коллективу Национального молодежного театра имени Мустая Карима и семье Ажмяковых в связи с преждевременным уходом из жизни актёра Кирилла Ажмякова.

Кирилл недолго проработал в Молодёжном театре, но за эти годы сумел завоевать сердца зрителей яркими ролями романтичных героев, среди которых и Марагим из спектакля "Долгое-долгое детство". Зрителям Русского драматического театра, где он работал ранее, он полюбился и ролью Янтимера Байназарова в спектакле "Луна и Листопад" по повести Мустая Карима "Помилование".

А как проникновенно и с  особой пронзительной грустью он читал мустаевские стихи, прекрасно передавая слушателям внутренний нерв автора! Светлая память о  талантливом актёре и прекрасном человеке будет хранится в наших сердцах.

---

Мостай Кәрим исемендәге Фонд актёр Кирилл Ажмяковтың йәшләй генә вафат булыуы айҡанлы Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры коллективының һәм Ажмяковтар ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Кирилл Йәштәр театрында оҙаҡ эшләп өлгөрмәһә лә, тамашасы күңелен байтаҡ сағыу ролдәре менән арбап өлгөрҙө. Улар араһында "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" спектакленән Мәрәһим роле лә бар. Унан алда эшләгән Рус драма театрында ул тамашасының Мостай Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса ҡуйылған "Ай һәм көҙгө япраҡтар" спектаклендә Йәнтимер Байназаровтың роле менән дә иҫендә ҡалды.

Ә инде Мостай шиғырҙарын ул шул тиклем дә хисле, һағышлы итеп, авторҙың бөтөн кисерештәрен тәрән тойоп, еткереп уҡый ине! Һәләтле актёр һәм яҡшы шәхес хаҡындағы яҡты хәтерҙе йөрәктәрҙә мәңге һаҡларбыҙ.