Новости

Именем Мустая Карима названа улица в Екатеринбурге

23 марта 2020

Улице в Октябрьском районе Екатеринбурга присвоено имя Народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Соответствующее постановление подписал мэр Екатеринбурга Александр Высокинский. «Присвоить улице, расположенной на территории планировочного района «Истокский» в Октябрьском районе города Екатеринбурга, в границах, утвержденных Постановлением Главы Екатеринбурга от 01.07.2009 № 2754 «Об утверждении основной части проекта планировки территории и проекта межевания территории планировочного района «Истокский», наименование «Мустая Карима», - говорится в постановлении.

Рядом с улицей Мустая Карима находится улица Чингиза Айтматова - Народного писателя Киргизской ССР, близкого друга Мустая Карима.

Именем Мустая Карима названы улицы в Москве, Алматы, Казани, Уфе и во многих населенных пунктах Республики Башкортостан.

_____

Екатеринбургтың  Октябрь районында урынлашҡан урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелде.

Тейешле ҡарарға Екатеринбург мэры Александр Высокинский ҡул ҡуйҙы. «Екатеринбург башлығының 2009 йылдың 1 июлендә сыҡҡан 2754-се һанлы «Планлаштырылған «Истокский» районы биләмәһенең төп өлөшөн планлаштырыу проектын һәм межаланыу проектын нығытыу» Ҡарары буйынса билдәләнгән сиктәргә ярашлы Екатеринбург ҡалаһының Октябрь районында планлаштырылған «Истокский»  районы биләмәһенең урамына «Мостай Кәрим» исемен бирергә», — тиелә ҡарарҙа.

Мостай Кәрим урамы янында Ҡырғыҙ ССР-ның халыҡ яҙыусыһы, Мостай Кәримдең яҡын дуҫы Сыңғыҙ Айытматов урамы урынлашҡан.

Мостай Кәрим исемен Мәскәү, Алматы, Ҡазан, Өфө ҡалаларының урамдары һәм Башҡортостандың байтаҡ торлаҡ пункттары йөрөтә.