Новости

В уфимской школе № 35 состоялся творческий вечер в честь 75-летия Победы и 100-летия Мустая Карима

28 февраля 2020

В уфимской школе № 35 состоялся творческий вечер, посвященный 75-летию Победы в Великой Отечественной войне и 100-летнему юбилею народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Гостями вечера стали депутат Государственного собрания - Курултай Республики Башкортостан Галина Ишмухаметова и директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта Альфия Каримова.

- Мой отец воевал связистом артиллерийского дивизиона, командиром взвода. Не раз и не два он под огнем протягивал телефонный кабель до самой передовой. Под его началом служили девушки, командир старался беречь их, - рассказала собравшимся Альфия Мустаевна.

Активное участие в творческой программе приняли педагоги и ученики школы. Оказалось, что они хорошо знают творчество Роберта Рождественского и других классиков современной литературы. То, что нельзя спеть под аккомпанемент «солдатской» гитары, было рассказано в стихах и раскрыто в творческих постановках. Вдохновленная выступлением юных артистов, Галина Ишмухаметова пожелала ученикам и педагогам, чтобы мирное небо над головой никогда не мрачнело. А завершил действо парад «Бессмертного полка», проведенный правнуками фронтовиков.

Альфия Каримова поблагодарила детей за глубокое и осмысленное чтение стихотворений своего отца.

- Некоторые из его ранних строк оказались пророческими. Так, в стихотворении «Комсомольский билет», датированном 1938 годом, он описывает гибель красноармейца, которому пуля пробила заветный документ. А в 1942-м он получил тяжелое осколочное ранение: кусок железа ударил в грудь, но благодаря комсомольскому билету задел не сердце, а легкое. А вот его сослуживец, сержант Фомин, погиб, - рассказала она.

Известно, что Мустай Карим неоднократно посещал тридцать пятую школу, с коллективом которой у него сложились хорошие отношения.

Источник: Уфавед
Фото: Рита Ишниязова


Фото из архива Фонда имени Мустая Карима

_____

Өфөнөң 35-се һанлы мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ижади кисә үтте.

Кисә ҡунаҡтары итеп Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Галина Ишмөхәмәтова һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова саҡырылды.

– Минең атайым һуғышта артиллерия дивизионы элемтәсеһе, взвод командиры булып хеҙмәт итте. Ул нисәмә тапҡыр телефон кабелен фронттың алғы һыҙығына һуҙҙы. Уның ҡул аҫтында ҡыҙҙар ҙа хеҙмәт итте, командир уларҙы һаҡларға тырышты, – тип һөйләне Әлфиә Мостай ҡыҙы.

Ижади программала педагогтар һәм уҡыусылар бик актив ҡатнашты. Уларҙың Роберт Рождественскийҙың һәм башҡа заман классиктары ижадын яҡшы белеүе асыҡланды. «Һалдат» гитараһы аккомпанементына йырлап булмағанды, шиғыр йәки төрлө ижади композициялар аша астылар. Йәш артисттарҙың сығышына илһамланып, Галина Ишмөхәмәтова уҡыусы менән педагогтарға баш осондағы тыныс күктәр бер ҡасан да ҡараңғыланмаһын тигән теләк белдерҙе. Ә тамашаны фронтовиктар бүләсәрҙәре үткәргән «Үлемһеҙ полк» парады тамамланы.

Атаһының шиғырҙарын тәрән аңлап, мәғәнәһен биреп уҡығандары өсөн Әлфиә Кәримова балаларға рәхмәтен белдерҙе.

– Уның йәш саҡта яҙған юлдарҙың ҡайһылары әүлиәлек көсөнә лә эйә булған икән. Шулай итеп, 1938 йылда яҙылған «Комсомол билеты» шиғырында ул ҡыҙылармеец өсөн изге документтың пуля тишеп үткәнен һүрәтләй. Ә  1942 йылда ул мина ярсығынан ауыр яра ала: тимер киҫәк уның күкрәгенә килеп бәрә, тик комсомол билеты арҡаһында ул йөрәкте түгел, үпкәһен тейеп үтә. Ә бына уның менән бергә  хеҙмәт иткән Фомин вафат була, – тип һөйләне ул.

Мостай Кәримдең утыҙ бишенсе мәктәпкә бер-нисә тапҡыр килгәне билдәле, мәктәп коллективы менән ул дуҫтарса мөнәсәбәттә була.