Новости

Делегация Клуба межрегионального сотрудничества «Башкортостан - Дагестан» посетила Кляшево

14 февраля 2020

Делегация Клуба межрегионального сотрудничества «Башкортостан - Дагестан» посетила деревню Кляшево, родину славных сынов Башкортостана.

Мустай Карим, Зия Камали, Сафи Кудашев, генерал Сахабутдинов – имена, которыми гордится республика, на их родине побывать большое счастье: ходить по тем же тропам, дышать тем же воздухом.

В составе делегации - первый заместитель Муфтия ДУМ РБ Аюп Хазрат Бибарсов, председатель «ИХЛАС» Мухаммад Хазрат Галлямов, председатель Дагестанского национального центра имени Расула Гамзатова в регионе Магомедхабиб Султанмагомедов, председатель Всемирного Конгресса Татар в РБ Альфред Давлетшин и другие.

- За короткий визит нам удалось ознакомиться с историей и жизнью Мустая Карима, из уст аксакалов мы услышали, как они ценят и трепетно относятся к своим великим землякам, - говорит Хазрат Бибарсов.

Гости Кляшево побывали в школе, где учились Мустай Карим, Зия Камали, Сафи Кудашев, генерал Сахабутдинов. Это необычная школа: в ней продолжают учится дети, но есть классы, своего рода музеи, где собраны исторические документы знаменитых земляков. Ребята здесь очень смышленые, воспитанные. Они читали стихи Мустая Карима и даже выступили в качестве гидов, рассказав о самых ценных экспонатах.

Участники «этноэкспедиции» посетители также Дом культуры, отремонтированный к 100-летию Мустая Карима. В уютном кинозале гости посмотрели фильм о деревне и о народном поэте.

- Поездка оставила глубокий след в душе, - признался Магомедхабиб Султанмагомедов. – Расула Гамзатова и Мустая Карима связывала крепкая дружба, мы продолжаем эту традицию с глубоким уважением к великим людям.

Автор: Ирина Шипунова
Источник: Уфимские ведомсти
Фото: Хабиба Магомедова

_____

«Башҡортостан – Дағстан» Регион-ара хеҙмәттәшлек клубының делегацияһы Келәш ауылын – Башҡортостандың арҙаҡлы улдарының төйәген барып күрҙе.

Мостай Кәрим, Зия Камали, Сәйфи Ҡудашев, генерал Сахабетдинов – был исемдәр менән бар республика ғорурлана, уларҙың туған яҡтарында булыу оло бәхет: шул уҡ һуҡмаҡтарҙан атлау, шул уҡ һауаны һулау.

Делегация составында –  Башҡортостан Республикаһы Мосолман рухи идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Аюп Хәҙрәт Бибарсов, «ИХЛАС» рәйесе Мөхәммәт Хәҙрәт Ғәлләмов, регионда Рәсүл Ғамзатов исемендәге Дағстан милли үҙәгенең рәйесе  Магомедхабиб Султанмагомедов, Башҡортостан Республикаһындағы Бөтә донъя татарҙары Конгрессы рәйесе Альфред Дәүләтшин һәм башҡалар.

– Ҡыҫҡа ғына визит барышында беҙ Мостай Кәримдең тормошо һәм тарихы менән таныша алдыҡ, аҡһаҡалдарҙан үҙҙәренең бөйөк яҡташтарын нисек ихлас һәм ныҡ ҡәҙерләгәндәрен ишеттек, – тине Хәҙрәт Бибарсов.

Келәш ҡунаҡтары Мостай Кәрим, Зия Камали, Сәйфи Ҡудашев, генерал Сахабетдинов уҡыған мәктәптә булды. Был бик үҙенсәлекле мәктәп: унда балалар уҡыуын дауам итә, әммә музей кеүек кластар бар, унда данлыҡлы яҡташтарына ҡағылышлы тарихи документтар тупланған. Балалар бында бик отҡор, тәрбиәле. Улар Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, гид булараҡ иң ҡиммәтле экспонаттар тураһында һөйләп үтте.

 «Этноэкспедиция»ла ҡатнашыусылар шулай уҡ Мостай Кәримдең 100 йыллығына төҙөкләндерелгән Мәҙәниәт йортонда ла булып китте. Бик күркәм кинозалда ҡунаҡтар халыҡ шағирына һәм ауылға бағышланған фильм ҡараны.

– Был сәфәр беҙҙең күңелебеҙҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы, – тип асылды беҙгә  Магомедхабиб Султанмагомедов. – Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәримде ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй ине, беҙ ҙә бөйөк кешеләргә тәрән ихтирам менән был йоланы дауам итәбеҙ.