В Уфе состоится творческий вечер Марселя Салимова с презентацией альбома о Мустае Кариме
20 декабря в Национальной библиотеке Республики Башкортостан состоится творческий вечер обладателя почётных званий «Золотое перо России» и «Золотое перо Руси» Марселя Салимова, на котором он презентует свои новые книги и эксклюзивный фотоальбом «Мой любимый Остаз», посвящённый 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима.
В Государственной Думе прошли торжественные мероприятия, на которых были подведены итоги уходящего творческого года Интернационального Союза писателей. В Москву приехали 60 делегатов из разных стран и регионов России. Из Башкортостана в торжественном мероприятии приняли участие заслуженный работник культуры РФ и БССР, лауреат международных и российских литературных премий, почётный член ИСП Марсель Салимов и ветеран журналистики, заслуженный работник печати и массовой информации РБ, лауреат журналистских конкурсов, прозаик, автор нескольких книг, кандидат в члены ИСП Фирдауса Хазипова.
Видному башкирскому и российскому писателю-сатирику объявлены благодарности Комитета Государственной Думы Федерального Собрания РФ по делам национальностей (председатель комитета Ильдар Гильмутдинов) за личный вклад в укрепление межнационального мира и согласия в Российской Федерации, Комитета по федеративному устройству и вопросам местного самоуправления (член комитета Равиль Хуснулин) за активное участие в литературном процессе России. Он также награжден Благодарственным письмом первого заместителя председателя Комитета Государственной Думы по культуре Ольги Казаковой за вклад в развитие многонациональной отечественной литературы.
Источник: Башинформ
_____
20 декабрь Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында «Золотое перо России» һәм «Золотое перо Руси» почетлы исемдәрен йөрөткән Марсель Сәлимовтың ижади кисәһе үтәсәк. Кисәлә ул үҙенең яңы китаптарының һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Яратҡан Остазым» эксклюзив фотоальбомының презентацияһын үткәрәсәк.
Дәүләт Думаһында Интернациональ Яҙыусылар союзының тантаналы сараһы үтте, унда үткән ижади йылдың йомғаҡтары яһалды. Мәскәүгә төрлө илдән һәм Рәсәйҙең региондарынан 60 делегат килде. Башҡортостанда тантаналы сарала Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара һәм Рәсәй әҙәби премиялары лауреаты, Интернациональ Яҙыусылар Союзының почетлы ағзаһы Марсель Сәлимов һәм журналистика ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, журналистика буйынса конкурстар лауреаты, прозаик, бер-нисә китап авторы, Интернациональ Яҙыусылар Союзы ағзалығына кандидат Фирҙәүес Хәзипова булды.
Күренекле башҡорт һәм Рәсәй яҙыусы-сатирикка Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы милләттәр буйынса эштәре Комитетының (комитет рәйесе Илдар Ғилметдинов) Рәсәй Федерацияһында халыҡ-ара тыныслығына һәм теләктәшлегенә шәхси өлөш индергәне өсөн, Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидаралыҡ һорауҙары буйынса Комитетының (комитет ағзаһы Рауил Хөснуллин) Рәсәйҙең әҙәби процессында актив ҡатнашлығы өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ әҙип Ватаныбыҙҙың күп милләтле әҙәбиәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса Комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Ольга Казакованың Рәхмәт хаты менән наградланды.