Новости

СМИ: для салаватцев Мустай Карим был и остается родным человеком

19 декабря 2019

18 декабря во дворце культуры «Нефтехимик» состоялся торжественный концерт, посвященный 100-летию народного поэта Башкортостана Мустая Карима. На концерте присутствовали почетные гости, среди которых - дочь поэта Альфия Каримова.

Мустая Карима связывало с Салаватом многое. Здесь жили его сестра и мать, и Мустай Карим часто приезжал в город. В 1999 году в Салаватском башкирском драматическом театре состоялась премьера спектакля по пьесе «Семь сновидений сквозь явь». Тогда Мустай Карим подчеркнул, что салаватский театр наиболее точно прочитал пьесу. На премьере он сказал: «Я следил с замиранием за сюжетом и актерской игрой. Я слушал зал, который был пленён театром».

В этот юбилейный год в Салавате читали произведения поэта, пронизанные светлыми идеалами доброты, дружбы и искренности. Кроме этого, организовывались литературные и музыкальные вечера, конкурсы, профессиональные и театральные постановки.

И в конце юбилейного года на торжественный вечер пригласили преподавателей литературы, музыки и изобразительного искусства, которые в течение года знакомили всех с творчеством писателя, а также детей — победителей различных конкурсов и фестивалей по произведениям Мустая Карима, представителей общественных организаций города и всех тех, кто душой влюблен в творчество народного поэта.

Источник: газета "Выбор"
Фото: Фонд имени Мустая Карима

_____

18 декабрь «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тантаналы концерт үтте. Концертҡа почетлы ҡунаҡтар саҡырылғайны, улар араһында – шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова.

Мостай Кәримде Салауат менән байтаҡ нәмә бәйләне. Бында уның һеңлеһе һәм әсәһе йәшәне,  һәм Мостай Кәрим йыш ҡына ҡалаға килеп йөрөнө. 1999 йылда Салауат башҡорт драма театрында «Өн аралаш ете төш» спектакленең премьераһы үтте. Шул ваҡытта Мостай Кәрим Салауат театрының спектакле пьесаға бик яҡын икәнлеген әйтеп киткәйне. Премьерала ул: «Мин сюжетты һәм актерҙар уйынын тын да алмай күҙәтеп ултырҙым. Мин театрға мөкиббән киткән зал һулышын тыңланым», - тине.

Ошо юбилей йылында Салауатта шағирҙың изгелек, дуҫлыҡ һәм ихласлыҡ идеалдары менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡынылар. Шулай уҡ әҙәби һәм музыкаль кисәләр, конкурстар, профессиональ һәм үҙешмәкәр спектаклдәр ҡуйылды.

Һәм юбилей йылының аҙағында тантаналы кисәгә әҙиптең ижады менән йыл буйына таныштырып килгән әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәт уҡытыусылары,  Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә еңеүсе балалар,  ҡаланың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ бар күңеле менән халыҡ шағирының ижадына ғашиҡ булған кешеләр саҡырылды.