В уфимской гимназии заработало собственное телевидение «Страна Мустая»
В Башкирской гимназии №158 имени Мустая Карима заработало собственное телевидение – «Мустай иле» — «Страна Мустая». Дети сами снимают и монтируют сюжеты, пишут тексты, а также берут интервью у гостей.
Пока над проектом работают всего 12 человек – это школьники старшего и среднего звена. Планируется, что вскоре к ним присоединятся и младшеклассники. Это позволяет как техника, так и условия.
У школьного ТВ есть собственная студия. Именно здесь ребята собрали свой первый сюжет – про выступление этно – группы «Аргымак» на благотворительном концерте.
Все необходимое для телевидения оборудование приобрели благодаря гранту Главы республики. Коллектив 158- ой гимназии получил почти 2,5 миллиона на сохранение и развитие государственных языков Башкортостана. Причём в разработанный учителями образовательный проект входит не только школьное телевидение, но и издание сборников, методических материалов для учителей башкирского языка, организация конференций, конкурсов и многое другое.
«Большое мероприятие было проведено по открытию ресурсного центра по изучению родного языка. По открытию центра внеурочной деятельности, который объединяет все виды деятельности наших детей», - рассказала Гульназ Ахмадеева, директор Башкирской гимназии №158 имени Мустая Карима.
Источник: ГТРК «Башкортостан»
_____
Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының «Мостай иле» тип аталған үҙ телевидениеһы эшен башланы. Балалар үҙҙәре төшөрә, сюжеттар ҡора, текстар яҙа, шулай уҡ ҡунаҡтарҙан интервью ала.
Әлегә проект өҫтөндә бары тик 12 кеше эшләй – ул өлкән һәм урта кластағы уҡыусылар. Аҙаҡтан уларға кескәй кластар уҡыусылары ла ҡушылыу ҡаралған. Бының өсөн техника ла, шарттар ҙа бар.
Мәктәп ТВ-һының үҙ студиһы бар. Тап бында балалар үҙҙәренең «Арғымаҡ» этно-төркөмөнөң мәрхәмәт концертында сығыш яһауы тураһында тәүге сюжетын яһаны ла инде.
Телевидение өсөн кәрәкле бар ҡорамалдар ҙа Республика Башлығы грантына алынды. 158-се гимназия коллективы Башҡортостандың дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә 2,5 миллион һум аҡса алды. Әйтергә кәрәк, уҡытыусылар тарафынан эшләнгән мәғариф проект мәктәп телевидениеһы менән генә сикләнмәй, унда башҡорт теле уҡытыусыларына йыйынтыҡ, методик материалдар нәшер итеү, конференциялар, конкурстар ойоштороу һәм башҡаһы инә.
«Туған телде өйрәнеү ресурс үҙәген асыу буйынса ҙур сара үтте. Шулай уҡ дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса үҙәк булдырҙыҡ, ул балаларыбыҙҙың бар шөғөлдәрен дә берләштерә», - тип һөйләне Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының директоры Гөлназ Әхмәҙиева.