Новости

Именем Мустая Карима предложено назвать улицу в Бишкеке

8 декабря 2019

Улица Мустая Карима может появиться в столице Кыргызстана. С таким предложением на юбилейном мероприятии, прошедшем в Бишкеке, выступил народный писатель и поэт Кыргызстана Асан Жакшылыков. В своей речи он подчеркнул мировое значение произведений Мустая Карима.

Событие, посвященное 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима, состоялось в Национальной библиотеке имени Алыкула Осмонова. В его рамках были подготовлены презентация книги Мустая Карима на киргизском языке — «Цветок, распустившийся на камне» и открытие книжно-иллюстративной выставки «Выдающийся сын башкирского народа».

Составитель сборника «Цветок, распустившийся на камне» Кожегелди Кулуев в приветственной речи подчеркнул: «Отмечаемое 100-летие великого литературного деятеля башкирского народа Мустая Карима – это событие для всего тюркского мира. Своими величественными произведениями Мустай Карим, добившись огромных высот одновременно и в поэзии, и в прозе, и в драматургии, был рядом с такими великими современниками, как Чингиз Айтматов, Расул Гамзатов, Кайсын Кулиев».

Книга издана при финансовой поддержке ТЮРКСОЙ. В нее вошли произведения Мустая Карима, переведенные на киргизский язык. Это стихи в переводе Салижаном Жигитова, трагедия «В ночь лунного затмения» в переводе Акуна Аширова и повесть «Радость нашего дома» в переводе Олжобая Шакира. 

Источник: Башинформ

_____

Мостай Кәрим исемендәге урам Ҡырғыҙстандың башҡалаһында барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Бишкәктә үткән юбилей тантанаһында Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы, шағир Асан Жаҡшылыҡов сығыш яһаны.  Үҙ телмәрендә ул Мостай Кәрим әҫәрҙәренең донъя кимәлендәге әһәмиәтен һөйләп үтте.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына бағышланған сара Алыҡул Осмонов исемендәге Милли китапханала үтте. Уның сиктәрендә ҡырғыҙ телендә сыҡҡан «Таш өҫтөндәге гөлдәр» китабы презентацияһы һәм «Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы» китап үә иллюстрациялар күргәҙмәһе асылды.

«Таш өҫтөндәге гөлдәр» йыйынтығының төҙөүсеһе Ҡожогелди Кулуев сәләмләү телмәрендә: «Башҡорт халҡының бөйөк әҙәби эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләү – ул бар төрки донъя өсөн оло ваҡиға. Мостай Кәрим үҙенең  данлыҡлы әҫәрҙәре менән шиғриәттә лә, прозала ла, драматургияла ла бейек үрҙәр яулай алды, бөйөк замандаштары Сыңғыҙ Айтматов, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев менән бергә булды», – тип  әйтеп үтте.

Китап ТӨРКСОЙ-ҙың финанс ярҙамында нәшер ителде. Уға Мостай Кәримдең ҡырғыҙ теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре инде. Ул Сәлижан Жигитов тәржемә иткән шиғырҙар,  Аҡун Аширов тәржемәһендә «Ай тотолған төндә» трагедияһы һәм Олжобай Шәкир тәржемәһендә «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы.