Новости

Круизный лайнер «Мустай Карим» прошёл ходовые испытания

21 ноября 2019

20 ноября на заводе «Красное Сормово» успешно завершились ходовые испытания пассажирского теплохода «Мустай Карим». Проверка судна проходила с 15 по 20 ноября в акватории Горьковского водохранилища Нижегородской области в районе города Чкаловск.

В ходе испытаний была проверена работа общесудовых систем и механизмов круизного лайнера, в том числе винторулевых колонок, главных двигателей, электростанций, системы автоматики и другого оборудования.

«Ходовые испытания – один из важнейших этапов строительства любого судна, в ходе которых проверяется поведение всех систем в разных ситуациях на воде, – отметил генеральный директор ПАО «Завод «Красное Сормово» Михаил Першин. – Опыт, который мы получили в результате испытаний «Мустая Карима», уникален для российских судостроителей. Сейчас мы приступаем к достройке судна и доведению всех характеристик теплохода до требуемых показателей».

Все этапы строительства «Мустая Карима» идут согласно производственному графику. Передача судна заказчика запланирована на февраль 2020 года. Перед сдачей судно совершит контрольный выход на испытания для повторной проверки всех систем.

Пассажирский теплоход «Мустай Карим» строится на заводе «Красное Сормово» с весны 2017 года в рамках трехстороннего контракта. Спуск судна на воду был совершен 11 сентября 2019 года.

Новый лайнер не будет уступать по уровню комфорта пятизвёздочному отелю. Для пассажиров будет действовать несколько ресторанов, библиотека, конференц-зал, спа-салон, бары, большая открытая прогулочная зона-солярий на верхней палубе.

Источник: Объединенная судостроительная корпорация

_____

20 ноябрь «Красное Сормово» заводында «Мостай Кәрим» теплоходы йөрөш һынауҙарын уңышлы үтте.  Судноны тикшереү 15 ноябрҙән  20 ноябргә тиклем Түбәнге Новгород өлкәһендәге Чкаловск ҡалаһының Горький һыу һаҡлағысының акваторияһында уҙғарылды.

Һынауҙар барышында судноның дөйөм системаларының һәм круиз лайнерының механизмдарының эше тикшерелде, улар араһында винт-руль колонкалары, төп двигателдәр, электростанция, автоматика системаһы һәм башҡа ҡорамалдар.

 «Йөрөш һынауҙары – ул һәр судноны төҙөгән осорҙа иң мөһим этаптарының береһе, уның барышында һыуҙағы төрлө ситуацияларҙа системалар үҙҙәрен нисек тотҡаны тикшерелә, - тип һөйләп үтте «Красное Сормово» заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Михаил Першин. - «Мостай Кәрим» судноһының һынауҙар һөҙөмтәһендә алынған тәжрибә Рәсәй судно төҙөүселәр өсөн уникаль булып тора. Хәҙер беҙ судноны аҙағынаса төҙөүгә тотонабыҙ һәм теплоходтың характеристикаһын тейешле күрһәткестәргә тиклем еткерәбеҙ».

 «Мостай Кәрим» судноһын төҙөү этаптары етештереү графигына тап килә. Судноны заказ яһаусыға тапшырыу 2020 йылдың февралендә ҡаралған. Тапшырыу алдынан судно бар системаларҙы тикшереү һынауҙарын үтеү өсөн йәнә бер контроль йөҙөүгә сығасаҡ.

 «Мостай Кәрим» пассажир теплоходы «Красное Сормово» заводында 2017 йылдың яҙынан башлап өс яҡлы контракт нигеҙендә төҙөлә башланы. Судноны һыуға төшөрөү  2019 йылдың 11 сентябрендә үтте.

Яңы лайнер уңайлығы буйынса биш йондоҙло отель кимәленән кәм булмаясаҡ. Пассажирҙар өсөн бер-нисә ресторан, китапхана, конференц-зал,  спа-салон, барҙар, өҫкө палубаһында ял итеп йөрөү өсөн ҙур асыҡ солярий зонаһы ҡаралған.