Новости

В центральной библиотеке Уфы состоялась встреча «С любовью к Мустаю Кариму»

21 ноября 2019

20 ноября в Центральной городской библиотеке Уфы состоялась встреча «С любовью к Мустаю Кариму», посвященная 100-летию Республики Башкортостан и 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Почётными гостями торжества стали директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта Альфия Каримова, заместитель главы Администрации Октябрьского района Уфы Алена Одинцова, заместитель начальника Управления по культуре и искусству Администрации Уфы Елена Белобородова, главный редактор газеты «Уфимские ведомости», журнала «Уфа» Галина Ишмухаметова и другие.

В библиотеке были подведены итоги межрегионального конкурса эссе «Радость моего дома», который проводился с 14 января по 30 октября текущего года. Его участниками стали жители городов и районов Республики Башкортостан, а также Республики Татарстан и Самарской области. На конкурс было представлено более 180 работ по трем возрастным категориям: 13-17 лет, 18-30 лет, от 30 лет и старше. Самому юному участнику конкурса всего 8 лет, а самому старшему – 82 года. Победителей наградили дипломами и подарками.

Также Центральная городская библиотека презентовала фотовыставку «Театр жизни Мустая Карима», которая проходит в рамках проекта «Мустай Карим живет на сцене театра» и раскрывает талант великого писателя как драматурга.

Кроме того, актеры Государственного академического русского драматического театра Республики Башкортостан Антон Болдырев и Дарья Толканева представили отрывок из спектакля «Луна и листопад».

Заслуженная артистка РБ, актриса Уфимского татарского театра «Нур», победительница городского поэтического конкурса на башкирском языке «Слово, сказанное сердцем» Гульназ Мухаммадиева рассказала стихотворение на башкирском языке «Сэсэн».

Школьная театральная студия «КЛУБ 9119» уфимской гимназии № 91 представила поэтическую композицию по стихотворениям Мустая Карима «Все просто...».

Источник: Централизованная система массовых библиотек

_____

20 ноябрь Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына  арналған һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы  «Мостай Кәримгә һөйөү менән» тип аталған осрашыу үтте.

Тантананың почетлы ҡунаҡтары итеп Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алена Одинцова, Өфө ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Елена Белобородова, «Уфимские ведомости» газетаһының һәм «Уфа» журналының баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова һәм башҡалар саҡырылды.

Китапханала 14 ғинуарҙан алып 30 октябргә тиклем үткән Регион-ара «Беҙҙең өйҙөң йәме» эсселар конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Республикаһының ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан һәм Һамар өлкәһенән эштәр ҡатнашты. Конкурсҡа өс йәш категорияһы буйынса 180 эш ҡабул ителде: 13-17 йәш, 18-30 йәш, 30 йәштән алып  өлкәнерәк йәштәгеләр. Иң йәш ҡатнашыусыға ни бары 8 йәш, ә иң өлкәненә – 82 йәш. Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Шулай уҡ Үҙәк ҡала китапханаһы «Мостай Кәрим тормошоноң театры» фотокүргәҙмәһенең презентацияһын үткәрҙе, ул «Мостай Кәрим театр сәхнәһендә йәшәй» проекты сиктәрендә эшләнде һәм бөйөк әҙиптең драматург талантын асыуға йүнәлтелгән ине.

Унан башҡа, Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия драма театры актерҙары Антон Болдырев һәм Дарья Толканева «Ай һәм көҙгө япраҡтар» («Луна и листопад») спектакленән өҙөк күрһәтте.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы, «Нур» Өфө татар театры актрисаһы, «Йөрәк һүҙе» ҡала шиғри конкурсының еңеүсеһе Гөлназ Мөхәммәҙиева башҡорт телендә «Сәсән» шиғырын уҡып ишеттерҙе.

91-се һанлы Өфө гимназияһының  «КЛУБ 9119» мәктәп театраль студияһы Мостай Кәримдең шиғырҙары буйынса «Барыһы ла ябай...» шиғри композицияһын күрһәтте.