Посол Киргизии в России возложил цветы к памятнику Мустаю Кариму
В ходе официального визита в Уфу посол Киргизии в России Аликбек Джекшенкулов посетил памятник народному поэту Башкортостана Мустаю Кариму и возложил к его подножию цветы.
«Ценности, которые проповедовали наши советские писатели, в том числе Мустай Карим, сегодня особо востребованы, когда нам не хватает духовности и каких-то общечеловеческих ценностей, — отметил Аликбек Джекшенкулов. — В Кыргызстане к Мустаю Кариму относятся не только как к великому поэту, но и как к большому другу Чингиза Айтматова. Мы вместе работали в дипмиссии с Чингизом Торекуловичем и дружили долгие годы. Он много мне рассказывал о произведениях и личных встречах с Мустаем. Поэтому сегодня я счел своим долгом, будучи на родине поэта, почтить его память».
Посол напомнил, что в этом году отмечается 100-летие со дня рождения великого поэта, писателя и драматурга. «И мы будем рады, причем не только политики, но и киргизские писатели, принять в торжествах участие. У нас уже прошла конференция, приуроченная к вековому юбилею», - сказал Аликбек Джекшенкулов.
_____
Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге илсеһе Аликбек Джекшенкулов Өфөгә рәсми визит барышында Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәле янында булды һәм уға сәскәләр һалды.
«Беҙҙең совет яҙыусылары, шул иҫәптән Мостай Кәрим данлаған ҡимәттәр бөгөнгө көндә, беҙгә рухи көс, дөйөм кешелек ҡиммәтәре етмәгән ваҡытта, айырыуса бик кәрәкле, - тип әйтеп үтте Аликбек Джекшенкулов. – Ҡырғыҙстанда Мостай Кәримде бөйөк шағир булараҡ ҡына түгел, ә Сыңғыҙ Айтматовтың оло дуҫы кеүек тә ихтирам итәләр. Беҙ Сыңғыҙ Тореҡул улы менән бер дипмиссияла эшләнек һәм оҙаҡ йылдар дуҫ булдыҡ. Ул миңә Мостай менән үҙенең осрашыуҙары, уның әҫәрҙәре хаҡында байтаҡ һөйләй торғайны. Шуға ла мин, шағирҙың туған яғында булғанда, уның хәтеренә хөрмәт күрһәттем».
Шулай уҡ илсе быйыл бөйөк шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығы үткәрелеүе тураһында ла әйтеп үтте. «Әлбиттә, сәйәсмәндәр генә түгел, ҡырғыҙ яҙыусылары ла тантаналарҙа ҡатнашырға шат булыр ине. Беҙҙә уның бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған конференция үтте лә инде», - тине Аликбек Джекшенкулов.
Главное фото: Валерий Шахов ("Башинформ")