В Уфе наградили победителей детского конкурса «Звенит струна души моей» к 100-летию Мустая Карима
26 апреля в Национальной библиотеке имени Ахмет-Заки Валиди состоялась церемония награждения победителей Республиканского литературного конкурса для детей и подростков с непростой жизненной ситуацией «Звенит струна души моей», посвященного 100-летию народного поэта Башкортостана Мустая Карима.
На Республиканский литературный конкурс были приняты более 70 работ: традиционные стихотворные формы и малые прозаические произведения (стихотворения в прозе, эссе, зарисовки, рассказы), а также авторские произведения в музыкальном сопровождении (песни, романсы и т.д.) на русском, башкирском, татарском языках по выбору.
30 участников конкурса – воспитанники детских домов, коррекционных школ, социальных приютов республики – из 200 заявленных стали победителями в двух возрастных группах по номинациям «Проза» и «Поэзия».
Победителей награждали писатели, поэты и журналисты республики: лауреат государственной премии РБ премии им.Ш.Бабича Алмас Шаммасов, заслуженный работник культуры РФ и БАССР, лауреат международных премий им.С.Михалкова, В.Гиляровского, Н.Гоголя, Э.Хемингуэя и премии «Золотое перо России» Марсель Салимов, руководитель секции перевода Союза писателей РБ, руководитель литературного объединения "УФЛИ", член редколлегии журналов "Крещатик"(Мюнхен), главный редактор газеты "Истоки" Айдар Хусаинов, председатель объединения русскоязычных писателей Союза писателей РБ, заместитель гл. редактора республиканского литературно-творческого журнала «Бельские просторы» Светлана Чураева, а также директор Конгресс-холла «Торатау» Айгуль Муратова, представитель Фонда им.Мустая Карима Виктория Богушевская, российская художница, член Союза дизайнеров России и РБ, член Международной ассоциации изобразительных искусств – АИАП ЮНЕСКО, член Союза художников РБ Раушания Бадретдинова и др.
Конкурс организован Башкирской республиканской общественной организацией «Центр благотворительных и культурных программ «Хазина» и Башкирским республиканским отделением Общероссийского общественного благотворительного фонда «Российский детский фонд» при поддержке Международной Академии русской словесности (г.Москва), Союза писателей и Министерства культуры Республики Башкортостан.
____
26 апрель Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата "Күңелем ҡылы сыңлай" тигән ҡатмарлы тормош ситуацияһына эләккән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Республика әҙәби конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
Республика әҙәби конкурсына 70-тән ашыу эш ҡабул ителде: русса, башҡортса, татарса – үҙе теләп һайлаған телдә традицион шиғри формалар, кескәй проза әҫәрҙәре (прозала шиғриәт, нәҫер, һүрәтләмә, хикәйәләр), ә шулай уҡ музыкаль оҙатыу менән автор әҫәрҙәре (йырҙар, романстар, һ.б.).
Республиканың балалар йорттарында, коррекция мәктәптәрендә, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр араһынан 200 бала ҡатнашырға теләк белдерҙе, конкурста иһә йәш буйынса ике төркөмгә бүленгән «Проза» һәм «Шиғриәт» номинацияларында 30 бала ҡатнашты.
Еңеүселәрҙе республиканың яҙыусылары, шағирҙары һәм журналисттары бүләкләне, ул – Ш. Бабич ис. Республика йәштәр премияһы лауреаты Алмас Шаммасов, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Михалков, В.Гиляровский, Н.Гоголь, Э.Хемингуэй ис. Халыҡ-ара премиялары, «Рәсәйҙең алтын ҡылҡәләме» лауреаты Марсель Сәлимов, БР Яҙыусылар Союзының тәржемәсе секцияһы етәксеһе, УФЛИ әҙәби берекмәһе етәксеһе, «Крещатик» (Мюнхен) журналы редколлегияһы ағзаһы, «Истоки» газетаһының баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, БР Яҙыусылар Союзының рус телле яҙыусылар берләшмәһенең рәйесе, «Бельские просторы» республика әҙәби-ижади журналының баш мөхәррир урынбаҫары Светлана Чураева, шулай уҡ «Торатау» Конгресс-холл директоры Айгөл Моратова, Мостай Кәрим исемендәге Фонд вәкиле Виктория Богушевская, Рәсәй рәссамы, Рәсәй һәм Башҡортостан дизайнерҙары Союзының ағзаһы, АИАП ЮНЕСКО - Халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһының ағзаһы, Башҡортостан рәссамдар Союзы ағзаһы Раушания Бәҙретдинова һ.б.
Конкурс Халыҡ-ара рус теле академияһы (Мәскәү), Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы һәм Яҙыусылар Союзы ярҙамында «Хазина» шәфҡәтлелек һәм мәҙәниәт программалары үҙәге» Башҡортостан республика ижтимағи ойошмаһы һәм «Рәсәй балалар фонды» Дөйөм Рәсәй ижтимағи шәфҡәтлелек фондының Башҡортостан республика бүлексәһе тарафынан ойошторолдо.