Депутаты приняли участие в проекте «Читаем Мустая Карима»
Уфимский филиал «Российской газеты» совместно с депутатами Госдумы РФ и Госсобрания Башкортостана реализовал масштабный видеопроект «Читаем Мустая Карима». Народные избранники прочли стихотворения и отрывки из пьесы поэта «Салават».
Акция приурочена к 100-летию народного поэта Башкирии, драматурга, философа, политического деятеля Мустая Карима. Он внес вклад в развитие не только башкирской, но и русской советской литературы. Символом дружбы народов по праву стало стихотворение «Не русский я, но россиянин».
Во время акции «Российской газеты» многие участники проекта признавались, что открыли для себя Мустая Карима с новой стороны.
— Обращение к творчеству Мустафы Сафича, на наш взгляд, это лучший способ вспомнить его произведения, рассказать о нем подрастающему поколению, — рассказал директор уфимского филиала «РГ» Альфред Аглетдинов. — Здорово, что участники акции прочли не только знаменитые стихотворения, но и те, которые незаслуженно уходят на второй план современной жизни.
Мустай Карим известен общественности не только как литератор. Он был активным общественным и государственным деятелем. На протяжении трех десятков лет избирался депутатом, являлся заместителем Председателя Верховного Совета РСФСР. Для многих современных политиков Мустай Карим стал и учителем, и наставником, и примером.
— Я всегда задавал ему вопросы, связанные с историей развития и государственного управления Башкирии. Мне было интересно, как проходила перестройка в республике, — рассказывает участник проекта, депутат Госсобрания РБ Ильгам Галин. — Мустафа Сафич охотно делился фактами, потому что был не только свидетелем, но и непосредственным участником тех событий.
В акции «Российской газеты» участвовали десятки человек. Во время записи многие признавались, что открыли для себя Мустая Карима с новой стороны.
— Мне досадно, что раньше я не читал стихотворение «Был близок горизонт тогда», — поделился Рифат Шайхутдинов. — Это глубокое философское произведение, над которым можно думать не один год. Особенно впечатлили последние строки: «Гляжу задумчивее я// В могучих рек теченье// Постичь пытаясь бытия //И сущность, и значенье».
А депутат Госдумы РФ Михаил Бугера сразу заявил, что будет читать свое любимое.
— Я выбрал пролог к пьесе «Салават». Это не хрестоматийное произведение, неизвестное широкой публике. И это надо исправить, — отметил Михаил Бугера. — На правительственных заседаниях мы сидели с Мустафой Сафичем локоть к локтю. Он был очень рассудительным и харизматичным человеком, создавая вокруг себя атмосферу спокойствия и мира. Рядом с ним никто не гневался, не ругался, не выплескивал эмоции. Все вопросы решались конструктивно и по-деловому. Когда слышу его имя, то сразу на ум приходит слово «вечность».
_____
«Российская газета»һының Өфө филиалы РФ Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары менән берлектә «Мостай Кәримде уҡыйбыҙ» күләмле видеопроектты тормошҡа ашырҙы. Халыҡ тарафынан һайланған шәхестәр шағирҙың «Салауат» пьесаһының шиғырҙарын һәм өҙөктәрен уҡыны.
Акция Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, фәйләсүф, сәйәси эшмәкәр Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан үткәрелде. Ул башҡорт әҙәбиәте үҫешенә генә түгел, ә рус совет әҙәбиәтенә лә үҙ өлөшөн индерҙе. «Рус түгелмен, ләкин россиянмын» шиғыры ысын мәғәнәһендә халыҡтар дуҫлығының символына әүерелде.
«Российская газета» үткәргән акция барышында проектта ҡатнашыусыларҙың байтағы Мостай Кәримде үҙҙәре өсөн яңынан асҡандары тураһында әйтте.
— Мостафа Сафичтың ижадына әйләнеп ҡайтыу, беҙҙеңсә, уның әҫәрҙәрен тағы бер байҡап сығыуҙың, уның хаҡта киләсәк быуынға һөйләүҙең иң яҡшы ысулы, — тип һөйләне «РГ»ның Өфө филиалы директоры Альфред Әғлетдинов. — Акцияла ҡатнашыусыларҙың данлыҡлы шиғырҙарҙы уҡып күрһәтеүҙән тыш, заман шауҡымы арҡаһында икенсе планға күскән шиғырҙарҙы уҡыуҙары ла бик маҡтаулы.
Мостай Кәрим киң йәмәғәтселек өсөн әҙәбиәтсе генә түгел. Ул бик актив ижтимағи һәм дәүләт эшмәкәре лә булды. Өс тиҫтәләгән йылдар буйы ул депутат итеп һайланды, РСФСР Өлкә Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Байтаҡ заман сәйәсмәндәре өсөн Мостай Кәрим остаз да, уҡытыусы ла, өлгө лә.
— Мин уға Башҡортостанда дәүләт менән идара итеүҙең, уның үҫеше тарихы буйынса һорауҙар бирә торғайным. Республикала үҙгәртеп ҡороу барышы мине ҡыҙыҡһындырҙы, — тип һөйләне проектта ҡатнашыусы, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Илһам Ғәлин. — Мостафа Сафич был осорҙоң шаһиты ғына түгел, ә эсендә ҡайнап йөрөүсе шәхес булараҡ, миңә бик күп факттар һөйләне.
«Российская газета» акцияһында тиҫтәләгән кеше ҡатнашты. Яҙған ваҡытта күбеһе Мостай Кәримде үҙҙәре өсөн яңынан асҡандарын бәйән итте.
— «Күгем тәпәш, офоҡ яҡын…» шиғырын элек белмәгәнемә ныҡ үкенәм, — тип һөйләне Рифат Шәйхетдинов. — Был бик тәрән фәлсәфәүи әҫәр, уның хаҡта йылдар буйы уйланырға була. Айырыуса һуңғы юлдары ныҡ көслө тәъҫир ҡалдырҙы: Инде уйсаныраҡ бағам// Даръялар ағышына//...Бәлки төшөнә киләмдер// Донъялар айышына.
Ә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Бугера баштан уҡ үҙенең иң яратҡан шиғыры уҡыясағы хаҡында әйтте.
— Мин «Салауат» пьесаһының прологын һайланым. Был хрестоматик әҫәр түгел, ул уҡыусыларҙың киң ҡатламына билдәһеҙ. Һәм быны төҙәтер кәрәк, — тине Михаил Бугера. — Хөкүмәт ултырыштарында беҙ Мостафа Сафич менән терһәккә терһәк ултыра торғайныҡ. Ул төптән уйлай торған, көслө харизмалы шәхес булды, тирә-яҡҡа ул тыныслыҡ һәм һиллек атмосфераһы тыуҙырыр ине. Уның янында бер кем дә ҡыҙманы, әрләшмәне, эмоцияларына артыҡ бирелмәне. Бар һорауҙар ҙа конструктив, эшлекле хәл ителә ине. Мин уның исемен ишеткән һайын, уйыма «мәңгелек» тигән һүҙ килә.
Источник: "Российская газета"