Ансамбль имени Файзи Гаскарова выступит на 100-летии Мустая Карима
Государственный академический ансамбль народного танца имени Файзи Гаскарова выступит с юбилейной концертной программой в Свердловском Дворце народного творчества. Торжественное мероприятие, которое состоится 27 апреля, будет посвящено 100-летию Республики Башкортостан и 100-летию со дня рождения Мустая Карима.
Как сообщили в пресс-службе коллектива, гаскаровцы подготовили программу, которая покажет разнообразие танцевальных форм башкирского народного танца. Зрители увидят знаменитые башкирские танцы в постановке Файзи Гаскарова — танец-легенду «Семь девушек», Старинный танец с ведром, «Наш праздник», татарский танец «Жених», «Цвети, мой Башкортостан»; Рифа Габитова — башкирский княжеский танец «Тарханы»; Хашима Мустаева — «Цветущий курай»; Раиса Низаметдинова – «Семь родов».
На мероприятии зрители увидят премьеры года — танец «Салават» в постановке Марата Каримова и «Русь» в постановке хореографа из Самары Алексея Шишкина. В этот день артисты представят и танцы народов мира: украинский танец «Гопак», китайский танец «Лунный полет бабочки», туркменский танец «С ковром», танец аргентинских пастухов «Гаучо», американский танец «Кантри», Молодежный танец йошкар-олинских мари.
В Свердловском государственном областном Дворце народного творчества состоятся торжественные мероприятия, посвященные богатой культуре башкирского народа. С 12.00 в мраморном фойе Дворца начнет действовать выставка изобразительного и декоративно-прикладного творчества, предметов быта башкирского народа. В 14.00 в Большом зале пройдёт торжественное собрание с участием почетных гостей и официальных лиц Республики Башкортостан, Свердловской области и города Москвы. В 15.30 на сцену выйдет Государственный академический ансамбль народного танца им. Файзи Гаскарова в сопровождении оркестра.
_____
Фәйзи Ғасҡаров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле юбилей концерт программаһы менән Свердловск Халыҡ ижады һарайында сығыш яһаясаҡ. Тантаналы сара 27 апрель уҙа һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышлана.
Коллективтың пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ансамбль башҡорт халыҡ бейеүҙәренең төрлө формаларын сағылдырыусы программа әҙерләне. Тамашасылар Фәйзи Ғасҡаров үҙе һалған «Ете ҡыҙ» бейеү-легендаһын, “Биҙрә менән боронғо бейеү”ен, “Кейәү” татар бейеүен, “Беҙҙең байрам”, “Сәскә ат, Башҡортостан!” бейеүҙәрен, Риф Ғәбитовтың “Тархандар” башҡорт бейеүен, Хашим Мостаевтың “Сәскә атыусы ҡурай”, Рәйес Низаметдиновтың “Ете ырыу” бейеүҙәрен күрәсәк.
Сарала тамашасылар шулай уҡ йыл премьераларын да ҡараясаҡ – ул Марат Кәримов һалған “Салауат” бейеүе һәм Һамарҙан саҡырылған хореограф Алексей Шишкиндың “Русь” композицияһы. Был көндә артистар донъя халыҡтарының бейеүен дә тәҡдим итмәксе: “Гопак” украин бейеүе, “Күбәләктең айлы осошо” ҡытай бейеүе, “Балаҫ менән” төркмән бейеүе, Аргентина көтөүселәренең “Гаучо” бейеүе, американдарҙың “Кантри”һы, Йошкар-Ола марыйҙарының йәштәр бейеүе.
Свердловск дәүләт өлкәһе Халыҡ ижады һарайында башҡорт халҡының бай мәҙәниәтенә арналған тантаналы саралар ҙа үтәсәк. 12.00-дән башлап Һарайҙың мәрмәр фойеһында башҡорт халҡының һынлы һәм декоратив-ҡулланма сәнғәтенең, көнкүреш әйберҙәренең күргәҙмәләре эшләй башлай. 14.00-дә Ҙур залда Башҡортостан Республикаһының, Свердловск өлкәһенең һәм Мәскәү ҡалаһының рәсми кешеләре һәм почетлы ҡунаҡтары ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш башлана. 15.30-ҙа сәхнәгә оркестр ҡушылыуына Фәйзи Ғасҡаров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығасаҡ.
Источник: Башинформ