Новости

В Уфе наградили исследователей творчества Мустая Карима

13 февраля 2019

В год празднования 100-летия народного поэта Башкортостана Мустая Карима прошел Республиканский литературно-педагогический конкурс «Мустай Карим – певец добра и мира», посвященный его жизни и творчеству. 12 февраля в Уфе состоялось подведение итогов и чествование победителей конкурса.

Дочь поэта, директор Фонда имени Мустая Карима Альфия Каримова вручила дипломы, книги и ценные подарки за лучшие разработки уроков с применением современных образовательных технологий, занятий в детских садах, внеклассных мероприятий.

«Это одно из важных мероприятий в юбилейном году, потому что конкурс связан с профессией учителя. Журнал «Башҡортостан уҡытыусыһы» для вас, дорогие учителя, является большим помощником в работе. И для моего отца главным помощником в жизни был Учитель. От вас зависит, какое будет в дальнейшем наше общество, — сказала Альфия Мустаевна. — Радует, что в этом конкурсе приняло участие около 150 человек, мы каждого отметили. Вы – связующее звено между писателем и читателем, а читатель начинает свое воспитание с детсада, со школы. Важно, насколько будет интересен урок, какую методику используете, от этого зависит, появится ли у ученика тяга к прекрасному, любовь к книге. Просматривая конкурсные работы, я нашла неожиданные методики преподавания, анализы тем, открытия и исследования, по-новому прочтены строки произведений Мустая Карима».

Организатором конкурса выступила редакция общественно-педагогического и научно-методического журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» («Учитель Башкортостана»). В течение 2018 года на конкурс принимались методические разработки уроков, сценарии внеклассных мероприятий, исследовательские работы учителей, воспитателей дошкольных учреждений и учащихся. Всего в конкурсе приняли участие 135 педагогических работников и 14 учащихся городов и районов Башкортостана.

Источник: Башинформ

Видео: ГТРК "Башкортостан"

_____

Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләү айҡанлы әҙиптең тормошо һәм ижадына бағышланған «Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» Республика әҙәби-педагогик конкурс ойошторолғайны. 12 февраль Өфөлә йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы үтте.

Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова заманса уҡыу технологиялары ҡулланылған дәрестәрҙең, балалар баҡсаһындағы һәм кластан тыш сараларҙың иң яҡшы авторҙарына дипломдар, китаптар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

«Был сара юбилей йылының иң мөһим сараларҙың береһе, сөнки ул уҡытыусы һөнәре менән бәйле. Ҡәҙерле уҡытыусылар, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы һеҙҙең эшегеҙҙә оло ярҙамсы булып тора. Минең атайым өсөн дә төп ярҙамсы – Уҡытыусы ине. Киләсәктә йәмғиәтебеҙ ниндәй була – ул һеҙҙән генә тора, – тине Әлфиә Мостай ҡыҙы. – Был конкурста 150 кеше ҡатнашыуы ҡыуандыра, беҙ һәр кемде билдәләп үттек. Һеҙ – яҙыусы һәм китап уҡыусы араһын бәйләп тороусылар, ә китап уҡыусыһын балалар баҡсаһы, мәктәп тәрбиәләй. Баланың матурлыҡҡа, китап уҡыуға һөйөүе уяныуында дәрестең ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуы, ниндәй методика ҡулланылыуы мөһим. Конкурс эштәрен ҡараған саҡта мин Мостай Кәрим әҫәрҙәрен өйрәнгәндә уҡытыу методикаһының көтөлмәгән алымдарына, темалар анализдарына, яңы асыштарға һәм тикшеренеүҙәргә тап булдым».

Конкурс ойоштороусыһы – «Башҡортостан уҡытыусыһы» ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналының мөхәрририәте. 2018 йыл буйына конкурсҡа дәрестәрҙең төрлө методикалары, кластан тыш саралар сценарийҙары, уҡытыусыларҙың, мәктәпкә тиклемге учреждениелар тәрбиәселәре, уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре ҡаралды. Барыһы конкурста Башҡортостан ҡала һәм райондарынан 135 педагог һәм 14 уҡыусы ҡатнашты.