К 90-летию Чингиза Айтматова: Башкортостан я узнавал устами Мустая Карима
Сегодня Республика Кыргызстан, которая с каждым днем нам становится все ближе, отмечает свою большую дату – 90-летие со дня рождения писателя мирового значения, великого сына своего народа Чингиза Айматова. Сегодня в новостной ленте мы прочтем много интересных фактов и нем, о его творчестве. Но нам он близок и тем, что является другом народного поэта Башкортостана Мустая Карима. Именно его глазами, общением с ним он постигал новый для себя мир родственного башкирского народа.
Они дружили и высоко ценили друг друга. Мустафа Сафич был старше Айтматова на десять лет, он прошел войну, носил в себе осколок снаряда и тяжелые воспоминания… Но у него было счастливое детство. А Чингизу Торекуловичу выпало тяжелое детство, с острым ощущением несправедливости мира. В 1938 году его отца, крестьянского активиста, расстреливают как «врага народа», но перед этим они с матерью и сестрами по настоянию отца, который, видимо, уже понимал все ужасы «сталинской» машины, бегут в родовое село отца Шекер. И во время войны Чингиза, как грамотного человека, назначают секретарем совета аила.
Не потому ли такой светлый, мечтательный Пупок-Кендек в «Долгом-долгом детстве» и такие недетские переживания у «айтматовских» мальчиков – из «Белого парохода», Кирикха из «Пегого пса…»?
Но в целом творчество их во многом перекликается. Наверно, в этом и заключается похожесть менталитетов кыргызского и башкирского народов – созерцательность, искренняя нежность к женщинам - матери, сестрам, дочерям, уважение сильного мужского начала, но именно – уважение, не страх и унижение… Чистота любви… История Марагима и Акйондоз удивительным образом перекликается с Асель и Ильясом в повести «Тополек мой в красной косынке»… Образы матерей и бабушек, как хранительниц рода, хранительниц неведомых тайн мироздания…
Конечно же, творчество Мустая Карима более деликатно, более бережно к душам своих читателей. Свои страсти, свои сомнения и счастливые мгновения он переживал в стихах, на самые трудные, мучительные вопросы искал ответы в трагедиях «В ночь лунного затмения», «Салават», «Не бросай огня, Прометей!»
У Чингиза Айматова была только проза – и он отвечал на все свои вопросы через своих героев. Отвечал честно и порой беспощадно. И здесь герои их перекликаются. Это люди из крестьянской среды, бедняки, знающие цену куску хлеба и жару очага. С тяжелыми судьбами, но чистейшими душами, архаичным восприятием земли и родовых уз, отношением к себе, как к хозяину земли, к женщине, как продолжительнице твоего рода…
И эта их притчевость, метафоричность, чуткое отношение к слову и к незатейливым, но трогательным историям простых людей…
В 1971 году появилось это посвящение Мустая Карима своему другу:
Чингизу Айтматову
Была моя жизнь непрерывной игрой,
Я сам — то огромен, то мал.
То нечет, то чет, то отлив, то прибой,
Успех набегал на провал.
К находке была мне потеря дана,
К добру — своя толика зла…
Любовь никогда не являлась одна,
Печаль по пятам ее шла.
Едва благочестье меня усмирит,
Как бес уже шепчет свой вздор,
Чем громче хвала надо мною гремит,
Тем в сто раз страшнее позор.
Наверно, рубеж через сердце идет.
Чтоб с полднем не спуталась мгла,
Чтоб радость, достигшая самых высот,
До счастья дойти не могла.
Была моя жизнь непрерывной игрой,
Был жребий и странен и шал:
То нечет, то чет, то отлив, то прибой,
Успех набегал на провал.
Сквозь легкость удач я джигитом летел,
В исканьях я к мужеству шел,
Но лишь от печалей, от слез и потерь
Я голос поэта обрел.
(перевод И. Снеговой).
Они умели дружить. Умели восхищаться друг другом. По-достоинству оценить творчество друг друга. Настоящие «пахари» от литературы – много работающие над собой, знающие мировую литературу и анализирующие произведения современников.
В 1981 году, на вопрос журналиста Татьяны Архангельской из «Литературной газеты» «А что из прочитанного вами в последнее время запомнилось особенно?», Мустафа Сафич ответил:
- Потряс роман Айтматова «И дольше века длится день» - в деталях, в сущности, в дыхании времени, в тревогах его. Это крупное произведение большого художника… /…/ Иногда читаешь книги, которые поднимают большие проблемы времени, тревожные проблемы, и после прочтения тебе становится горько. А это произведение, укрепляющее веру…
Они были двумя писателями, мыслителями, которые представляли в пространстве большой советской литературы братские тюркские народы. Это уже было миссией – почетной, вознаграждаемой, но очень ответственной. И братство это поддерживалось всю их долгую жизнь.
И все это отразилось в прощальной телеграмме Чингиза Торекуловича из Брюсселя.
«Прощай, Мустай Карим… Как трудно произносить эти прискорбные слова, преклоняясь всю жизнь перед этим человеком, который был не только близким другом, не только великим собратом на ниве литературного творчества нашей эпохи, но и выдающейся личностью гуманизма 20 века, выступая от имени башкирского народа, от имени его поэзии и культуры. Мустай Карим останется заветным ликом башкиров… И все больше вглядываюсь я в заветную фотографию, дорогую, памятную, висящую у меня в рамке под стеклом, где мы втроем – Мустай Карим, Расул Гамзатов и я… Да, уходим вслед за нашим 20 веком, как улетающие птицы… Остаюсь пока один… Прощай, великий сын башкирских собратьев – Мустай Карим.
Преклоняюсь и плачу! Чингиз Айтматов. Брюссель, 21 сентября 2005 года».
____
Сыңғыҙ Айтматовтың 90 йыллығына: Башҡортостанды мин Мостай Кәрим һөйләгәндәре аша белдем
Бөгөн Ҡырғыҙстан Республикаһы, ә ул хәҙер көн дә беҙгә яҡыныраҡ була бара, үҙенең оло байрамын – донъя кимәлендәге яҙыусыһы, үҙ халҡының бөйөк улы Сыңғыҙ Айтматовтың 90 йыллығын билдәләй. Бөгөн беҙ яңылыҡтар таҫмаһынан уның һәм уның ижады хаҡында байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белербеҙ. Әммә ул беҙгә Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән дуҫ булғаны менән дә яҡын. Тап уның күҙҙәре, уның менән һөйләгәндәре аша ул үҙе өсөн туғандаш башҡорт халҡының донъяһын асты.
Улар дуҫ булды һәм бер-береһен бик юғары баһаланы. Мостафа Сафа улы Айтматовтан ун йәшкә өлкән ине, ул һуғыш үтте, үҙендә снаряд ярсығы һәм ауыр хәтирәләр йөрөттө... Тик уның бала-сағы бәхетле булды. Ә Сыңғыҙ Түрәҡол улының тормош ғәҙелһеҙлеге тойғоһо менән сорналған баласағы ауыр ине. 1938 йылда уның атаһын, крәҫтиән активисын, «халыҡ дошманы» тип аталар, ә унан алда атаһының ҡушыуы буйынса (күрәһең, ул Сталин машинаһының бар аяуһыҙлығын һиҙемләгәндер) улар әсәһе һәм апалары менән атаһының туған ауылы Шәкәргә ҡасып ҡотола. Һәм һуғыш йылдарында ун дүрт йәшлек Сыңғыҙҙы, уҡымышлы кеше булараҡ, ауыл советы сәркәтибе итеп тәғәйенләйҙәр.
Шуның өсөн микән «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ»тың Кендеге шундай асыҡ күңелле һәм хисле, ә Айтматов һүрәтләгән малайҙар баласаҡта ололарса ғазаптар кисерә? «Аҡ пароход»тағы Малай, «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт»тәге Кирикх...
Шулай ҙа, уларҙың ижадтарының уртаҡлығы байтаҡ. Бында ҡырғыҙ һәм башҡорт халыҡтарының менталитет оҡшашлығы ла сағылалыр – донъяға ихласлыҡ менән бағыу, ҡатын-ҡыҙға булған наҙлылыҡ – әсәйгә, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыңа, ир-затының көсөнә ҡарата ихтирам, эйе, кәмһенеү һәм ҡурҡыу тойғоһо түгел, ә тап ихтирам... Мөхәббәт сафлығы... Мәрәһим менән Аҡйондоҙ тарихы «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәйем»дең Аҫыл менән Ильястың тарихы менән ауаздаш... Ҡәүемен һаҡлаусы, донъялыҡтың ғәжәйеп серҙәрен һаҡлаусы әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр образдары...
Әлбиттә, Мостай Кәримдең ижады уҡыусыларының күңеленә күпкә һағыраҡ, күпкә иплерәк ҡағыла. Үҙенең йөрәк өҙгөс һағыштарын һәм бәхетле мәлдәрен ул шиғырҙары аша сағылдыра, ә иң ҡыйын, иң йән әрнеткән һорауҙарына ул «Ай тотолған төндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедияларында яуап эҙләй.
Сыңғыҙ Айтматов иһә тик сәсмә әҫәрҙәр генә яҙа һәм бар һорауҙарына ла үҙенең геройҙары аша яуап бирә. Уның яуаптары ҡай саҡ ҡаты һәм аяуһыҙ. Тик был осраҡта ла уларҙың геройҙары үҙ-ара оҡшаш. Крәҫтиән мөхитенән сыҡҡан ярлылар, улар икмәк киҫәгенең дә, өй йылыһының да хаҡын белә. Бик ауыр яҙмышҡа дусарҙар, әммә саф, ихлас күңеллеләр, ер һәм туғанлыҡ тойғоларын да улар бороңғо атай-олатайҙары кеүек кисерә: үҙен ер хужаһы итеп тоя, ҡатын-ҡыҙға ырыуың дауам итеүсе итеп ҡарай...
Уларҙың уртаҡлығы – кинәйәле әҫәрҙәр, ҡисса юғарылығы, һүҙ ҡәҙерен тойоу һәм ябай кешеләрҙең ихлас һәм хисле тарихтарына ҡарата иғтибарлылыҡ...
1971 йылда Мостай Кәрим дуҫына ошондай бағышлау яҙа:
Сыңғыҙ Айматовҡа
Ғүмерем минең сәйер уйын булды,
Серле бер йәрәбә - тотоштан,
Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп,
Отолоуҙар менән отоштар.
Юғалыуҙар аңдып торҙо һәр саҡ
Урау юлдарҙағы табышты.
Мөхәббәт тә яңғыҙ йөрөмәне,
Гел эйәртеп алды һағышты.
Инсафланып бөттөм, тигәс кенә,
Йәнә килеп шайтан ҡотортто.
Маҡтау күргән һайын, ғәмем артып,
Оторо мине хурлыҡ ҡурҡытты.
Минең йөрәк аша үтә, ахыры,
Көндәр менән төндәр ыҙаны.
Шатлығым йыш бәхет сигенә етте,
Тик ул сикте әле уҙманы.
Ғүмерем минең сәйер уйын булды,
Серле бер йәрәбә - тотоштан,
Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп,
Отолоуҙар менән отоштар.
...Уңыштарым егет итте мине,
Баҫыңҡы ир итте табыштар.
Әммә мине шағир яһанылар
Юғалтыуҙар менән һағыштар.
Улар дуҫлыҡ ҡәҙерен белде. Улар бер-береһе менән һоҡлана белде. Һәм бер-береһенең әҫәрҙәрен тейешенсә баһаланы. Ысын мәғәнәһендә әҙәбиәтте «һөрөүсе» шәхестәр – улар үҙ өҫтөндә бик күп эшләне, донъя әҙәбиәтен яҡшы белде һәм замандаш яҙыусыларының ижадын күҙәтә барҙы.
1981 йылда «Литературная газета» журналисы Татьяна Архангельскаяның «Ә һуңғы осорҙа уҡып сыҡҡан әҫәрҙәр араһында айырыуса нимә ныҡ тәьҫир итте?» тигән һорауына, Мостафа Сафа улы ошолай яуап бирҙе:
- Айтматовтың «Быуаттан оҙаҡҡа һуҙыла көн» романы тетрәндерҙе – деталдәре, бар эстәлеге, ваҡыт һулышы, шуның борсолоуҙары менән. Был оло ижадсының бик ҙур әҫәре… /…/ Ҡай саҡ замананың проблемаларын, уны бик борсоған проблемаларын күтәргән китаптарҙы уҡыйһың да, әрнеү тойғоһо ҡала. Ә был ышаныс уята торған әҫәр...
Улар ҙур совет әҙәбиәте киңлегендә туғандаш төрки халыҡтарының ике вәкиле, ике әҙибе, аҡыл эйәләре ине. Был үҙенә күрә бер миссия – хөрмәт-данға күмелгән, әммә үтә лә яуаплы миссия. Һәм был туғандашлыҡ уларҙың оҙон ғүмере буйына дауам итте.
Һәм бының барыһы ла Сыңғыҙ Түрәҡол улының Брюсселдән ебәрелгән хушлашыу телеграммаһында сағылды.
«Хуш, Мостай Кәрим... Ошо әрнеүле һүҙҙәрҙе әйтеүе бик ҡыйын, ғүмер буйы ошо кеше алдында баш эйҙем, сөнки ул яҡын дуҫ, дәүеребеҙҙең әҙәби ижад киңлегендә бөйөк туғаным ғына түгел, ә 20 быуат гуманизмының күренекле шәхесе булды, һәм ул башҡорт халҡы, уның шиғриәте һәм мәҙәниәте исеменән сығыш яһаны. Мостай Кәрим башҡорттарҙың изге кешеһе булып ҡаласаҡ... Мин һаман үҙем өсөн изге, бик тә ҡәҙерле, иҫтәлекле, быяла артында рамкала торған фотоһүрәткә тағы бағам: беҙ унда өсәү – Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов һәм мин... Эйе, беҙ үҙебеҙҙең 20 быуат артынан ҡоштар кеүек осоп китеп барабыҙ... Хәҙер иһә яңғыҙ ҡалдым... Хуш, башҡорт туғандарымдың бөйөк улы – Мостай Кәрим. Баш эйәм һәм илайым! Сыңғыҙ Айтматов. Брюссель, 21 сентябрь 2005 йыл».
Источник: МедиаКорСеть