Новости

Уфимский аэропорт назовут в честь Мустая Карима

4 декабря 2018

4 декабря в эфире телеканала «Россия 1» были подведены итоги конкурса «Великие имена России». Свои голоса за новые имена 42 аэропортов в городах России отдали 5 миллионов россиян. Из трех кандидатов в Уфе выбрали писателя Мустая Карима. На втором месте - летчик Муса Гареев, на третьем - Салават Юлаев.

Альфия Каримова, дочь Народного поэта Башкортостана Мустая Карима, директор Фонда имени Мустая Карима:

- Это огромная радость для нашей семьи, драгоценный подарок к 100-летию папы. Мы очень благодарны всем, кто поддержал на голосовании его кандидатуру. Для нас очень важно, что папино творчество продолжает жить в сердцах жителей Башкортостана. Теперь оно откроется и для всех гостей республики.

Процесс голосования, как и во многих других регионах страны, вызвал бурные обсуждения общественности, лидеры регулярно менялись. Кандидатура Мустая Карима в самом начале голосования вырвалась вперед, затем на какое-то время уступила Мусе Гарееву, но, как показывают результаты, снова ушла в победный отрыв.

Тимербулат Каримов, внук поэта, учредитель Фонда имени Мустая Карима:

- Наша семья выражает искреннюю благодарность всем, кто отдал свой голос за Мустая Карима. Уверен, что участникам голосования пришлось сделать непростой выбор — все кандидаты, безусловно, выдающиеся исторические личности, внесшие неоспоримый вклад в развитие нашей республики. Для нас большая честь, что в год 100-летия Республики и векового юбилея Народного поэта Башкортостана воздушные ворота Уфы будут названы его именем.

Аэропорт Шереметьево в Москве будет назван именем поэта Александра Пушкина, аэропорт Нижнего Новгорода получит имя Чкалова, казанский аэропорт назовут именем Габдуллы Тукая. В Архангельске, Нижневартовске и Санкт-Петербурге, будут организованы вторые туры: эти города уступили лидирующие позиции в борьбе за популярные имена.

При этом главное решение остается за Владимиром Путиным. 28 ноября президент России подписал указ о присвоении отдельным географическим объектам, в том числе и аэропортам, имен россиян, имеющих особые заслуги перед Отечеством.

- Предложения о присвоении имен аэропортам, вокзалам и портам будут вноситься на рассмотрение Правительством РФ Общественной палатой России по результатам общественного обсуждения, - пояснили в Общественной палате РФ. - Затем эти предложения будут направляться Президенту РФ, который и будет принимать окончательное решение.

_____

Өфө аэропортына Мостай Кәрим исеме биреләсәк

4 декабрь «Россия 1» телеканалы эфирында «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» конкурсына йомғаҡ яһалды. Рәсәй ҡалаларының 42 аэропортының яңы исемдәре өсөн үҙ тауыштарын 5 миллион кеше бирҙе. Өфөлә өс кандидат араһынан яҙыусы Мостай Кәрим һайланды. Икенсе урында – летчик Муса Гәрәев, өсөнсөлә – Салауат Юлаев.

Әлфиә Кәримова, Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры:

- Беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн был оло ҡыуаныс, атайымдың 100 йыллығына ҡәҙерле бүләк. Уның кандидатураһын хуплап, тауыш биргәндәрҙең барыһына ла бик рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең өсөн атайымдың ижады Башҡортостан кешеләренең йөрәгендә йәшәүен дауам иткәне бик мөһим. Хәҙер ул республикабыҙ ҡунаҡтары өсөн дә асыла башлар.

Илебеҙҙең башҡа региондарындағы кеүек, тауыш биреү процессында йәмәғәтселектең фекер алышыуы ҡыҙыу барҙы, лидерҙар ваҡыты-ваҡыты менән алышынды. Тауыш биреү башында Мостай Кәрим кандидатураһы алға сыҡты, шунан бер аҙға Муса Гәрәевтан ҡалышып торҙо ла, һөҙөмтәләр буйынса, күпкә алға китте һәм еңеүгә өлгәште.

Тимербулат Кәримов, шағир ейәне, Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе:

- Ғаиләбеҙ Мостай Кәрим өсөн тауыш биргән һәр кемгә ихлас рәхмәтен белдерә. Ышанам, кем өсөн тауыш бирергә тигән һайлау ябай булмағандыр – бөтә кандидаттар ҙа, һис шикһеҙ, күренекле тарихи шәхестәр, улар республика үҫешенә тос өлөш индергәндәр. Беҙҙең өсөн Республиканың 100 йыллығы һәм Башҡортостан халыҡ шағирының бер быуатлыҡ юбилейы үтәсәк йылда Өфөнөң һауа ҡапҡаларына уның исеме бирелеүе бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Мәскәүҙең Шереметьево аэропортына шағир Александр Пушкин исеме биреләсәк, Түбәнге Новгород аэропорты Чкалов исемен йөрөтәсәк, Ҡазан аэропорты иһә Ғабдулла Туҡай исемен данлаясаҡ. Архангельск, Нижневартовск, Санкт-Петербург ҡалаларында икенсе тур ойоштороласаҡ: был ҡалалар популяр исемдәр көрәшендә лидерлыҡ позицияларынан төшөп ҡалды.

Шулай ҙа төп һүҙҙе Владимир Путин әйтәсәк. 28 ноябрь Рәсәй президенты айырым географик объекттарға, шулай уҡ аэропорттарға Ватан алдында айырыуса ҙур ҡаҙанышы булған Рәсәй шәхестәренең исемдәре менән атау тураһында ҡарар сығарҙы.

- Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәтенә аэропорт, вокзал һәм порттарға исемдәр ҡушыу буйынса тәҡдимдәрҙе Рәсәй Йәмәғәт палатаһы индерәсәк, улар йәмәғәтселектең фекер алышыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләсәк, - тип аңлаттылар РФ Йәмәғәт палатаһында. – Аҙаҡтан был тәҡдимдәр Рәсәй Федерацияһынан Президентына йүнәлтеләсәк, һәм иң һуңғы ҡарарҙы тап ул сығара.

Источник: МедиаКорСеть