Новости

99-й день рождения Мустая Карима завершился спектаклем «Луна и Листопад»

20 октября 2018

Празднование 99-го дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима закончилось в Государственном академическом русском драматическом театре РБ показом спектакля «Луна и листопад» по повести Мустая Карима «Помилование». Спектакль посетили врио Главы республики Радий Хабиров, дочь и внук поэта Альфия и Тимербулат Каримовы, Полномочный посол Азербайджана в России Полад Бюльбюль-Оглы, народный поэт Татарстана Ренат Харис, члены правительства Республики Башкортостан.

Впервые «Луну и листопад» показали зрителям 12 лет назад, в 2006 году — к 87-му дню рождения Мустая Карима. Авторами инсценировки повести стали сын писателя Ильгиз Каримов и поэт Айдар Хусаинов. Спектакль шёл на сцене театра с 2006 по 2013 годы, а также в сезоне 2014-2015. В преддверии 100-летия Мустая Карима постановка вновь вошла в репертуар – уже с обновлённым актёрским составом. Все действие на сцене сопровождается кадрами киносъёмки, компьютерной графикой.

По окончании показа перед зрителями выступила дочь поэта Альфия Каримова: «Вот и закончился на такой пронзительной ноте этот долгий день. Помню, как Мустай Карим писал «Помилование». Он начал думать над произведением на следующий день после победы. Но тему любви, любви на войне он осознал, будучи зрелым человеком. Помню, отец рассказывал один эпизод. Когда он был военным корреспондентом, стал свидетелем, как молодого парня вели на расстрел за какой-то проступок, наверное, как и героя произведения. Шел дождь, и парень перепрыгивал с кочки на кочку, боясь замочить ноги. В этом была какая-то беззащитность против суровых условий войны. Я хочу сказать спасибо Михаилу Рабиновичу, что он выстрадал этот спектакль, своему брату, который перевел его на русский язык вместе с Айдаром Хусаиновым. Каждый актер — соавтор этого спектакля, они прожили сегодня жизни героев. Спасибо за такой подарок в этот день рождения, что чувствуете то же, что и мы. Дух папы с нами».

По словам внука поэта Тимербулата Каримова, сегодня, 20 октября, начался год столетия Мустая Карима. Девиз Года — «Наш на все 100». «Перед нами стоит серьезная, большая, но посильная задача — вернуть Башкортостан на культурное пространство страны, — сказал он после спектакля. — От всех нас зависит очень многое в деле возрождения Башкортостана. Это завещал нам Мустай Карим».

Спектакль произвел сильное впечатление и на Полада Бюльбюль-Оглы: «Прошло столько лет после войны и после первой постановки, но произведение до сих пор берет за живое. Потому что темы порядочности, чести, отношения к жизни — они вечные. Я поздравляю творческую труппу». По мнению гостя из Азербайджана, хорошо, когда нация хранит память о выдающихся людях, это способствует объединению нации, и такие традиции надо беречь.

В фойе театра открылся выставочный фотопроект к 99-летию со дня рождения народного поэта Республики Башкортостан «Мустая Карим: Мгновения жизни». В экспозицию вошли более 60 снимков писателя разных лет из его семейного архива.

_____

Мостай Кәримдең 99-сы тыуған көнө «Луна и листопад» спектакле менән тамамланды

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 99-сы тыуған көнөн байрам итеү БР-ҙың Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған «Луна и листопад» спектакле менән тамамланды. Спектаклде республиканың Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, шағирҙың ҡыҙы һәм ейәне Әлфиә һәм Тимербулат Кәримовтар, Азербайжандың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Полад Бюльбюль-Оғлы, Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харис, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзалары килде.

Тәүге тапҡыр «Луна и листопад» спектакле тамашасыларға 12 йыл элек, 2006 йылда — Мостай Кәримдең 87-се тыуған көнөнә сығарылғайны. Инсценировка авторҙары — яҙыусының улы Илгиз Кәримов һәм шағир Айҙар Хөсәйенов. Спектакль театр сәхнәһендә 2006 йылдан 2013 йылға тиклем барҙы, шулай уҡ 2014-2015 йылғы сезонында ла күрһәтелде. Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы алдынан спектакль яңыртылған актерҙар составы менән йәнә репертуарға индерелде. Бөтә тамаша дауамында — киносъемка кадрҙары һәм компьютер графикаһы.

Спектакль тамамланғас, тамашасылар алдында шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова сығыш яһаны: «Оҙон көн ошондай һағышлы нотала тамамланды. Атайымдың «Ярлыҡау»ҙы нисек яҙғанын хәтерләйем. Был әҫәр хаҡында ул Еңеүҙең икенсе көнөнән һуң уҡ уйлана башлай. Тик һөйөү, һуғыш мәлендә һөйөү темаһын ул урта йәшкә еткәс кенә аңланы. Атайымдың бер иҫтәлеген һөйләгәне хәтерҙә. Хәрби корреспондент булған мәлдә ул ошо әҫәр геройы кеүек үк йәш кенә бер егетте ниндәйҙер бер ҡырын эше өсөн атырға алып барғандарына шаһит була. Ямғыр яуа, егет аяҡтарын һыулатмаҫ өсөн бер түңгәктән икенсеһенә һикерә. Һуғыштың аяуһыҙ шарттары алдында кәрһеҙлек күренеше ине был. Мин ошо спектаклде үҙе аша кисереп, сәхнәгә сығарған Михаил Рабиновичҡа, рус теленә тәржемә иткән ағайыма һәм Айҙар Хөсәйеновҡа рәхмәт әйткем килә. Һәр актер — спектаклдең соавторы, улар бөгөн геройҙарҙың тормошо менән йәшәне. Атайымдың тыуған көнөнә ошондай бүләк өсөн, беҙҙең ни кисергәнде кисергәнегеҙ өсөн рәхмәт. Атайым рухы беҙҙең менән».

Шағир ейәне Тимербулат Кәримов әйтеүенсә, бөгөн, 20 октябрь, Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейы башланды. Йыл девизы - «100 тапҡыр беҙҙеке». «Беҙҙең алда етди, ҙур, әммә көс етерлек бурыс тора — Башҡортостанды илдең мәҙәни киңлегенә кире ҡайтарыу, — тине ул спектаклдән һуң. — Башҡортостанды тергеҙеү бурысы һәр кемебеҙҙән тора. Мостай Кәрим шуны васыят итеп ҡалдырҙы».

Спектакль Полад Бюльбюль-Оғлыны ла ныҡ тулҡынландырҙы: «Һуғыштан һуң һәм спектаклдең тәүге ҡуйылышынан һуң нисәмә йыл үткән, әммә әҫәр һаман да ныҡ тәъҫир ҡалдыра. Сөнки әҙәплелек, намыҫлылыҡ, тормошҡа мөнәсәбәт — улар мәңгелек. Мин ижади төркөмдө ҡотлайым». Азербайжан ҡунағы фекеренсә, милләт үҙенең күренекле шәхестәре хаҡында хәтерләһә, был милләтте берләштереүгә булышлыҡ итә, бындай йолаларҙы һаҡларға кәрәк.

Театр фойеһында Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнөнөң 99 йыллығы айҡанлы «Мостай Кәрим. Ғүмер миҙгелдәре» фотопроект күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға яҙыусының ғаилә архивындағы 60-тан ашыу фотоһүрәте инде.

Источник: Башинформ
Фото из архива Фонда имени Мустая Карима
Фотограф: Олег Павлов