Тимербулат Каримов: Книги Мустая Карима – это источник вдохновения
Учредитель Фонда имени Мустая Карима Тимербулат Каримов после вручения именных грантов ответил на вопросы журналистов. По его словам, на следующий год ожидается большое количество мероприятий, связанных с жизнью и творчеством народного поэта Башкортостана.
«Самая главная цель, чтобы Мустая Карима читали, и поэтому самым большим подарком для поклонников его таланта станет выход академического издания собрания сочинений. Книги поэта должны быть доступны обширному кругу читателей», — сказал Тимербулат Каримов.
В ближайшие две недели в Уфе будет презентована книга «Мустай. Интервью, которого никогда не было», и как отметил внук поэта, она будет доступна максимальному количеству читателей: «Я очень рад, что системно удалось вовлечь самый широкий спектр всех, кто любит творчество Мустая Карима, кто ценит наш родной язык и национальную литературу в череду событий, которые предшествуют празднованию 100–летнего юбилея Мустая Карима. Я уверен, мы сможем обратить внимание на башкирский язык и литературу самый широкий круг читателей не только Башкортостана, но и всех регионов России и зарубежных стран. В творчестве Мустая Карима каждый из нас сможет найти для себя что–то близкое и родное. Найти в этом и утешение, и источники вдохновения».
В прошлом году выпускники башкирских школ получили возможность льготного поступления в Литературный институт имени Горького, благодаря своей победе в конкурсе, организованном Фондом имени Мустая Карима совместно с главным литературным вузом страны. Конкурс был объявлен в рамках подготовки к столетию народного поэта Башкортостана и нацелен на выявление одаренных выпускников, будущих переводчиков башкирской литературы. В различных этапах конкурса участвовали 70 претендентов из разных районов Башкортостана, а в число победителей и призёров вошли 14 старшеклассников и студентов вузов республики. По итогам конкурса студентами Литинститута стали: выпускник БРГИ им. Рами Гарипова, уроженец Мечетлинского района Салават Зайнетдинов, студентка БашГУ из Учалинского района, выпускница БРГИ им. Р. Гарипова Айзира Шайхитдинова, уроженка Нуримановского района Лариса Бужаева, студентка из Уфы Рада Гареева и выпускница хайбуллинской школы Найля Акбулатова.
«Нам отрадно, что молодые ученые и студенты, которые получают гранты Фонда имени Мустая Карима, остаются в нашей орбите, работают совместно с нами. Интеллектуальный труд, проводимый студентами и преподавателями БГУ, вызывает восхищение и вселяет надежду в будущее. Следующий год особенный – юбилейный. Не скажу, что обладателями грантов станут 100 студентов и ученых в честь 100 летнего юбилея, но круг талантливых и ценнейших для нас людей нам бы хотелось существенно расширить. Наша главная задача: оставить в них мощный творческий заряд», — отметил Тимербулат Каримов.
В семье поэта следят и за тем, как идут общественные обсуждения вокруг присвоения имен выдающихся соотечественников главным аэропортам в разных регионах страны. Напомним, что в итоговый лонг-лист федерального проекта «Великие имена России» вошло и имя Мустая Карима. По признанию Тимербулата Каримова, им «как наследникам великого поэта отрадно, что имя их картатая звучит в этом контексте и вошло в число 10 самых выдающихся представителей республики. Очень важно, чтобы люди делали свой выбор независимо и взвешенно».
Учредитель Фонда имени Мустая Карима рассказал и о своей встрече с врио Главы Башкортостана Радием Хабировым. «Он был с нами в очень тяжелое время, это один из немногих людей, который деятельно помогал нашей семье, был всегда рядом, когда не стало Мустафы Сафича. Мы очень ценим эту поддержку и готовы, в свою очередь, оказывать ему свою помощь и поддержку. А вчера мы говорили о творческих инициативах нашего Фонда, я рассказал Радию Фаритовичу о планах по благоустройству села Кляшево – малой родины Мустая Карима. Мы хотим там создать новое общественное пространство, чтобы оно стало точкой притяжения для как можно большего количества людей», — сказал Тимербулат Каримов.
_____
Тимербулат Кәримов: Мостай Кәрим китаптары – илһам сығанағы
Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Тимербулат Кәримов исемле гранттар тапшырғандан һуң журналисттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, киләһе йылға Башҡортостандың халыҡ шағирының тормошо һәм ижады менән бәйле бик күп саралар ҡаралған.
«Төп маҡсат – Мостай Кәримде уҡыһындар, шуға ла уның талантын һөйөүселәр өсөн иң ҙур бүләк - әҫәрҙәренең тулы академик йыйынтығы сығыу буласаҡ. Шағир китаптары уҡыусыларҙың киң даирәһенә билдәле булырға тейеш», — тине Тимербулат Кәримов.
Ошо ике аҙна эсендә Өфөлә «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабының презентацияһы үтәсәк, һәм, шағир ейәне әйтеүенсә, ул мөмкин тиклем күберәк уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән: «Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилей байрам итеү алдынан әҙип ижадын, туған телебеҙ һәм милли әҙәбиәтебеҙ һөйөүселәрҙең барыһын да системалы рәүештә бер-бер артлы үткән ваҡиғалар теҙмәһенең ғәйәт киң спектрына йәлеп итә алғаныбыҙға бик шатмын. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа региондары һәм сит ил уҡыусыларының киң даирәһен дә башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә иғтибарҙарын йүнәлтә алыуыбыҙҙа шикләнмәйем. Мостай Кәрим ижадында һәр кемебеҙ үҙенә яҡын һәм ҡәҙерле нәмә күрә. Үҙенә йыуаныс та, илһам сығанағы ла таба».
Былтыр башҡорт мәктәптәрен тамамлаусылар Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына льготалы рәүештә уҡырға инә алды, быға улар илдең төп әҙәби юғары уҡыу йорто һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд ойошторған конкурста еңеп иреште. Конкурс Башҡортостан халыҡ шағирының йөҙ йыллығына әҙерлек сиктәрендә иғлан ителгәйне һәм һәләтле сығарылыш уҡыусыларын, киләсәктә башҡорт әҙәбиәте тәржемәселәрен әҙерләүгә йүнәлтелгәйне.
Конкурстың төрлө этаптарында Башҡортостандың төрлө райондарынан 70-кә яҡын кеше ҡатнашты, ә еңеүсе һәм приз алыусылар иҫәбенә 14 сығарылыш уҡыусыһы һәм республиканың юғары уҡыу йорттарының студенттары һайланды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Мәсетле районынан Салауат Зәйнетдинов, Учалы районынан БДУ студенткаһы, Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамлаған Айзирә Шәйхетдинова, Нуриман районынан Лариса Бужаева, Өфө ҡалаһынан Рада Гәрәева һәм Хәйбулла мәктәбен тамамлаусы Нәйлә Аҡбулатова Әҙәбиәт институтының студенттары булды.
«Мостай Кәрим исемендәге Фондтан грант алыусы йәш ғалимдар һәм студенттар ҙа беҙҙең орбитала ҡалыуына, беҙҙең менән эшләүенә бик шатбыҙ. БДУ уҡытыусылары һәм студенттары тормошҡа ашырған интеллектуаль хеҙмәт һоҡланыу һәм киләсәккә өмөт тойғоларын уята. Киләһе йыл айырыусы мөһим – ул юбилей йылы. Грант алыусылар иҫәбенә 100 йыллыҡ юбилейға 100 студент һәм ғалим лайыҡ буласаҡ, тип әйтмәйем, әммә һәләтле һәм беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле кешеләр даирәһен күпкә киңәйтергә иҫәп бар. Беҙҙең төп бурысыбыҙ: уларҙа көслө ижади башланғыс асыу», — тине Тимербулат Кәримов.
Шағир ғаиләһендә шулай уҡ илебеҙҙең төрлө региондарҙағы аэропорттарға арҙаҡлы шәхестәр исемен биреү тирәләй барған фекер алышыуҙы ла күҙәтә баралар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» федераль проектының иң һуңғы оҙон исемлегенә (лонг-лист) Мостай Кәрим исеме лә инде. Тимербулат Кәримов әйтеүенсә, «бөйөк шағирҙың нәҫелдәре булараҡ, ҡартатай исеме лә был контекста яңғырап, республиканың 10 иң күренекле вәкиле араһында булыуы бик ҡыуаныслы. Кешеләрҙең үҙ ирке һәм уйлап һайлауы бик мөһим».
Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе шулай уҡ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуы хаҡында ла һөйләп үтте. «Ул беҙҙең менән иң ауыр ваҡытта, Мостафа Сафа улы донъяны ҡуйғас, һирәк кешеләр рәтендә гел яныбыҙҙа булды һәм беҙгә эштәре менән ярҙам күрһәтте. Беҙ был ярҙамды юғары баһалайбыҙ һәм үҙ сиратыбыҙҙа уға ла ярҙам итергә һәм терәк булырға әҙербеҙ.
Ә кисә беҙ Фондыбыҙҙың ижади инициативалары тураһында һөйләштек, мин Радий Фәрит улына Мостай Кәримдең кесе Ватаны – Келәш ауылын тәртипкә килтереү буйынса пландарым менән уртаҡлаштым. Беҙ унда яңы йәмәғәтселек урыны булдырмаҡсыбыҙ, ул мөмкин тиклем күберәк халыҡ йыйыу нөктәһе булһын ине», — тине Тимербулат Кәримов.
Источник: Башинформ
Фото из архива Фонда имени Мустая Карима
Фотограф: Олег Павлов