Новости

Издательство «Китап» выпустит полное собрание сочинений Мустая Карима

10 августа 2018

К 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана издательство «Китап» готовит к выходу в свет полное собрание сочинений Мустая Карима.

10 тысяч листов в час, а каждый лист - это 16 страниц книги. Печать тысячного тиража займет каких-нибудь полдня. Вот только это стихи не Мустая Карима, а его коллеги – Якупа Кулмыя, сто лет со дня рождения которого исполнится уже в нынешнем сентябре. Что же касается Мустафы Сафича, то долгожданный 9-тый том его полного собрания сочинений находится в редакции, за дверью с сердечком. Здесь проходит самый первый этап подготовки книги к изданию.

К печатному слову здесь отношение особое. Будущую книгу прочтут и внесут свои корректуры, по меньшей мере, три специалиста с высшим филологическим образованием, прежде чем новый том пополнит ряды своих собратьев. Пока их восемь. Напечатанные на дорогой офсетной бумаге, облаченные в прочный бумвинил, тома уже являются самым полным в истории собранием сочинений Мустая Карима. Но вся работа еще не завершена.

Однако самым уникальным станет следующий, юбилейный десятый том. В него войдут дневниковые записи и личная переписка Мустая Карима.

В том числе и часть писем, чудом обретенных совсем недавно. Бесценный пакет с письмами от многих известных литераторов был найден буквально на свалке и передан нашей телекомпании.

Известно, что работа над полным собранием сочинений началась почти сразу после ухода народного поэта из жизни. Начиная с 2009 года, каждую осень появлялась очередная часть многотомника.

Издание последнего тома запланировано к столетнему юбилею со дня рождения Мустая Карима, который будет торжественно отмечаться в октябре 2019 года.

_____

"Китап" нәшриәте Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын сығарасаҡ

Халыҡ шағирының тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы "Китап" нәшриәте Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын сығарыу эшен алып бара.

Бер сәғәт эсендә 10 мең баҫма табаҡ, ә һәр баҫма табаҡ - ул китаптың 16 бите. Бер меңлек тиражды баҫыу өсөн ярты көн генә ваҡыт кәрәк. Тик был Мостай Кәримдең шиғырҙары түгел, ә уның ижадташы Яҡуп Ҡолмой әҫәрҙәре, уның йөҙ йыллығы быйыл сентябрь айында билдәләнәсәк. Мостафа Сафич тураһында һүҙ алып барһаҡ, уның әҫәрҙәренең тулы йыйынтығының көтөп алынған 9-сы томы әле редакцияла, йөрәкле ишек артында. Бында китапты нәшергә әҙерләүҙең тәүге этабы үтә.

Баҫма һүҙгә бында айырым бер мөнәсәбәт. Буласаҡ китапты кәмендә филология буйынса юғары белем алған өс белгес уҡып сыға, төҙәтмәләрен индерә, шунан ғына яңы том үҙенең ҡәрҙәштәре янында урын аласаҡ. Әлегә улар һигеҙ. Ҡиммәтле офсет ҡағыҙҙа баҫылған, ныҡлы бумвинил менән көпләнгән томдар тарихта Мостай Кәримдең әле үк иң тулы әҫәрҙәренең йыйынтығы булып тора. Әммә эш әлегә тулыһынса башҡарылмаған.

Шулай ҙа юбилейға ҡарата сығарыласаҡ киләһе унынсы том иң уникаль булмаҡсы. Уға көндәлек яҙмалар һәм Мостай Кәримдең шәхсән хаттары индереләсәк.

Улар араһында яңыраҡ ҡына мөғжизәле юл менән табылған хаттарҙың да бер өлөшө. Бик күп билдәле әҙиптәрҙең хаттары тултырылған ҡиммәтле пакет сүплектә тиерлек табылды һәм беҙҙең телекомпанияға тапшырылды.

Әҫәрҙәрҙең тулы йыйынтығы өҫтөндә эш халыҡ шағиры вафат булғас та башланғаны билдәле. 2009 йылдан башлап көҙ һайын күп томлы йыйынтыҡтың киләһе китабы донъя күрҙе.

Һуңғы томды Мостай Кәрим тыуыуының йөҙ йыллығына сығарыу планлаштырылған, юбилей 2019 йылдың октябрендә тантаналы билдәләнәсәк.

Источник: ГТРК «Башкортостан»