Книга «Мустай. Интервью, которого никогда не была» вошла в топ-50 лучших региональных изданий
Книга «Мустай. Интервью, которого никогда не было» вошла в список 50 лучших региональных изданий по итогам общероссийского профессионального конкурса Ассоциации книгоиздателей России «Лучшие книги 2017 года».
Рейтинг сформирован по итогам работы экспертных советов и жюри. В топ-50 вошли издательства из 34 регионов России, в том числе из 9 национальных республик.
Летом этого года книга «Мустай. Интервью, которого никогда не было» была включена в шорт-лист конкурса «Лучшие книги 2017 года» в номинации «Лучшее издание классической художественной литературы».
«Это уникальное издание. Через слова Мустая, его дневники, поэзию мы видим его сокровенные мысли. Книга сделана с большим уважением и с большой любовью к Мустаю Кариму — писателю большого таланта, фронтовику, человеку богатой и сложной судьбы, независимых суждений и высокого гражданского чувства», — рассказал учредитель Фонда имени Мустая Карима, внук поэта Тимербулат Каримов.
Презентация книги состоялась 3 июня 2018 года в Москве в рамках Всероссийского книжного фестиваля «Красная площадь». Издание увидело свет в преддверии 100-летнего юбилея народного поэта Башкортостана. Книгу выпустило уфимское издательство «Инеш» при поддержке Фонда имени Мустая Карима. Составители книги — Алексей Фенин и Гульнара Белозерова.
По словам директора Фонда имени Мустая Карима, дочери писателя Альфии Каримовой, книга получилась очень доходчивой и будет интересна любому человеку, даже неискушенному в литературе. «Эта книга позволяет познакомиться не только с творчеством, но и с личностью писателя. В отце талант писателя и человека соединились, и в книге это ощущается. Я очень довольна результатом нашей работы», — отметила Альфия Каримова.
Конкурс «Лучшие книги года» проводится Ассоциацией книгоиздателей России в тематических номинациях. По его итогам издательствам ежегодно присуждаются специальные дипломы и грамоты. Конкурс призван способствовать выявлению и популяризации лучших российских изданий, росту профессионального мастерства издателей, совершенствованию и распространению издательской практики в регионах, повышению культуры и расширению информационного пространства книгоиздания.
_____
"Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью" китабы региональ баҫмаларҙың топ-50 иҫәбенә инде
Рәсәй китап сығарыусылар Ассоциацияһының "2017 йылдың иң яҡшы китаптары" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсы һөҙөмтәләре буйынса "Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью" китабы 50 иң яҡшы региональ баҫмалар һанына керҙе.
Рейтинг эксперт советтары һәм жюри эшенең һөҙөмтәләре буйынса сығарылды. Топ-50 иҫәбенә Рәсәйҙең 34 регионының, улар араһынан 9 милли республикаһының нәшриәттәре индерелде.
Быйыл йәй "Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью" китабы "2017 йылдың иң яҡшы китаптары" конкурсынының "Классик нәфис әҙәбиәтенең иң яҡшы баҫмаһы" шорт-битенә эләккәйне.
"Был уникаль баҫма, сөнки Мостай һүҙе, уның көндәлектәре, шиғриәте аша беҙ уның күңел түрендә йөрөткән уйҙарын күрәбеҙ. Китап беҙҙең олатайыбыҙ Мостай Кәримгә - ҙур талантлы яҙыусы, фронтовик, бай һәм ҡатмарлы яҙмышлы, ирекле фекерле, юғары гражданлыҡ тойғоло кешегә ҡарата оло ихтирам һәм оло һөйөү менән эшләнгән", - тип әйтте Мостай Кәрим исемендәге фонд учредителе, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.
Китап презентацияһы 2018 йылдың 3 июнендә Мәскәүҙә “Ҡыҙыл майҙан” Бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә үтте. Баҫма Башҡортостан халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейы алдынан донъя күрҙе. Китапты Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында Өфөнөң "Инеш” нәшриәте сығарҙы. Китап төҙөүселәре - Алексей Фенин һәм Гөлнара Белозерова.
Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, яҙыусы ҡыҙы Әлфиә Кәримова һүҙҙәре буйынса, китап бик тә уҡымлы һәм һәр кешегә, хатта әҙәбиәтте, китап уҡыуҙы үҙ итмәгәндәргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. "Был китап әҙиптең ижади менән генә түгел, шәхесе менән дә танышырға мөмкинселек бирә. Атайымда яҙыусы һәм кеше һәләттәре ҡушылғайны, һәм китапта ошо сағыла. Беҙҙең эш һөҙөмтәһе менән бик ҡәнәғәтмен”, - тине Әлфиә Кәримова.
"Иң яҡшы китап" конкурсы Рәсәй китап сығарыусылар Ассоциацияһы тарафынан тематик номинацияларҙа үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре буйынса нәшриәттәргә йыл һайын махсус дипломдар һәм грамоталар тапшырыла. Конкурс иң яҡшы Рәсәй баҫмаларын асыҡлау һәм популләштереү, китап сығарыусыларҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү, региондарҙа китап сығарыу практикаһын камиллаштырыу һәм таратыу, китап сығарыу эшенең мәҙәни кимәлен күтәреү һәм мәғлүмәт даирәһен киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.