Новости

Альфия Каримова рассказала в эфире «Радио России - Башкортостан» о книге «Мустай»

26 июня 2018

В литературной программе «Переплёт» на «Радио России - Башкортостан» представили книгу «Мустай. Интервью, которого никогда не было». Об издании рассказала директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта Альфия Каримова.

«Книгу я видела на разных этапах её подготовки к печати, мы все участвовали в её создании. Составители книги Алексей Фенин и Гульнара Белозерова очень тонко чувствуют творчество Мустая Каримова, и когда мы обсуждали книгу, они предлагали, какой отрывок, стихотворение или фотографию взять. Они советовались с нами и знали, что мы хотим», - отметила Альфия Каримова.

«Книга получилась очень хорошей. Она очень доходчивая и будет интересна любому человеку, даже неискушенному в литературе, в чтении. Эта книга позволяет познакомиться не только с творчеством, но и с личностью писателя. В отце талант писателя и человека соединились, и в книге это ощущается. Я очень довольна результатом нашей работы. Теперь стоит задача выпустить более массовый тираж книги», - рассказала дочь народного поэта Башкортостана.

Презентация книги «Мустай. Интервью, которого никогда не было» состоялась 3 июня в Москве в рамках Всероссийского книжного фестиваля «Красная площадь». Издание увидело свет в преддверии 100-летнего юбилея народного поэта Башкортостана. Книгу выпустило издательство «Инеш» при поддержке Фонда имени Мустая Карима.

_____

Әлфиә Кәримова “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” эфирында “Мостай” китабы хаҡында һөйләне

“Рәсәй-Башҡортостан радиоһы”ның “Переплет” әҙәби программаһында “Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью” китабын тәҡдим итте. Был баҫма хаҡында Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова һөйләне.

“Баҫмаға әҙерләнгән саҡта китапты мин төрлө этаптарҙа күрҙем, беҙ барыбыҙ ҙа уны сығарыуҙа ҡатнаштыҡ. Китап төҙөүселәр Алексей Фенин менән Гөлнара Белозерова Мостай Кәримов ижадын бик тәрән аңлайҙар, һәм беҙ буласаҡ китап тураһында һөйләшкән саҡта, улар йә берәй өҙөк, йә шиғыр, йә фотография алырға тәҡдим итә инеләр. Улар беҙҙең менән кәңәшләшеп һәм беҙҙең ни теләгәнен белеп эш итте”, - тип һөйләне Әлфиә Кәримова.

"Китап бик яҡшы килеп сыҡты. Ул бик тә уҡымлы һәм һәр кешегә, хатта әҙәбиәтте, китап уҡыуҙы үҙ итмәгәндәргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Баҫма әҙиптең ижади менән генә түгел, шәхесе менән дә танышырға мөмкинселек бирә. Атайымда яҙыусы һәм кеше һәләттәре ҡушылғайны, һәм китапта ошо сағыла. Беҙҙең эш һөҙөмтәһе менән бик ҡәнәғәтмен”, - тип һөйләне Башҡортостан халыҡ шағирының ҡыҙы.

“Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью” китабының презентацияһы 3 июнь Мәскәүҙә “Ҡыҙыл майҙан” Бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә үтте. Баҫма Башҡортостан халыҡ шағирына 100 йыллыҡ юбилейы алдынан донъя күрҙе. Китапты Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында “Инеш” нәшриәте сығарҙы.