Сибайский башкирский драмтеатр показал спектакль «Похищение девушки» по пьесе Мустая Карима
Завершились гастроли Сибайского государственного башкирского театра драмы им. Арслана Мубарякова по Зауралью. В течение апреля зрителям Хайбуллинского, Баймакского, Зилаирского и Абзелиловского районов Башкортостана были показаны два новых спектакля театра - комедия Мустая Карима «Похищение девушки» и притча «Провидец» Лиры Якшибаевой.
По словам заведующей литературной частью театра Амины Яхиной, классическая комедия башкирской сцены была прекрасно принята зрителями, залы были полны, актёры играли с большим воодушевлением.
Режиссёр спектакля Азат Зиганшин рассказал: «Я изначально ставил спектакль так, чтобы он пришелся народу по душе. Ведь многие произведения Мустая Карима обращены именно к народу, и нужно ставить их без лишних экспериментов, без самолюбования, без пафоса. Да, у писателя есть и философские вещи – но это другое. Эта пьеса – веселая, озорная, с песнями и танцами, где каждый образ узнаваемый, народный, словно подсказан самой жизнью башкирской деревни. Ничего лишнего и не надо было придумывать».
Премьера прошла 1 и 2 декабря прошлого года. Спетакль реализован благодаря проекту «Театры малых городов» партии «Единая Россия».
Художник - Рустем Баймухаметов, композитор - заслуженный деятель искусств республики Башкортостан Ильшат Яхин, хореограф - заслуженная артистка РБ, балетмейстер Сулпан Аскарова.
_____
Арыҫлан Мөбәрәков ис. Сибай дәүләт башҡорт драма театры Урал аръяғы буйынса гастролдәрен тамамланы. Апрель буйы Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары тамашасыларына театр үҙенең ике яңы спектаклен – Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһын һәм Лира Яҡшыбаеваның “Әүлиә” мәҙхиәһен күрһәтте. Театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Әминә Яхина әйтеүенсә, башҡорт сәхнәһенең классик комедияһы тамашасыларға бик ныҡ оҡшаған, залдар тулы булған, актерҙар ҡанатланып уйнаған. Режиссер Азат Йыһаншин һөйләүенсә: “Мин баштан уҡ халыҡҡа оҡшаһын, күңеленә хуш килһен, тип ҡуйырға тырыштым. Мостай Кәримдең байтаҡ әҫәрҙәре бит тап халыҡ өсөн яҙылған һәм уларҙы сәхнәләштергәндә артыҡ экспериментһыҙ, үҙ-үҙеңде күрһәтәм тип ынтылмай, пафосһыҙ ҡуйыу зарур. Эйе, яҙыусының фәлсәфәүи әҫәрҙәре лә байтаҡ – быныһы башҡа хәл. Әммә тап ошо пьеса – күңелле, шаян, йыр-бейеүгә тулы, унда һәр образ таныш, халыҡсан, әйтерһең дә, уны башҡорт ауылының тормошо үҙе тыуҙырған. Артыҡ бер нимә лә уйлап сығарырға ла кәрәкмәне”.
Спектакль премьераһы былтыр 1 һәм 2 декабрь үтте. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе ҡалалар театрҙары” проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореографы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, балетмейстер Сулпан Асҡарова.
Фото: Ринат Муллагильдин