Новости

В Уфе прочитают повесть Мустая Карима на литературном видеомарафоне

23 апреля 2018

В Уфе стартовал литературный видеомарафон «Читаем книгу Мустая Карима "Долгое-долгое детство"». Презентовали проект на акции «Библионочь». Все желающие по очереди читали отрывок из одной главы повести великого башкирского писателя. В первом туре марафона приняли участие более 20 человек.

Инициатива проведения марафона принадлежит Совету ветеранов «ТСЖ Парковый» Октябрьского района Уфы, а заявку на грант президента России подали от Городского совета ветеранов. Таким образом они решили внести вклад в подготовку празднования 100-летия Народного поэта Башкортостана.

А вдохновил уфимских ветеранов проект, который прошел три года назад. Тогда по всей России читали роман Льва Толстого «Война и мир».

Светлана Бикбулатова, руководитель литературного видеомарафона «Читаем книгу Мустая Карима "Долгое-долгое детство"»: «Наш проект ставит своей целью возрождение любви к семейному чтению. Книга "Долгое-долгое детство" имеет как раз такую ценность - это возрождение духовности и любви к родному краю. Мы хотим, чтобы эту книгу читали и дети, и взрослые, тем более, перечитывать ее - большое удовольствие».

Как отметили организаторы, чтобы прочитать полностью повесть Мустая Карима потребуется не менее 200 человек.

Уфимский литературный видеомарафон продлится до конца года, второй этап стартует в начале лета. К нему могут присоединиться все, вне зависимости от возраста и места проживания.

_____

Өфөлә “Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” китабын уҡыйбыҙ” тип исемләнгән әҙәби видеомарафон башланды. Уның презентацияһы “Библиотөн” акцияһында үтте. Теләгән һәр кем бөйөк башҡорт яҙыусыһының повесынан бер бүлегенән өҙөк уҡыны. Марафондың тәүге турында 20-нән ашыу кеше ҡатнашты. 

Марафон үткәреү теләген Өфөнөң Октябрь районының “Парковый” йорт хужалары берләшмәһенең Ветерандар советы белдерҙе, ә Рәсәй президенты грантына ғариза Ҡала ветерандар советы исеменән тапшырылды. 

Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығын байрам итеүгә улар үҙ өлөшөн индерҙе. Ә был эшкә Өфө ветерандарын өс йыл элек үткән проект илһамландырҙы. Ул саҡта бар Рәсәй буйлап Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох” романын уҡығайнылар. 

“Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” китабын уҡыйбыҙ” әҙәби видеомарафондың етәксеһе Светлана Бикбулатова: “Беҙҙең проект маҡсаты - ғаилә менән бергәләп уҡыу йолаһын тергеҙеү. “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” китабы тап шул маҡсатҡа тап килә – ул рухи ҡиммәттәр, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. Был китапты балалар ҙа, ололар ҙа уҡыһын ине, уны тағы бер ҡат уҡып сығыу күңелгә рәхәтлек килтерә”. 

Ойоштороусылар әйтеүенсә, Мостай Кәрим повесын тулыһынса уҡып сығыр өсөн 200 кеше тирәһе кәрәк буласаҡ. 

Өфөнөң әҙәби марафоны йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк, икенсе этабы йәй башында старт алырға тейеш. Уға теләгән һәр кем ҡушыла ала – йәш тә, йәшәү урыны ла мөһим түгел.

Источник: Уфанет