В России выпустят почтовую марку в честь 100-летнего юбилея Мустая Карима
В 2019 году в России будет выпущена в почтовое обращение марка, посвященная 100-летию со дня рождения Народного поэта Башкортостана Мустая Карима.
Соответствующее решение приняла Комиссия Федерального агентства связи по государственным знакам почтовой оплаты в ходе заседания, состоявшегося 15 марта.
Выпуск почтовой марки предполагает торжественную церемонию гашения, которая пройдёт 20 октября 2019 года. Эскиз марки будет предложен Фондом имени Мустая Карима, а её выпуск осуществит АО «Марка».
В декабре 2017 года правительство России подписало распоряжение о праздновании векового юбилея Мустая Карима на федеральном уровне. Министерству культуры поручено разработать и утвердить план праздничных мероприятий, Минкомсвязи будет отвечать за освещение юбилея в государственных СМИ, а органам исполнительной власти субъектов РФ рекомендовано принять участие в подготовке и проведении общенационального праздника.
_______
Рәсәйҙә Мостай Кәримдең 100-йыллыҡ юбилейына ҡарата почта маркаһы сығарыла
2019 йылда Рәсәйҙә почта хеҙмәте өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуыуының 100 йыллығына бағышланған марка сығарыласаҡ.
Бындай ҡарар 15 мартта Федераль элемтә агенствоһының почта түләүҙәренең дәүләт знактары буйынса үткәрелгән ултырышында ҡабул ителде. Почта маркаһын сығарыу 2019 йылдың 20 октябрендә тантаналы рәүештә рәсми әйләнешкә индереү сараһы ваҡытында уҙасаҡ. Марка эскизын Мостай Кәрим фонды тәҡдим итәсәк, ә сығарыуҙы «Марка» акционерҙар йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала.
2017 йылдың декабрендә Рәсәй хөкүмәте Мостай Кәрим юбилейын федераль кимәлдә уҙғарыу тураһында ҡарар сығарҙы. Мәҙәниәт министрлығына - байрам сараларының планын әҙерләү һәм раҫлау, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына - юбилейҙы дәүләт ҡарамағындағы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, ә Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдарына дөйөм милли байрамға әҙерләнеү һәм ҡатнашыу тәҡдим ителде.