В Башкортостане на литературный конкурс имени Мустая Карима уже поступило около 20 произведений
В Башкортостане продолжается литературный конкурс имени Мустая Карима. Конкурс посвящен двум юбилейным датам: 100-летию со дня рождения Народного поэта Башкортостана и 100-летию республики.
Как сообщили в газете «Йэшлек», которая является организатором конкурса, за три месяца в редакцию поступило около 20 рассказов. Лучшие из них публикуются на страницах издания под псевдонимами. Из них жюри, состоящее из известных писателей и сотрудников редакции, выберет победителя. Главный приз — 50 тысяч рублей, также есть четыре поощрительных приза. Общество башкирских женщин учредило свой приз для авторов-женщин.
На конкурс принимаются прозаические произведения на свободную тему на башкирском языке объемом не более 10 страниц (формат А4, 14-й шрифт), ограничений по возрасту нет. Сочинения вместе с подписной квитанцией на газету «Йэшлек» необходимо направить в редакцию по адресу: Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, или на электронную почту ye02@yandex.ru с пометкой «на конкурс». Рассматриваются только сочинения, ранее не выставлявшиеся на конкурс и нигде не публиковавшиеся. Рассказы принимаются с 10 января 2018 года по 1 сентября 2019 года.
Итоги конкурса подведут в октябре 2019 года. 10-15 произведений, набравших самые высокие оценки, будут опубликованы отдельным сборником в издательстве «Китап».
_______
Башҡортостанда Мостай Кәрим исемендәге әҙәби конкурс дауам итә. Бәйге республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.
«Йәшлек» гәзите редакцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, өс ай эсендә 20-гә яҡын хикәйә килгән, шуларҙың иң яҡшылары псевдоним аҫтында гәзит биттәрендә донъя күрә. Танылған яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре бер еңеүсене билдәләй. Төп бүләк — 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге лә ҡаралған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡатын-ҡыҙ авторҙар өсөн махсус приз әҙерләгән.
Конкурсҡа ирекле темаға күләме 10 биттән артмаған проза әҫәрҙәре ҡабул ителә, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Әҫәрҙәрҙе «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу квитанцияһының күсермәһе менән Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13 адресына йәки «конкурсҡа» тигән билдә менән ye02@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Башҡа конкурстарҙа ҡатнашмаған һәм бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр генә ҡарала. Хикәйәләр 2018 йылдың 10 ғинуарынан 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Бәйгегә йомғаҡ 2019 йылдың октябрендә яһала. Юғары баһа алған 10-15 әҫәр «Китап» нәшриәтендә айырым йыйынтыҡ булып донъя күрә. Авторҙарға гонорар түләнмәй.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Яҙыусылар союзы һәм З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте булышлығында «Йәшлек» гәзите. Конкурстың положениеһы менән «Йәшлек» гәзитенең рәсми сайтында һәм «Бәйләнештә» конкурстың төркөмөндә танышырға мөмкин.
Источник: Башинформ
Фото: Олег Яровиков