Портрет на фоне портрета
Музыкант Борис Гребенщиков перед концертом в Уфе, состоявшимся 26 февраля, посетил Башкирский государственный художественный музей имени М.В. Нестерова.
Отдельные картины музыкант запечатлел на память, а на фоне портрета народного поэта Башкортостана Мустая Карима работы башкирского художника Ахмата Лутфуллина сфотографировался. «Бориса Борисовича очень тронули картины Лутфуллина — как он выразился, их глубина, тревога и боль», — рассказала научный сотрудник музея Оксана Мельник.
Она отметила, что певец посещает художественную галерею уже не в первый раз. «Покидая музей, Гребенщиков буквально сиял улыбкой, — поделилась Мельник. — Он признался, что испытал истинную благодать и напитался настоящим искусством. А еще он сделал запись в книге отзывов: "Счастье у Вас гулять. Спасибо!"»
Ахмат Лутфуллин — народный художник СССР, автор картин об истории и жизни башкирского народа, портретов деятелей культуры Башкортостана. Портрет Мустая Карима художник написал в 1978 году.
Сам поэт рассказывал, что когда он позировал Лутфуллину, «видел уже зрелого мастера, самобытного художника, имевшего своё творческое лицо». «Мне дорога живопись Ахмата, — писал Мустай Карим. — В произведениях Ахмата Лутфуллина изображена жизнь без прикрас и выдумок, такой, какой ее и обязан показывать настоящий художник. И в каждой работе — очертание его сердца».
_______
Портрет фонында портрет
Музыкант Борис Гребенщиков Өфөлә 26 февралдә үткән концерты алдынан М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында була. Музыкант айырым һүрәттәрҙе иҫтәлеккә фотоға төшөрә, ә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим портреты янында үҙе лә фотоға төшә. Музейҙың ғилми хеҙмәткәре Оксана Мельник әйтеүенсә, Борис Борисовичҡа Лотфуллиндың эштәре айырыуса тәьҫир итә. “Был һүрәттәрҙә тәрәнлек, борсолоу һәм һыҙланыу бар”, - тигән ул.
Музей хеҙмәткәре йырсының галереяла тәүге тапҡыр ғына булмауы хаҡында ла һөйләне. “Музейҙан сыҡҡанда, Гребенщиковтың йөҙөндә йылмайыу балҡый ине, - тине Мельник. – Ул ысын мәғәнәһендә илаһилыҡ кисереүе һәм сәнғәт көсөнән рухланыу хаҡында әйтте. Шулай уҡ ул музейҙың иҫтәлек китабында: “Һеҙҙә булыу – бәхет. Рәхмәт!” – тигән яҙыу ҙа ҡалдырҙы.
Әхмәт Лотфуллин – СССР-ҙың халыҡ рәссамы, башҡорт халҡының тарихы һәм тормошо хаҡында һүрәттәр, Башҡортостан мәҙәниәте өлкәһендәге билдәле шәхестәрҙең портреттары авторы. Ә Мостай Кәримдең портреты 1978 йылда ижад ителгән.
Шағир үҙ иҫтәлектәрендә, Лотфуллин уны төшөргән саҡта, уның үҙ ижади йөҙө булған үҙенсәлекле һәм ысын мәғәнәһендә өлгөрөп еткән рәссам булғанлығын тойоуын билдәләй. Шағирға Әхмәт
Лотфуллиндың һынлы сынғәте яҡын булған. Рәссамдың тормошто нисек бар, шулай тәбиғи һүрәтләгәнен, һәр эшен йөрәге аша үткәреп һынландырғанын юғары баһалаған.
Источник: «Аргументы и факты»