Новости

В Лондоне состоялся специальный показ фильма «Сестрёнка» по повести Мустая Карима

2 декабря 2019
2fcf00ee2087ec98c68255854120fce7

30 ноября в рамках Недели российского кино в Лондоне состоялся специальный показ фильма Александра Галибина «Сестрёнка», снятого по повести Мустая Карима «Радость нашего дома».

Как рассказал продюсер картины Дмитрий Фикс, показ собрал полный зал. Он также отметил, что публика очень тепло приняла фильм.

Четвертая ежегодная Неделя российского кино проходила с 24 ноября по 1 декабря в кинотеатрах Лондона, Эдинбурга, Кэмбриджа и Оксфорда. В программу фестиваля вошли полнометражные российские фильмы, выпущенные за последние полтора года: «Мальчик русский», «Давай разведёмся», «SHEENA667», «Завод», «Юморист», «Люби их всех», «Танец с саблями», «Успех», «Балканский рубеж», а также документальное, короткометражное и анимационное кино. Кульминацией фестиваля стало вручение премии «Золотой единорог». Главный приз получил фильм «Ван Гоги» Сергея Ливнева.

Фильм «Сестрёнка» снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Картина приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

Премьера «Сестрёнки» состоялась 17 сентября 2019 года в московском кинотеатре «Иллюзион». 22 сентября в Государственном концертном зале «Башкортостан» состоялся премьерный показ картины в Уфе.

Показы «Сестрёнки» прошли в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире и под Туапсе.

Фильм получил гран-при IV Ялтинского Международного кинофестиваля «Евразийский мост», приз зрительских симпатий и диплом III степени на XXIII Всероссийском фестивале визуальных искусств во Всероссийском детском центре «Орлёнок», приз зрительских симпатий на XVI Международном фестивале военно-патриотического фильма «Волоколамский рубеж», приз за лучший полнометражный игровой фильм на VI Международном фестивале детского и семейного кино «Ноль Плюс», приз за лучший фильм для детей на Кинофестивале имени Алексея Баталова «Журавли».

_____

30 ноябрь Лондонда Рәсәй киноһы сиктәрендә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмын махсус күрһәтеү сараһы уҙҙы.

Киноһүрәт продюсеры Дмитрий Фикс әйтеүенсә, был сара тулы зал йыйҙы. Шулай уҡ ул тамашасы фильмды бик йылы ҡабул иткәнен дә әйтеп үтте.

Йыл һайын уҙғарылған Дүртенсе Рәсәй киноһы аҙналығы 24 ноябрҙән алып 1 декабргә тиклем Лондон, Эдинбург, Кэмбридж һәм Оксфорд кинотеатрҙарында үтте. Фестиваль программаһына һуңғы йыл ярым эсендә төшөрөлгән тулы метражлы фильмдар инде:  «Мальчик русский», «Давай разведёмся», «SHEENA667», «Завод», «Юморист», «Люби их всех», «Танец с саблями», «Успех», «Балканский рубеж», шулай уҡ документаль, ҡыҫҡа метражлы һәм анимация киноһы.  «Алтын һыңармөгөҙ» премияһын тапшырыуы фестиваль кульминацияһы булды. Төп призды Сергей Ливневтың «Ван Гоги» фильмы алды.

«Һеңлекәш» фильмын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Һүрәт Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы донъя күрҙе.

 «Һеңлекәш» премьераһы 17 сентябрь Мәскәүҙә «Иллюзион» кинотеатрында, Өфөлә 22 сентябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Өфөлә һүрәттең премьераһы 22 cентябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙғарылды.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде.

Фильм IV «Евразия күпере» Ялта Халыҡ-ара кинофестивалендә гран-при, «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призын һәм III дәрәжә дипломын, XVI «Волоколамск рубежы» Халыҡ-ара хәрби-патриотик фестивалендә тамашасылар һөйөүе призын,  «Ноль Плюс» VI Халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильмы призын, Алексей Баталов исемендәге «Торналар» кинофестивалендә балалар өсөн иң яҡшы фильм призын яуланы.