Новости

Фильм «Сестрёнка» получил приз за лучшее детское кино на кинофестивале «Журавли»

25 ноября 2019
27da689844c18876b7bc13ddd79a2813

Во Владимире состоялась церемония закрытия первого Кинофестиваля имени Алексея Баталова «Журавли», на которой были подведены итоги кинофорума и объявлены его лауреаты. В номинации «Детское кино» награда фестиваля присуждена фильму Александра Галибина «Сестрёнка», снятому по повести Мустая Карима «Радость нашего дома».

Кинофестиваль «Журавли» проходил во Владимирской области с 20 по 23 ноября. Организаторами кинофорума выступили администрация Владимирской области и Благотворительный фонд «Благор» памяти Алексея Баталова (г. Москва). В рамках фестиваля прошли четыре конкурса современного отечественного кино – полного метра, короткого метра, документального кино и кино для детей.

Фильм «Сестрёнка» снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Картина приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

Премьера «Сестрёнки» состоялась 17 сентября 2019 года в московском кинотеатре «Иллюзион». 22 сентября в Государственном концертном зале «Башкортостан» состоялся премьерный показ картины в Уфе.

Показы «Сестрёнки» прошли в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире и под Туапсе. Также фильм был показан в Вене в рамках форума «Башкортостан-Европа» и в Брюсселе в рамках Недели российского кино.

Фильм получил гран-при IV Ялтинского Международного кинофестиваля «Евразийский мост», приз зрительских симпатий и диплом III степени на XXIII Всероссийском фестивале визуальных искусств во Всероссийском детском центре «Орлёнок», приз зрительских симпатий на XVI Международном фестивале военно-патриотического фильма «Волоколамский рубеж», приз за лучший полнометражный игровой фильм на VI Международном фестивале детского и семейного кино «Ноль Плюс».

Источник: Департамент культуры Владимирской области
Фото: страница «Баталов-Фонд» в социальной сети

_____

Владимир ҡалаһында Алексей Баталов исемендәге «Торналар» кинофестиваленең ябыу тантанаһы үтте, унда кинофорум йомғаҡтары яһалды һәм лауреаттары иғлан ителде. «Балалар киноһы» номинацияһында фестиваль наградаһы  Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмына тапшырылды.

«Торналар» кинофестивале 20-23 ноябрь Владимир өлкәһендә үтте. Кинофорум ойоштороусылары – Владимир өлкәһенең хакимиәте һәм Александр Баталов хәтеренең «Благор» хәйриә фонды (Мәскәү ҡалаһы). Фестиваль сиктәрендә хәҙерге заман тыуған илебеҙ киноларының дүрт конкурсы уҙғарылды – тулы метр, ҡыҫҡа метр, документаль кино һәм балалар өсөн кино.

Фильмды Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Һүрәт Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы донъя күрҙе

«Һеңлекәш» премьераһы 2019 йылдың 17 сентябрендә Мәскәүҙә «Иллюзион» кинотеатрында үтте.  Өфөлә һүрәт премьераһы 22 сентябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙҙы.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде. Шулай уҡ таҫма Венала «Башҡортостан-Европа» форумы сиктәрендә һәм Брюсселдә үткән Рәсәй киноһы аҙналығы сиктәрендә лә күрһәтелгәйне.

Фильм IV «Евразия күпере» Ялта Халыҡ-ара кинофестивалендә гран-при, «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призын һәм III дәрәжә дипломын, XVI «Волоколамск рубежы» Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призын,  «Ноль Плюс» VI Халыҡ-ара балалар һәм ғаилә кинофестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильмы призын яуланы.