Новости

В почтовое обращение вышел конверт, посвящённый Мустаю Кариму

5 сентября 2019
Be47250a6c3fee39ffe08c2f529da2aa

В почтовое обращение вышел конверт, посвященный Мустаю Кариму. На конверте со стандартной почтовой маркой изображен портрет Мустая Карима на фоне башкирского пейзажа. Его выпуск приурочен к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

По словам директора УФПС Республики Башкортостан Ирека Галимова, новый конверт будет широко востребован как коллекционерами, так и любителями литературы и истории, причем не только в Башкирии. Это обусловлено выросшим за последнее время интересом ко всему, что связано с республикой в связи с отмечаемым 100-летием ее образования, в рамках которого проходили и мероприятия, приуроченные к юбилею Мустая Карима.

Ранее в этом году к 100-летию народного поэта Башкирии в почтовое обращение уже были выпущены специальный штемпель, конверт первого дня и марка, торжественное гашение которой проходило одновременно в Уфе, Москве и Санкт-Петербурге.

Тираж конверта составляет 500 тысяч экземпляров. Его первая партия уже поступила в почтовые отделения Башкортостана и других регионов России.

_____

Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты. Конвертта Башҡортостан еренең тәбиғәте фонында Мостай Кәримдең портреты һүрәтләнгән. Уның сығарылыуы Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына бағышланған.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, яңы конверт коллекционерҙарҙа ла, әҙәбиәт һәм тарих һөйөүселәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, һәм был ҡыҙыҡһыныу Башҡортостан менән генә сикләнмәҫ. Сөнки һуңғы осорҙа Башҡортостанға иғтибар күпкә артты, һәм быға республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү саралар ҙа, Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар ҙа булышлыҡ итте.

Унан алда, ошо уҡ йылда, Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына ҡарата махсус штемпель, беренсе көндөң конверты һәм марка почта әйләнешенә сығарылды. Мисәт һуғыу тантанаһы бер юлы Өфөлә, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үтте.

Конверт тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең почта бүлексәләренә килде лә инде.

Источник: Башинформ