Новости

В России выпустили в обращение почтовую марку в честь 100-летия Мустая Карима
15.05.2019

15 мая в Москве и в Уфе состоялась торжественная церемония гашения почтовой марки, выпущенной в честь 100-летия народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

В Москве гашение марки прошло в Центральном Доме литераторов, в церемонии приняли участие: генеральный директор ФГУП «Почта России» Николай Подгузов, и. о. Полномочного представителя Республики Башкортостан при Президенте Российской Федерации, вице-премьер-министр Правительства РБ Роман Симандуев, учредитель Фонда имени Мустая Карима Тимербулат Каримов, генеральный директор АО «Марка» Артем Адибеков и другие почетные гости.

Церемония памятного гашения в Уфе состоялась в здании Главпочтамта, в ней приняли участие министр культуры РБ Амина Шафикова, директор Фонда имени Мустая Карима, дочь поэта, Альфия Мустаевна, руководитель агентства по печати и СМИ Борис Мелкоедов, мэр города Уфы Ульфат Мустафин, директор Управления Федеральной почтовой связи РБ Ирек Галимов.

Церемонии гашения марки в Уфе и Москве прошли синхронно в формате телемоста. Для гашения был изготовлен памятный сувенирный штемпель с фиксированной датой, соответствующей дате выхода марки в обращение, и издан конверт первого дня.

«Папа начал свою военную службу с опасной профессии связиста. Он был начальником связи артдивизиона. На одном из первых учебных занятий у него были позывные «Говорит Уфа», - рассказала Альфия Каримова. - Отец и родился в День связиста, 20 октября. Всем своим творчеством он устанавливал связи между разными людьми - теми, кто ценит красоту, литературу, книгу. И до последнего дня он остался связистом между людьми».

«Рад приветствовать вас всех в этом замечательным месте, очень важном для нашей семьи, для литературы - московском Центральном доме литераторов. Сегодня с нами наши дорогие и близкие друзья», - отметил в ходе церемонии Тимербулат Каримов. Он поблагодарил «Почту России», АО «Марку» и всех, кто поддержал идею о выпуске юбилейной марки. «Появилась замечательная марка, которая станет еще одним важным этапом в праздновании 100-летия Мустая Карима, - отметил внук поэта. - То, что эта марка разлетится по всем уголкам нашей страны, созвучно со знаменитым стихотворением Мустая «Птиц выпускаю из своей груди». Сегодня, как эти птицы из его груди, разлетелись множество марок. Многие люди в нашей стране увидят его заветный лик и поймут, что в нашей жизни есть поэзия».

Генеральный директор «Почты России» Николай Подгузов поздравил всех с выпуском юбилейной марки. «Мустай Карим - это масштабнейшая личность наших времен, фронтовик, связист, государственный деятель и, самое важное, народный поэт Башкортостана, создатель башкирской литературы, и память о нем увековечена в его трудах», - отметил он.

Генеральный директор АО «Марка» Артем Адибеков рассказал, что ежегодно выпускается около 150 государственных знаков почтовой оплаты. «Естественно, они проходят очень строгий отбор, потому что нужно выбрать наиболее важные темы и персоны. У меня не было никаких сомнений, что 100-летие Мустая Карима - это важная и нужная для нашей страны тема. Мустай Карим прожил фантастическую жизнь, прожил жизнь своей страны во всех её перипетиях и испытаниях. И он смог прожить её достойно», - сказал Артем Адибеков.

Как отметил в беседе с журналистами Народный артист Башкортостана Аскар Абдразаков, выпуск марки к юбилею Мустая Карима - это историческое событие, очень важное для Башкирии. «Мустай Карим - это достойный сын башкирского народа, который был предан башкирской земле, писал о ней и восхвалял её», - добавил Аскар Абдразаков.

На почтовой марке изображен портрет Мустая Карима на фоне башкирского пейзажа. Художник-дизайнер - Хания Бетрединова.

Тираж марок, которые уже поступили в почтовые отделения по всей России, составил 128 тысяч экземпляров.


Фото: Олег Павлов, Фонд имени Мустая Карима


ГТРК "Башкортостан" о памятном гашении марки

_____

15 майҙа Мәскәүҙә һәм Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына сығарылған почта маркаһына мисәт һуғыу тантанаһы үтте.

Мәскәүҙә маркаға мисәт һуғыу тантанаһы Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда уҙғарылды, церемонияла «Рәсәй Почтаһы» федераль унитар дәүләт предприятиеһының генераль директоры Николай Подгузов, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьер-министры Роман Симандуев, Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе Тимербулат Кәримов, «Марка» акционер йәмғиәтенең генераль директоры Артем Адибеков һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Өфөлә маркаға мисәт һуғыу тантанаһы Үҙәк почтамт бинаһында үтте, унда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Өфө мэры Өлфәт Мостафин, Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов ҡатнашты.

Маркаға мисәт һуғыу тантанаһы синхрон рәүештә телемост форматында үтте. Мисәт һуғыу өсөн марканың ғәмәлгә сығыу датаһы менән тап килгән дата һуғылған иҫтәлекле сувенир штепмель эшләнде, беренсе көн конверты сығарылды.

«Атайым хәрби хеҙмәтен хәүефле элемтәсе һөнәренән башлаған. Ул артдивизиондың элемтә начальнигы булды. Һәм иң тәүге уҡыу көндәре уның «Өфө һөйләй» позывнойҙарынан башланған, - тип һөйләне Әлфиә Кәримова. - Атайым 20 октябрҙә — Элемтәселәр көнөндә тыуған. Үҙенең бар ижады менән ул төрлө кешеләр — матурлыҡ, әҙәбиәт, китап һөйөүселәр араһында бәйләнештәр булдырҙы. Һәм һуңғы көндәренә тиклем ул кешеләр араһында элемтәсе булып ҡалды».

«Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо матур урында, ғаиләбеҙ, әҙәбиәт өсөн бик тә әһәмиәтле – Мәскәү Үҙәк әҙәбиәт йортонда сәләмләүемә шатмын. Бөгөн беҙҙең менән бик ҡәҙерле һәм яҡын кешеләребеҙ», - тине тантана барышында Тимербулат Кәримов. Ул «Рәсәй почтаһын», «Марка» акционер йәмғиәтен һәм юбилей маркаһын сығарыу идеяһын хуплап алған барыһына ла рәхмәтен белдерҙе. «Бик тә матур марка барлыҡҡа килде, һәм ул Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләүҙә тағы бер бик мөһим этап буласаҡ, - тип билдәләп үтте шағир ейәне. – Мостай Кәримдең «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» шиғырына тап килгәндәй, был марка ла илебеҙҙең бар мөйөшөнә осоп китер. Бөгөн, уның күкрәгенән ҡоштар осоп сыҡҡандай, бихисап маркалар осоп сыҡты. Беҙҙең илдең күп кешеләре уның ҡәҙерле йөҙөн күреп, беҙҙең тормошта шиғриәткә лә урын барлығын аңлар».

«Рәсәй Почтаһы»ның генераль директоры Николай Подгузов барыһын да юбилей маркаһы сығыуы менән ҡотланы. «Мостай Кәрим – ул беҙҙең замандың иҫ китмәле ҙур шәхесе, фронтовик, элемтәсе, дәүләт эшмәкәре, һәм, иң мөһиме, Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, уның хаҡта хәтер уның хеҙмәттәрендә һаҡлана», - тип билдәләне ул.

«Марка» акционер йәмғиәтенең генераль директоры Артем Адибеков йыл һайын почта түләүе өсөн 150 дәүләт знактары сыҡҡанын әйтеп үтте. «Әлбиттә, улар бик етди һайлау аша үтә, сөнки иң мөһим темаларҙы һәм персоналарҙы һайлар кәрәк. Мостай Кәримдең 100 йыллығы – илебеҙ өсөн бик мөһим һәм кәрәкле тема икәненә бер ҙә шигем булманы. Мостай Кәрим ғәжәйеп тормош юлын үткән, ул үҙ иленең бар ҡыйынлыҡтары һәм һынауҙары тулы тормошо менән йәшәгән. Һәм ул уны бик намыҫлы йәшәй алған», - тине Артем Адибеков.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Мостай Кәримдең юбилей маркаһын сығарыу – ул Башҡортостан өсөн бик мөһим тарихи ваҡиға, тип әйтеп үтте. «Мостай Кәрим – ул башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, ул башҡорт еренә тоғро ҡалды, уның хаҡта яҙҙы һәм уға дан йырланы», - тип өҫтәне Асҡар Абдразаҡов.

Почта маркаһында башҡорт тәбиғәте фонында Мостай Кәримдең портреты ҡуйылған. Художник-дизайнер - Хәниә Бәҙретдинова.

Рәсәйҙең бар почта бүлексәләренә килгән маркалар тиражы 128 мең дана тәшкил итте.