Новости

Восхождение на пик Мустая Карима будет посвящено 100-летию народного поэта Башкортостана

5 августа 2019
58498643e2d28ac19e7c0be4b561a6ef

20 октября 2019 года в Башкирии и за ее пределами пройдут мероприятия, посвященные 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима. В честь этой знаменательной даты Башкирское отделение Русского географического общества организует очередную экспедицию на Кавказ с восхождением на пик Мустая Карима. Высота вершины — 3700 м.

В состав группы вошли опытный альпинист, руководитель восхождения Александр Лынник, заслуженный путешественник России, мастер спорта по туризму Олег Лукьянов, руководитель медиа-группы БРО РГО, автор программы «Моя планета – Башкортостан» Рустам Сиразетдинов, «Уральский Барс» №1 Олег Чегодаев. Координатор и инициатор проекта — писатель Камиль Зиганшин.

«Мустафа Сафич не раз бывал на Кавказе, любил эту землю, горы и гостеприимный народ. Его связывала большая дружба с народными поэтами Кайсыном Кулиевым, Расулом Гамзатовым, Алимом Кешоковым», — отметил Камиль Зиганшин.

График восхождения составлен так, чтобы достичь верхнюю точку пика именно в день рождения поэта. С нее планируется организовать прямой репортаж по спутниковому каналу связи.

В этом непростом восхождении, учитывая время года, техническую поддержку будут оказывать спасатели Эльбрусского высотного поисково-спасательного отряда МЧС Кабардино-Балкарии: Тахир Татчаев (заслуженный спасатель РФ), Ахмад Мишаев (спасатель международного класса), Азнаур Аккаев (спасатель международного класса, восходитель на Эверест, Лхоцзе, Макалу).

Имя Мустая Карима было присвоено пику в Кабардино-Балкарской Республике на главном Кавказском хребте в Чегемском ущелье 7 июля 2018 года. На гору поднялась группа альпинистов из Башкирии и Кабардино-Балкарии, которая дала безымянной вершине имя народного поэта Башкортостана.

20 октября 2019 года исполнится 100 лет со дня рождения Мустая Карима. В соответствии с распоряжением Правительства России, празднование юбилея пройдёт на федеральном уровне.

_____

2019 йылдың 20 октябрендә республикабыҙҙа һәм унан ситтә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыла. Ошо мөһим дата уңайынан Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе Мостай Кәрим сусағына күтәрелеү өсөн Кавказға сираттағы экспедиция ойоштора. Түбәнең бейеклеге — 3700 метр.

Төркөм составына тәжрибәле альпинист, экспедиция етәксеһе Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе, туризм буйынса спорт мастеры Олег Лукьянов, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе медиа-төркөмө етәксеһе, «Минең планетам – Башҡортостан» программаһы авторы  Рөстәм Сиражетдинов, 1-се «Урал Барыҫы» Олег Чегодаев инде. Проекттың координаторы һәм инициаторы — яҙыусы Камил Йыһаншин.

«Мостафа Сафа улы бер нисә тапҡыр Кавказда булған, ошо ерҙе, тауҙарҙы һәм ҡунаҡсыл халыҡты яратҡан. Уны халыҡ шағирҙары Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Алим Кешоков менән дуҫлыҡ ептәре бәйләгән», — тип билдәләне Камил Йыһаншин.

График тап шағирҙың тыуған көнөндә иң юғары нөктәгә менеп етеү иҫәбе менән төҙөлгән. Унан спутник элемтә каналы буйынса тура репортаж ойоштороу күҙаллана.

Ошо еңел булмаған күтәрелеүҙә, йыл миҙгелен иҫәпкә алып, Ҡабарҙы-Балҡар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Эльбрус эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары: Таһир Татчаев (Рәсәйҙең атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы), Әхмәт Мишаев (халыҡ-ара класлы ҡотҡарыусы), Азнаур Аккаев (халыҡ-ара класлы ҡотҡарыусы, Эверест, Лхоцзе, Макалу тауҙарына артылған) техник ярҙам күрһәтә.

Ҡабарҙы- Балҡар Республикаһындағы Баш Кавказ һыртының Чегем тарлауығында урынлашҡан сусаҡҡа Мостай Кәрим исеме 2018 йылдың 7 июлендә бирелде. Бейеклеккә Башҡортостандан һәм Ҡабарҙы-Балҡарҙан альпинисттар төркөмө артылды һәм исемһеҙ тау түбәһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен ҡушты.

2019 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәрим тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарары менән юбилейҙы билдәләү федераль кимәлдә үтәсәк.

Источник: Башинформ