Новости

В Кабардино-Балкарии появился пик имени Мустая Карима
10.07.2018

И люди, как горы: чем выше,
Тем круче судьба и трудней,
И риском подъем ее дышит,
И грозы бушуют над ней.
Вверху… Но высоты, конечно, -
Не званье, не место, не чин –
Такое величье не вечно.
Нет, я - о высотах вершин…
Мустай Карим. «И люди, как горы» из «Кабардино-Балкарской тетради»

На днях Башкирское региональное отделение Русского географического общества организовало экспедицию в Кабардино-Балкарию. Целью было восхождение на безымянную вершину Главного Кавказского хребта, высота которого 3555 метров над уровнем моря, и накануне столетнего юбилея народного поэта Башкортостана присвоение пику имени Мустая Карима.

Вершина выбрана неслучайно – рядом высится пик народного поэта Кабардино-Балкарии Кайсына Кулиева – большого друга Мустая Карима. В Чегемском ущелье также возвышается пик другого великого поэта Кабардино-Балкарии Алима Кешокова. Пик башкирского литератора стал третьим в Чегемском ущелье.

Перед восхождением у памятника Кайсыну Кулиева состоялась встреча экспедиции с писателями республики, представителями республиканских властей и жителями Нальчика.

«Теперь уже третья вершина в Чегемском районе будет носить имя известного и всеми любимого поэта – Мустая Карима. Очень важно это событие для воспитания нашего подрастающего поколения в духе интернационализма и дружбы. Эта плеяда легендарных личностей, сыновей своего народа, служит для потомков примером, о котором будет говорить еще долгие годы», – отметил заместитель председателя парламента республики Салим Жанатаев.

На митинге председатель Русского географического общества, заслуженный работник культуры Российской Федерации и Республики Башкортостан, лауреат Республиканской премии им. Салавата Юлаева Камиль Зиганшин отметил историческую важность этого события: «Мало кто сделал столько, сколько они, для авторитета и узнаваемости своей республики, своей страны. Это красивое и важное мероприятие для укрепления дружбы народов между нашими республиками».

Также Камиль Зиганшин зачитал письмо от директора Фонда имени Мустая Карима Альфии Каримовой и учредителей фонда - Ильгиза Каримова и Тимербулата Каримова.

Фонд имени Мустая Карима выразил сердечную благодарность руководству Кабардино-Балкарии и Союзу писателей республики за решение присвоить имя Мустая Карима одной из вершин Чегема.

«Мустай Карим не раз бывал в Кабардино-Балкарии, любил вашу землю, ваши горы, ваш народ. Его связывала большая дружба с Кайсыном Кулиевым, Алимом Кешоковым, Адамом Шогенцуковым, Бертом Гуртуевым. "А я и не знал, что высокое солнце - теплей, а я и не знал, что далекие звезды - светлей", – написал Мустай Карим в 1962 году в своей кабардино-балкарской тетради в стихотворении, посвященном другу Кайсыну Кулиеву. Два великих поэта не только красиво по-братски дружили. Своим творчеством и примером научили и наши народы настоящей дружбе. Они завещали нам ценить и беречь самобытную культуру каждого этноса. И этим на века проложили мост между сердцем Кавказа и душой Урала. По этому незыблемому мосту и состоится восхождение на Кавказский хребет, где теперь рядом с пиком Кайсына Кулиева появилась еще одна географическая точка – пик имени Мустая Карима. И взирая на это с далеких звезд, они возрадуются вместе с нами: друзья вновь рядом, а солнце их творчества засияло с удвоенной силой», – говорится в письме.

После теплой встречи и напутствий участники экспедиции, в составе которого были 4 представителя Республики Башкортостан и 5 альпинистов из Кабардино-Балкарии – спасателей МЧС и опытных инструкторов Кавказского поисково-спасательного отряда, направились в трудный поход. Им предстояло преодолеть ледники, горные реки, огромные валуны, которые альпинисты называют «мордобоями», морены (обломки пород, скапливающиеся у края ледника), а также подниматься по крутым склонам в тумане. Как подчеркивают башкирские альпинисты, без коллег из Кабардино-Балкарии им пришлось бы очень нелегко.

Путь был преодолен за 18 часов. И вот 7 июля в 12.30 по московскому времени доселе безымянный пик был назван пиком Мустая Карима.

Теперь всех альпинистов будет встречать памятная доска с портретом поэта и строками из стихотворения «Мечта» из цикла «Кабардино-Балкарская тетрадь», написанная в 1969 году:

Я подымался на вершины гор,
И эхо отвечало мне сквозь дали.
Горой хотел я стать, и с этих пор
Мечтой моей навеки горы стали…

Так сбылась мечта Мустая Карима стать горой. И так два великих поэта и друга – Мустай Карим и Кайсын Кулиев, которые стали вершинами своих национальных литератур, теперь высятся вместе в Чегемском ущелье Главного Кавказского хребта.

Также по словам участника экспедиции, члена Русского географического общества, известного в республике барда и поэта Александра Лынника, на следующий год им предстоит экспедиция к Северному полюсу. И на флаге, который они собираются установить, будут изображены профили Мустая Карима и Кайсына Кулиева на фоне вершин, названных в их честь.


ГТРК "Башкортостан" о присвоении пику имени Мустая Карима

_____

Ҡабарҙы-Балҡарҙа Мостай Кәрим исемендәге тау үре барлыҡҡа килде

Кешеләр тауҙар шикелле -
Бейек булған һайын
Тормоштары бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
Мин дәрәжәне әйтмәйем,-
Ул мәңгелек түгел,
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел.
Юғары күңел гел генә
Аяҙ булып тормай,
Һағыш сорнай бик йыш уны
Йәки шиктәр тырнай...
Мостай Кәрим “Кешеләр тауҙар шикелле”, “Ҡабарҙы-Балҡар дәфтәренән”

Ошо көндәрҙә Рус география йәмғиәтенең Башҡорт региональ бүлексәһе Ҡабарҙы-Балҡарға экспедиция ойошторҙо. Уның маҡсаты – Баш Кавказ һыртының диңгеҙ кимәленән 3555 метр бейеклектә ҡалҡып торған исемһеҙ тау түбәһенә артылыу һәм Башҡортостандың халыҡ шағирының йөҙ йыллыҡ юбилейы алдынан шул үргә Мостай Кәрим исемен биреү. Был бейек тау юҡҡа ғына һайланманы – уның янында Мостай Кәримдең яҡын дуҫы, Ҡабарҙы-Балҡарҙың халыҡ шағиры Ҡайсын Кулиев исемендәге тау ҡалҡып тора. Чегем тарлауығында шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡарҙың икенсе бөйөк шағиры Алим Кешоков исеме менән аталған тау үре лә бар. Башҡорт әҙибе исеме менән ҡушылған тау – өсөнсөһө.

Тауға артылыр алдынан Ҡайсын Кулиев һәйкәле янында экспедиция ағзалары республика яҙыусылары, республика етәкселеге вәкилдәре һәм Нальчикта йәшәүсе халыҡ менән осрашты.

“Чегем районында хәҙер инде өсөнсө тау үре билдәле һәм һәр ккемебеҙ яратҡан шағир Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк. Был киләсәк быуынды интернационализм һәм дуҫлыҡ тойғоларын тәрбиәләүҙә бик мөһим роль уйнай. Ошо бер быуын легендар шәхестәр, үҙ халҡының улдары, йәштәребеҙгә өлгө булып, тағы оҙаҡ йылдар телдән төшмәҫ”, - тип әйтеп үтте республика парламентының рәйес урынбаҫары Сәлим Жанатаев.

Митингыла Рус география йәмғиәтенең рәйесе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Камил Йыһаншин шулай уҡ был ваҡиғаның тарихи әһәмиәтен билдәләп үтте: “Үҙ республикаһын, үҙ илен танытыу, абруйын күтереү өсөн уларҙай эшләгәндәр бик аҙҙыр. Был матур һәм мөһим сара беҙҙең республикала йәшәүсе халыҡтар дуҫлығын нығыта”.

Шулай уҡ Камил Йыһаншин Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, фонд учредителдәре Илгиз Кәримов һәм Тимербулат Кәримовтың хатын уҡып ишеттерҙе.

Мостай Кәрим исемендәге фонд Ҡабарҙы-Балҡар етәкселегенә һәм республиканың Яҙыусылар Союзына Чегемдың бер бейек тауына Мостай Кәрим исемен биреү ҡарары өсөн ысын йөрәктән рәхмәтен белдерҙе.

“Мостай Ҡабарҙы-Балҡарҙа бер нисә тапҡыр булды, ул һеҙҙең ерҙәрҙе, тауҙарығыҙҙы, халҡығыҙҙы яратты. Уны Ҡайсын Кулиев, Алим Кешоков, Адам Шагенцуков, Берт Гуртуев менән оло дуҫлыҡ ептәре бәйләне... "Алыҫ ҡояш булы икән йылыраҡ, Бейек йондоҙ яна икән нурлыраҡ" - тип яҙҙы Мостай Кәрим 1962 йылда үҙенең дуҫы Ҡайсын Кулиевҡа “Ҡабарҙы-Балҡар дәфтәрендә”.

Ике бөйөк шағир бик матур, туғандарса дуҫ ҡына булып ҡалманы. Ижадтары һәм үҙ өлгөләре менән халыҡтарын да ысын дуҫлыҡҡа өйрәтте. Улар беҙгә һәр этностың үҙенсәлекле мәҙәниәтен ҡәҙерләүҙе һәм һаҡлауҙы васыят итеп ҡалдырҙы. Шуның менән Кавказ йөрәге һәм Урал күңеле араһында мәңгелек күпер һалынды. Ошо ныҡлы күперҙән Кавказ һыртына артылыу ҙа тормошҡа ашыр: хәҙер унда Ҡайсын Кулиев тау үре янында тағы бер географик нөктә барлыҡҡа киләсәк – ул да булһа Мостай Кәрим исемендәге тау үре. Һәм ошоға алыҫ йондоҙҙар аша ҡарап, улар йәнә бер шатлыҡ кисерер: дуҫтар тағы бергә, ә уларҙың ижад ҡояшы икеләтә нығыраҡ балҡый ”, - тип әйтелә был хатта.

Йылы осрашыу һәм изге теләктәрҙән һуң,экспедицияла ҡатнашыусылар (улар составында Башҡортостандың дүрт вәкиле һәм Ҡабарҙы-Балҡарҙан биш альпинист – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары һәм Кавказ эҙләнеү-ҡотҡарыу отрядының тәжрибәле инструкторҙары) ауыр походҡа сыҡты.

Уларға боҙлоҡтар, тау йылғалары, альпинистар “мордобой” тип атаған ҙур таштар, морендар (боҙлоҡ тирәләй йыйылған төрлө породалар һыныҡтары) аша үтергә һәм шулай уҡ тауҙың текә битенән томанда күтәрелергә тура килде. Беҙҙең башҡорт альпинистары әйтеүенсә, Ҡабарҙы-Балҡар коллегалары булмаһа, уларға был юл ҡыйынға тура килер ине.

Юл 18 cәғәт эсендә үтелде. Һәм бына 7 июль Мәскәү ваҡыты менән 12.30-ҙа бығаса исемһеҙ тау үре Мостай Кәрим исеме менән аталды.

Хәҙер инде бөтә альпинистарҙы иҫтәлекле таҡта ҡаршы аласаҡ. Унда шағир портреты һәм “Ҡабарҙы-Балҡар” циклынан 1969 йылда ижад ителгән “Хыял” шиғырының юлдары яҙылған:

Күтәрелдем бейек түбәләргә,
Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар.
Тауға ҡарап, тау булаһым килде.
Ах, хыялым минең – шул тауҙар...

Шағирҙың тау булыу хыялы тормошҡа ашты. Һәм хәҙер үҙ милли әҙәбиәттәренең үрҙәре булып күтәрелгән ике бөйөк шағир һәм дуҫ - Мостай Кәрим һәм Ҡайсын Күлиев - Баш Кавказ һыртының Чегем тарлауығында йәнәш ҡалҡып тора.

Әммә был ғына түгел. Экспедицияла ҡатнашыусы, Рус география йәмғиәтенең ағзаһы, республикала билдәле бард һәм шағир Александр Лынник әйтеүенсә, киләһе йыл улар Төнъяҡ ҡотопҡа юл тотасаҡ. Һәм шунда ҡуйылырға тейеш флагта Мостай Кәрим менән Ҡайсын Кулиевтың профилдәре шағирҙар исемдәре менән аталған тауҙар фонында һүрәтләнәсәк.