Новости

Фильм «Сестрёнка» завоевал награды Всероссийского фестиваля визуальных искусств

16 июля 2019
0e2671ef45103bfc6b00cf48f4470e74

Фильм «Сестрёнка» по повести Мустая Карима «Радость нашего дома» получил награды XXIII Всероссийского фестиваля визуальных искусств. Торжественная церемония награждения состоялась 12 июля во Всероссийском детском центре «Орлёнок» в Краснодарском крае.

В номинации «Кинематограф» «Сестрёнка» получила приз зрительских симпатий, а также диплом III степени. Александр Галибин награждён дипломом за лучшую режиссёрскую работу, актёр Арслан Крымчурин и актриса Марта Тимофеева - дипломами за лучшую детскую роль, Юсуф Рахметов - за лучшую детскую роль второго плана, Янина Боуден - за лучшую работу художника по костюмам. Кроме того, оргкомитет премии за доброту в искусстве «На благо мира» наградил Александра Галибина специальным призом.

XXIII Всероссийский фестиваль визуальных искусств проходил в детском центре «Орлёнок» с 5 по 13 июля. В фестивале приняли участие около 4 тысяч детей и подростков со всей России.

В программу фестиваля вошли более 60 художественных и анимационных фильмов. Детское жюри оценивало работы по номинациям «Кинематограф», «Анимация» , «Режиссёры 21 века», «Телевидение», «Клипстим», «Фотокросс» и «Новые лица».

Фестиваль визуальных искусств проводится ежегодно при поддержке Министерства культуры РФ, Министерства просвещения РФ, Фонда президентских грантов. Президент фестиваля - заслуженный деятель искусств РФ Борис Грачевский.

На прошлой неделе «Сестрёнка» получила приз Международного детского кинофестиваля «Алые паруса Артека» в номинации «Самый добрый фильм». Марта Тимофеева, исполнившая одну из главных ролей в фильме, победила в номинации «Лучшая девочка-актриса».

Фильм «Сестрёнка» снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры РФ и Фонда имени Мустая Карима. Картина приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана. Премьера фильма и его дальнейший прокат запланированы на сентябрь 2019 года.

___

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә наградалар менән билдәләнде. Бүләкләү тантанаһы 12 июль Краснодар өлкәһендә «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үтте.

«Кинематограф» номинацияһында «Һеңлекәш» фильмы тамашасалыр һөйөүе призына һәм III дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Александр Галибин шулай уҡ иң яҡшы режиссер эше тигән диплом менән, актёрҙар Арыҫлан Ҡырымсурин һәм Марта Тимофеева – иң яҡшы балалар ролдәре дипломдары менән, Йософ Рәхмәтов – икенсе пландағы иң яҡшы бала роле өсөн дипломы менән, Янина Боуден – иң яҡшы костюмдар буйынса рәссам дипломы менән бүләкләнде. Шулай уҡ ойоштороу комитеты сәнғәттәге изгелек өсөн Александр Галибинды «На благо мира» махсус призы менән дә билдәләп үтте.

XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивале «Орлёнок» балалар үҙәгендә 5-13 июль үткәрелә. Фестивалдә бар Рәсәйҙән 4 мең бала һәм үҫмер йыйыла.

Фестиваль программаһына 60-тан ашыу нәфис һәм анимацион фильмдар инде. Балалар жюриһы эштәрҙе «Кинематограф», «Анимация» , «21 быуат режиссерҙары», «Телевидение», «Клипстим», «Фотокросс» һәм «Яңы йөҙҙәр» номинацияларында билдәләне.

Визуаль сәнғәттәр фестивале йыл һайын РФ мәҙәниәт министрлығы, РФ мәғариф министрлығы, Президент гранттары Фонды булышлығында үткәрелә. Фестиваль президенты – РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Борис Грачевский.

Үткән аҙнала «Һеңлекәш» фильмы «Артектың ал елкәндәре» халыҡ-ара балалар кинофестиваленең «Иң изгелекле фильм» номинацияһында приз яуланы. Фильмда төп ролдәрҙең береһен уйнаған Марта Тимофеева «Иң яҡшы ҡыҙ-актриса» номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде.

«Һеңлекәш» фильмын РФ мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Һүрәт Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған.

Фильм премьераһы һәм артабанғы прокаты 2019 йылдың сентябренә планлаштырылған.