Новости

Фильм «Сестрёнка» получил приз кинофестиваля «Алые паруса Артека»
09.07.2019

Художественный фильм «Сестрёнка» по повести Мустая Карима получил приз Международного детского кинофестиваля «Алые паруса Артека» в номинации «Самый добрый фильм». Марта Тимофеева, исполнившая одну из главных ролей в фильме, победила в номинации «Лучшая девочка-актриса».

27-й кинофестиваль «Алые паруса Артека» проходит в Республике Крым с 3 по 9 июля. В конкурсную программу кинофестиваля вошли полнометражные и короткометражные игровые и анимационные картины из России, Китая, США, Германии. Конкурсные работы оценивало детское жюри. Победители были награждены дипломами и получили главный приз фестиваля - статуэтку золотого кораблика.

Фестиваль проходит ежегодно при поддержке Министерства культуры РФ, Министерства просвещения России, Правительства Москвы, Департамента национальной политики и межрегиональных связей г. Москвы, Министерства культуры Республики Крым, Министерства культуры Московской области, Союза кинематографистов РФ, МДЦ «Артек», Госфильмофонда РФ, Дома Кино СК РФ.

Фильм «Сестрёнка» снят кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры РФ и Фонда имени Мустая Карима. Режиссёр картины - народный артист России Александр Галибин.

В основе фильма лежит повесть Мустая Карима «Радость нашего дома». Картина приурочена к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана.

Специальные показы киноленты состоялись в Санкт-Петербурге на фестивале «Виват кино России!», в Плёсе на фестивале имени Андрея Тарковского «Зеркало», в Магадане на фестивале «Территория» и в Светлогорске на фестивале «Балтийские дебюты».

Премьера фильма и его дальнейший прокат запланированы на сентябрь 2019 года.

_____

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы «Артектың ал елкәндәре» халыҡ-ара балалар кинофестиваленең «Иң изгелекле фильм» номинацияһында приз алды. Фильмда төп ролдәрҙең береһен уйнаған Марта Тимофеева «Иң яҡшы ҡыҙ-актриса» номинацияһында еңеү яуланы.

«Артектың ал елкәндәре» 27-се кинофестивале Ҡырым Республикаһында 3-9 июлдә үтә. Кинофестивалдең конкурс программаһына Рәсәй, Ҡытай, АҠШ, Германиянан тулы һәм ҡыҫҡа метражлы нәфис һәм анимацион фильмдар инде. Конкурс эштәрен балалар жюриһы баһаланы. Еңеүселәр диплом һәм фестивалдең төп призы – кескәй алтын ҡарап статуэткаһы менән бүләкләнде.

Фестиваль РФ мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй мәғариф министрлығы, Мәскәү Хөкүмәте, Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәт һәм регион-ара бәйләнеш Департаменты, Ҡырым Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Мәскәү өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы, РФ кинематографистар Союзы, «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәге, РФ Дәүләт фильмофонды, РФ кинематографистар Союзының Кино Йорто булышлығында йыл һайын үтә.

«Һеңлекәш» фильмын РФ мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Һүрәт режиссеры -Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Галибин.

Фильм нигеҙендә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы. Һүрәт Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған.

Кинотаҫманы махсус күрһәтеү саралары Санкт-Петербургтағы «Виват кино России!» фестивалендә, Плёста Андрей Тарковский исемендәге «Зеркало» XIII Халыҡ-ара кинофестивалендә, Магадандағы «Территория» фестивалендә һәм Светлогорскиҙа «Балтик дебюттары» фестивалендә уҙҙы.

Фильм премьераһы һәм уның артабанғы прокаты 2019 йылдың сентябренә планлаштырылған.