Новости

В Алматы состоялось торжественное открытие улицы имени Мустая Карима
09.07.2019

В Ауэзовском районе Алматы состоялось торжественное открытие улицы, носящей имя народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

В церемонии приняли участие аким города Алматы Бакытжан Сагинтаев, Чрезвычайный и Полномочный Посол Республики Казахстан в Российской Федерации Имангали Тасмагамбетов, министр культуры и спорта РК Актоты Раимкулова, учредитель Фонда имени Мустая Карима, внук поэта Тимербулат Каримов, писатель, Заслуженный деятель Казахстана, академик Российской академии педагогических и социальных наук Сабит Досанов, поэты и писатели Казахстана и России, представители этнокультурных объединений и молодежных организаций.

«Поздравляю всех с важным событием — присвоением имени Мустая Карима одной из улиц нашего мегаполиса. Теперь имя Мустая Карима навсегда вписано в историю культуры нашей страны. Это дань уважения высокому литературному мастерству, богатому творческому наследию яркого представителя братского башкирского народа. Мустай Карим — великий поэт, писатель, публицист, выдающийся общественный деятель, он внес огромный вклад в мировую литературу. Его творчество является духовным наследием не только башкирского народа, но и всего тюркского мира. А книги переведены на десятки языков. Уверен, сегодняшние события в Алматы дадут большой импульс развитию межкультурных и гуманитарных связей между Казахстаном и Россией, Башкортостаном и Алматы, между нашими братскими народами», — сказал аким Алматы Бакытжан Сагинтаев.

В адрес акима города от врио Главы Башкортостана Радия Хабирова поступила благодарность, которая была зачитана на церемонии. «Названная в честь Мустафы Сафича одна из улиц славного города Алматы свидетельствует об искренних братских чувствах казахского народа к башкирам, бережном отношении к нашей общей тюркской культуре и традициям. Для нас бесценно высокое признание жителями города творчества Мустая Карима», — говорится в благодарности.

Министр культуры и спорта Казахстана Актоты Раимкулова подчеркнула большое значение сегодняшнего события для двух братских народов, отметила неоценимый вклад Мустая Карима в мировую литературу и сообщила, что в библиотеках Казахстана хранится более 100 книг башкирского поэта.

«Мустай Карим любил Казахстан, любил приезжать сюда, в Алматы, где жили и творили его друзья, замечательные писатели и поэты. Их связывали крепкие братские узы, общность мироощущения, понимания ответственности перед своим читателем. Мало иметь талант, надо через душу пропустить радости и невзгоды, не согнуться, не предать себя и найти путь к сердцу читателя. Этому Мустай Карим учился прежде всего у Мухтара Ауэзова, с которым он встретился и подружился в Москве, куда тому пришлось переехать. Этому он учился у Сабита Муканова, у Габита Мусрепова, у своего фронтового друга Абу Сарсенбаева. Благодаря таланту своих друзей Джубана Муллдагалиева, Сырбая Мауленова, Зулькарная Сакиева, Шерхана Муртазаева и других, его поэзия, проза и драматургия зазвучала на казахском языке и нашла путь к сердцам читателей и театральных зрителей Казахстана. Его неизменно трогала чистота и широта вашего народа, он был благодарен своим читателям, живущим здесь», — отметил Тимербулат Каримов.

Академик, писатель Сабит Досанов рассказал о своей долгой дружбе с Мустаем Каримом. Он отметил мудрость его поэзии, богатство, красоту и мелодизм его языка. В честь большой дружбы казахский писатель даже назвал своего сына Мустаем.

Участники торжественной церемонии открыли мемориальную доску с названием улицы имени Мустая Карима. Студент Башкирского государственного университета Загит Гумеров прочитал стихи на башкирском и русском языках. Также церемонию украсило выступление алматинского этно-фольклорного ансамбля «Сазген сазы».

Решение о присвоении улице в Алматы имени Мустая Карима было принято в декабре 2018 года. «В Казахстане знают и любят творчество Мустая Карима. Для нас большая честь, что в преддверии 100-летнего юбилея писателя в Алматы появилась улица его имени, — отметил тогда Посол Республики Казахстан в РФ Имангали Тасмагамбетов. — Увековечивание памяти великих деятелей истории, культуры и искусства — важнейший вклад в будущее, дар новым поколениям».

Именем Мустая Карима названы улицы во многих населенных пунктах Республики Башкортостан, в том числе в Уфе. В январе 2018 года имя Мустая Карима было присвоено улице в Даниловском районе Москвы, в марте 2019 года — улице в Кировском районе Казани.

Открытие улицы в Алматы состоялось в рамках торжественных мероприятий, посвященных 100-летнему юбилею народного поэта Башкортостана. Также в программе мероприятий — Международная научно-практическая конференция «Мустай Карим — 100 лет» с участием литературоведов и историков Казахстана и России. На форуме обсудят вопросы творчества Мустая Карима, роль его личности и творчества в становлении и развитии башкирской поэтики и прозы в мировом литературном пространстве, мероприятия юбилейного мустаевского года.

Фото: Фонд имени Мустая Карима

_____

Алматының Әүәз районында Башҡортостан халыҡ шағирының исемен йөрөтәсәк урам асыу тантанаһы уҙҙы.

Тантанала Алматы ҡалаһы аҡымы Бәхетжан Сағинтаев, Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Иманғәле Тасмәғәмбәтов, Ҡаҙағстан Республикаһы мәҙәниәт һәм спорт министры Аҡтоты Рәйемҡолова, Мостай Кәрим исемендәге Фонд учредителе, шағир ейәне Тимербулат Кәримов, яҙыусы, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй педагогик һәм социаль фәндәре Академияһының академигы Сабит Досанов, Ҡаҙағстан һәм Рәсәй шағирҙары һәм яҙыусылары, этно-мәҙәни һәм йәштәр ойошмаларының вәкилдәре ҡатнашты.

«Барығыҙҙы ла мөһим ваҡиға – беҙҙең мегаполистың урамдарының береһенә Мостай Кәрим исеме ҡушыуы менән ҡайнар ҡотлайым. Хәҙер инде Мостай Кәрим исеме мәңгегә беҙҙең илебеҙҙең мәҙәниәт тарихына яҙылды. Был юғары әҙәби оҫталыҡҡа, ҡәрҙәш башҡорт халҡының вәкиленең бай ижади мираҫына ихтирам билдәһе. Мостай Кәрим – бөйөк шағир, яҙыусы, публицист, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, ул донъя әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шәхес. Уның ижады башҡорт халҡының ғына түгел, бар төрки донъяһының рухи мираҫы булып тора. Ә китаптары унлаған телдәргә тәржемә ителгән. Алматының бөгөнгө ваҡиғалары Ҡаҙағстан менән Рәсәй, Башҡортостан һәм Алматы, беҙҙең ҡәрҙәш халыҡтар араһындағы мәҙәни-ара һәм гуманитар бәйләнештәрҙең үҫешенә ҙур импульс бирәсәк», — тине Алматы аҡымы Бәхетжан Сағинтаев.

Тантана барышында ҡала аҡымы адресына Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт хаты уҡылды. «Данлы Алматы ҡалаһының бер урамы Мостафа Сафа улы исеме менән аталыуы ҡазаҡ халҡының башҡорттарға ҡарата ихлас ҡәрҙәшлек тойғолары булыуы, дөйөм төрки мәҙәниәт һәм традициялар хаҡында һөйләй. Беҙҙең өсөн Мостай Кәрим ижадына юғары баһа бик ҡәҙерле», — тиелә рәхмәт хатында.

Ҡаҙағстан Республикаһы мәҙәниәт һәм спорт министры Аҡтоты Рәйемҡолова бөгөнгө ваҡиғаның ике ҡәрҙәш халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген, Мостай Кәримдең донъя әҙәбиәтенә индергән оло өлөшөн билдәләп үтте һәм Ҡаҙағстан китапханаларында башҡорт шағирының 100-ән ашыу китаптары һаҡланыуы хаҡында белгертте.

«Мостай Кәрим Ҡаҙағстанды ярата ине, ул бында, уның дуҫтары – бик яҡшы яҙыусылар һәм шағирҙар йәшәгән һәм ижад иткән Алматыға килергә ярата ине. Уларҙы ныҡлы ҡәрҙәшлек ептәре, донъяға береш ҡараш, үҙ уҡыусың алдында яуаплылыҡ тойғоһо бәйләне. Һәләтле булыуы ғына аҙ, күңелең аша ҡыуаныс һәм аяныстарҙы үткәрер кәрәк, һынмаҫҡа, үҙ-үҙеңә тоғро ҡалырға һәм уҡыусың йөрәгенә юл табырға кәрәк. Быға Мостай Кәрим тәү сиратта Мөхтәр Әүәзовтан өйрәнә, ул уның менән Мәскәүҙә осрашып, дуҫлаша, яҙыусы ул ваҡытта башҡалаға күскән була. Быға ул Сабит Муҡанов, Ғәбит Мөсрәпов, үҙенең фронт дуҫы Әбү Сарсынбаевтан өйрәнә. Үҙенең дуҫтары Джубан Муллдағәлиев, Сырбай Мәүләнов, Зөлҡәрнәй Сакиев, Шерхан Муртазаев һәм башҡаларҙың таланты арҡалы уның шиғриәте, сәсмә әҫәрҙәре һәм драматургияһы ҡаҙаҡ телендә яңғырай башланы һәм Ҡаҙағстан уҡыусылары һәм театр тамашасылары йөрәгенә юл тапты. Ул һәр саҡ һеҙҙең халҡығыҙҙың сафлығы һәм күңел киңлеге менән һоҡланды, бында йәшәгән уҡыусыларына рәхмәтле булды», — тине Тимербулат Кәримов.

Академик, яҙыусы Сабит Досанов Мостай Кәрим менән оҙаҡ йылдар буйына һуҙылған дуҫлығы хаҡында һөйләп үтте. Ул уның шиғриәтенең тәрән мәғәнәһе, теленең байлығы, матурлығы һәм моңо тураһында ла әйтеп үтте. Оло дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡаҙаҡ яҙыусыһы хатта улына Мостай тип ҡуша.

Тантаналы сарала ҡатнашыусылар Мостай Кәрим урамы тип теркәлгән мемориаль таҡта астылар. Башҡорт дәүләт университеты студенты Заһит Ғүмәров башҡортса һәм русса шиғырҙарын ятлап күрһәтте. Шулай уҡ Алматаның «Сазген сазы» этно-фольклор ансамбленең сығышы ла тантананы биҙәне.

Алматының урамына Мостай Кәрим исемен ҡушыу тураһындағы ҡарар 2018 декабрендә ҡабул ителде. «Ҡаҙағстанда Мостай Кәрим ижадын беләләр һәм ҡәҙерләйҙәр. Яҙыусының 100 йыллыҡ юбилейы алдынан уның исеме менән аталған урамдың барлыҡҡа килеүе беҙҙең өсөн оло хөрмәт, — тине ул саҡта Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Иманғәле Тасмәғәмбәтов, — Тарих, мәҙәниәт һәм сәнғәттең бөйөк әһелдәренең хәтерен мәңгеләштереү – киләсәккә ҙур өлөш индереү, яңы быуындарға бүләк».

Мостай Кәрим исемле урамдар Башҡортостан Республикаһының бик күп йәшәү пунктарында, шулай уҡ Өфөлә лә бар. 2018 йылдың ғинуарында Мостай Кәрим исеме Мәскәүҙең Данил районындағы урамына, 2019 йылдың мартында – Ҡазандың Киров районы урамына бирелде.

Алматыла урам асыу Башҡортостан халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған тантаналы саралар сиктәрендә үтте. Шулай уҡ саралар программаһында – Ҡаҙағстан һәм Рәсәй әҙәбиәт белгестәре һәм тарихсылары ҡатнашлығында «Мостай Кәрим – 100 йыл» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция. Форумда Мостай Кәрим ижады, донъя әҙәби киңлегендә башҡорт шиғриәте һәм проза үҫеше өсөн уның шәхесе һәм ижадының роле, Мостай юбилей йылында үткәреләсәк башҡа саралар тураһында һөйләшеү алып барыласаҡ.