Новости

В Творческой мастерской имени Мустая Карима отметили 40 лет со дня создания фильма «В ночь лунного затмения»

16 мая 2018
D72b323258cbaeaaae059f0b5a1f26cc

В Творческой мастерской имени Мустая Карима отметили знаменательную дату. Ровно 40 лет назад прошла премьера художественного фильма «В ночь лунного затмения» по одноименной трагедии Мустая Карима. 

Художественный фильм на Свердловской киностудии в 1978 году снял режиссер Барас Халзанов – известный бурятский деятель кино, поэт, актер, он же сыграл Рыскул-бея. Известная российская актриса Наталья Аринбасарова сыграла в фильме роль Шафак, узбекская актриса Дилором Камбарова — Зубаржат, киргизский актер Советбек Жумадылов — дервиша, казахский актер Нуржуман Ихтымбаев — Ялсыгула. 

На встречу со школьниками и студентами были приглашены народная артистка СССР Гюлли Мубарякова, которая исполнила главную роль Танкабики, и один из кураторов фильма, председатель Союза кинематографистов Башкортостана Фарит Габитов.

Гюлли Мубарякова рассказала о разнице между актерской работой в театре и кино, о том, как ей помогала в ее первой роли молодая, но уже известная актриса Наталья Аринбасарова, о том, что свое 40-летие она отметила на съемочной площадке.

Фарит Габитов рассказал, что режиссер фильма Барас Халзанов после премьеры хотел снимать фильм о Салавате и как они долго искали объект по Салаватскому району.

«Несмотря на огромную популярность произведений Мустая Карима в Советском Союзе и в современной России, к сожалению, их экранизации при жизни Народного поэта Башкортостана практически не было, — отметила куратор мероприятия, писатель Зухра Буракаева. — Первая экранизация — это фильм режиссера Свердловской киностудии Бараса Халзанова. По словам режиссера, он выбрал трагедию неслучайно. Он сам известный бурятский поэт, и его в пьесе привлекла поэтика. Изначально он хотел создать поэтическую притчу вне времени и принадлежности к определенной нации. Поэтому была создана большая интернациональная команда из актеров Казахстана, Узбекистана, Кыргызстана, где и снимался фильм. Из башкирских актеров также сыграл Дивану Биктимер Муллабаев, который рано ушел из жизни (отец главного режиссера Туймазинского татарского театра Ильнура Муллабаева). Конечно же, современные дети мало знают о той эпохе, советском кино, но тем не менее, им было интересно слушать корифеев нашей культуры».

_____

Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтаханала күркәм датаны билдәләп үттеләр. Теүәл 40 йыл элек Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһы буйынса шул уҡ исемле нәфис фильмының премьераһы үтте.

Нәфис һүрәт Сведловск киностудияһында 1978 йылда режиссер Барас Халзанов тарафынан төшөрөлдө. Ул билдәле бурят кино эшмәкәре, шағир, актер, кинола Рыҫҡол бей ролен башҡарҙы. Күренекле Рәсәй актрисаһы Наталья Арынбаҫарова Шәфәҡ, үзбәк актрисаһы Дилором Ҡамбарова - Зөбәржәт, ҡырғыҙ актеры Советбек Жумадилов - Дәрүиш, казах актеры Нуржоман Ихтымбаев - Ялсығол ролдәрен башҡарҙы.

Уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуға Тәңкәбикәнең төп ролен уйнаған СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова һәм фильм кураторҙарының береһе, Башҡортостан кинематографистар союзының рәйесе Фәрит Ғабитов саҡырылды.

Гөлли Мөбәрәкова театр һәм кино актерҙары араһында ниндәй айырма булыуы, уның тәүге ролендә йәш, әммә билдәле актриса Наталья Арынбаҫарова нисек ярҙам итеүе, үҙенең 40 йәшен кино төшөргән мәлдә үткәрелеүе хаҡында бәйән итте.

Фәрит Ғабитов режиссер Барас Халзанов премьеранан һуң Салауат хаҡында фильм төшөрөргә теләүе һәм нисек итеп улар оҙаҡ итеп Салауат районы буйлап объекттар эҙләп йөрөгәндәре тураһында һөйләне.

"Мостай Кәрим әҫәрҙәре Советтар Союзында һәм хәҙерге Рәсәйҙә киң билдәле булһа ла, үкенескә ҡаршы, халыҡ шағиры иҫән саҡта уларҙың экран тормошо булманы тиерлек. Тәүге экранлаштырыу - Свердловск киностудияһы режиссеры Барас Халзанов төшөргән фильм. Режиссер әйтеүенсә, ул трагедияны осраҡлы рәүештә һайламаған. Билдәле бурят шағиры булараҡ, уны пьеса поэтикаһы ылыҡтырған. Фильм иң баштан уҡ ваҡыттан һәм ниндәйҙер айырым милләттән тыш шиғри нәҫер итеп уйланылған. Шуға ла Ҡазахстандан, Үзбәкстандан, фильм төшөрөлгән урын - Ҡырғыҙстандан интернациональ актерҙар төркөмө йыйылған. Башҡорт актерҙарынан Диуана роленә Биктимер Муллабаев саҡырылды, ул донъянан иртә китеп барҙы (Туймазы татар театрының баш режиссеры Илнур Муллабаевтың атаһы). Әлбиттә, хәҙерге балалар ул заман, совет киноһы тураһында бик аҙ белә, шулай ҙа уларға беҙҙең мәҙәниәт корифейҙарын тыңлауы ҡыҙыҡ булды", - ти сараның кураторы, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева.

Источник: Башинформ