Новости

Экранизация трагедии Мустая Карима «В ночь лунного затмения»: 40 лет спустя

14 мая 2018

15 мая в 13:30 в Творческой мастерской имени Мустая Карима пройдет просмотр кинофильма «В ночь лунного затмения» по одноименной трагедии Народного поэта Башкортостана. Также состоится встреча с Народной артисткой СССР Гюлли Мубаряковой и одним из кураторов фильма, ныне председателем Союза кинематографистов Башкортостана Фаритом Габитовым.

Премьера фильма Свердовской киностудии «В ночь лунного затмения» прошла в 1978 году. Это была по-настоящему интернациональная картина, которая объединила лучших актеров и участников съемочной группы со всей огромной страны: БАССР, Узбекская, Киргизская, Казахская советские республики… Режиссер – известный бурятский деятель кино, поэт, актер Барас Халзанов (он же сыграл Рыскул-бея).

Прошло сорок лет. Той страны уже нет. Но есть удивительная экранизация трагедии Мустая Карима, которая намеренно делалась вне принадлежности определенному народу или культуре. Уже в те годы Барас Цыретарович осознавал всю масштабность и глубину пьесы, которая к тому времени уже заняла свое место в репертуаре Башкирского академического театра и высоко оценена театральной критикой (пьеса была впервые поставлена Ш. Муртазиной, а в 1967 году спектакль был удостоен Государственной премии РСФСР им. К. С. Станиславского).

«Главное, что привлекает - поэтика автора. Неслучайно в фильме звучат в исполнении Иннокентия Смоктуновского стихи удивительного туркменского поэта ХVII века Махтумкули и отрывки из «Книги песнопений» армянского поэта XI века Григора Нарекаци, - писал режиссер в журнале «Советский экран» в 1978 году. - Когда началась работа над фильмом, каждый новый день ставил множество вопросов передо мной, художником Виктором Тихоненко и оператором Виктором Осенниковым, приглашенным из Алма-Аты. В работе с художником мы отталкивались от картин Николая Рериха, а с оператором пришли к мысли снимать как на цветной, так и на черно-белой пленке, на резких переходах от крупного плана к общему. Фактура нашего фильма: выжженная степь и камень, горы и небо. В них есть неподвижность и прочность, спорящие со временем. Их однообразная протяженность вызывает у человека удивление перед огромностью мира, желание найти в нем свое место. Для натурных съемок была выбрана Киргизия. Здесь нет буйства природы, нет щедрости красок, а есть ощущение какой-то уравновешенности, ощущение того, что всё это было века и пребудет надолго...»

Режиссеру удалось собрать прекрасный актерский состав. Главную роль Танкабике сыграла Гюлли Арслановна Мубарякова. В роли Диваны – башкирский актер Биктимер Муллабаев, который, к сожалению, рано ушел из жизни, но его дело продолжает сын - актер, театральный режиссер Ильнур Муллабаев (ныне – главный режиссер Туймазинского татарского театра). В роли Шафак – Наталья Аринбасарова, Зубаржат – Дилором Камбарова… Каждое имя в титрах – это легенды национального и советского кино.

_____

15 май 13.30 cәғәттә Мостай Кәрим исемендәге Ижади оҫтаханала "Ай тотолған төндө" кинофильмы күрһәтеләсәк, ул Башҡортостандың халыҡ шағирының шул уҡ исемле трагедияһы буйынса төшөрөлдө. Шулай уҡ СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова һәм фильм кураторҙарының береһе, әлеге мәлдә Башҡортостан кинематографистар союзының рәйесе Фәрит Ғәбитов менән осрашыу үтәсәк.

"Ай тотолған төндө" фильмының премьераһы Свердловск киностудияһында 1978 йылда үтте. Был ысын мәғәнәһендә интернациональ киноһүрәт, ул ҙур илдең иң һәйбәт актерҙарын һәм ижади төркөм ағзаларын бергә тупланы: БАССР, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡазахстан совет республикалары... Режиссеры - билдәле бурят кино эшмәкәре, шағир, актер Барас Халзанов (ул үҙе Рыҫҡол бей ролен башҡарҙы).

Ҡырҡ йыл үтте. Ул ил башҡа юҡ. Әммә Мостай Кәрим трагедияһының ғәжәйеп экранизацияһы бар, ул баштан уҡ айырым милләткә йәки мәҙәниәткә бәйле булмаһын тип ижад ителгәйне. Шул йылдарҙа уҡ Барас Цыретар улы пьесаның киң ҡоласын һәм тәрән мәғәнәһен аңлап эшләне. Пьеса иһә ул ваҡытта Башҡорт академия театрының репертуарында үҙ урынын биләгәйне һәм театр тәңҡитселәре тарафынан юғары баһа алғайны (уны тәү тапҡыр Ш. Мортазина сәхнәләштерҙе, ә 1967 йылда РСФСР-ҙың К. Станиславский исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды).

"Авторҙың поэтикаһы үҙенә ныҡ тартты. Фильмда юҡҡа ғына Иннокентий Смоктуновский башҡарыуында XVII быуатта йәшәгән ғәжәйеп төркмән шағиры Мәхтүмкули шиғыры һәм XI быуат әрмән шағиры Григор Нарекациның "Йыр-йырауҙар китабы"нан өҙөктәр уҡылманы, - тип яҙҙы режиссер 1978 йылда «Советский экран» журналында. - Фильмды эшләй башлау менән, һәр яңы көн минең, рәссам Виктор Тихоненко һәм Алма-Атанан саҡырылған оператор Виктор Осенников алдында яңы мәсьәләләр ҡуйҙы. Рәссам менән эшләгән саҡта беҙ Николай Рерих һүрәттәренән сығып эш иттек, ә оператор менән эре пландан дөйөм планға күскән саҡта, берсә төҫлө, берсә аҡ-ҡара пленкаға төшөрөргә тигән ҡарарға килдек. Беҙҙең фильм фактураһы: йәйрәп ятҡан ҡола дала һәм таштар, тауҙар һәм күк көмбәҙе. Уларҙа ваҡыт менән бәхәскә ингән тынлыҡ һәм ныҡлыҡ бар. Уларҙың һуҙылып киткән бер төрлөлөгө кешелә донъя ҙурлығы алдында ғәжәпкә ҡалыу, ошонда үҙ урыныңды табыу теләге уята. Тышҡы күренештәрҙе төшөрөү өсөн Ҡырғыҙстанды һайланыҡ. Бында тәбиғәт шашыныуы ла, төҫтәр байлығы ла юҡ, ә ниндәйҙер эске тотороҡлолоҡ, быларҙың барыһы ла быуаттар буйы булған һәм тағы әллә күпме буласаҡ әле, тигән тойғо..."

Режиссерға һоҡланғыс актерҙарҙы бергә туплай алған. Тәңкәбикәнең төп ролен Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова башҡарҙы. Дәрүиш ролендә - башҡорт актеры Биктимер Муллабаев, үкенескә ҡаршы, ул донъянан иртә китте, әммә уның эшен улы - актер, театр режиссеры Илнур Муллабаев дауам итә (әлеге ваҡытта ул Туймазы татар театрының баш режиссеры). Шәфәҡ ролендә - Наталья Арынбаҫарова, Зөбәржәт - Дилором Ҡамбарова... Титрҙарҙа һәр исем - ул милли һәм совет киноһының легендалары.


Фото: кадры из фильма «В ночь лунного затмения»