Новости

Фильм «Сестрёнка» вошёл в программу онлайн-фестиваля «Дубль дв@»

20 марта 2020
02b9c21f69552c1e708e24dfa1ceb2e5

6 апреля фильм «Сестрёнка», основанный на повести Народного поэта Башкортостана Мустая Карима «Радость нашего дома», покажут в рамках XI онлайн-фестиваля «Дубль дв@».

Фестиваль пройдет со 2 по 16 апреля при поддержке «Российской газеты». В его программу вошли 9 полнометражных российских фильмов, 10 короткометражных картин и 4 спектакля. Каждый из фильмов или спектаклей будет в открытом доступе в течение суток.

По результатам зрительского голосования фестиваль вручит призы зрительских симпатий лучшему фильму и лучшему спектаклю. Также будут работать два жюри: профессиональное жюри, которое возглавляет президент фестиваля «Окно в Европу» Армен Медведев, определит лауреатов конкурса полнометражных картин, жюри из студентов - киноведов ВГИКа - лучший короткометражный фильм.

Военная драма «Сестрёнка» снята кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Режиссёр - Народный артист Российской Федерации Александр Галибин. Лента вышла на экраны 19 сентября 2019 года к 100-летию со дня рождения Мустая Карима.

Показы «Сестрёнки» состоялись в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире, Тамбове, Ханты-Мансийске и под Туапсе. Международные показы картины прошли в Лондоне, Брюсселе и Вене.

Фильм удостоен многочисленных наград, среди которых: гран-при IV международного кинофестиваля «Евразийский мост», гран-при XVI международного благотворительного кинофестиваля «Лучезарный ангел», Спецприз фестиваля «Окно в Европу», приз зрительских симпатий и диплом III степени на XXIII Всероссийском фестивале визуальных искусств во Всероссийском детском центре «Орлёнок», приз зрительских симпатий на XVI Международном фестивале военно-патриотического фильма «Волоколамский рубеж», призы за лучшую режиссуру и операторскую работу XIII кинофестиваля исторического кино «Вече», приз за лучший фильм для детей на Кинофестивале имени Алексея Баталова «Журавли», приз за лучший полнометражный игровой фильм на VI Международном фестивале детского и семейного кино «Ноль Плюс», гран-при XV Международного православного Сретенского кинофестиваля «Встреча».

_____

6 апрель Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнгән «Һеңлекәш» фильмы XI «Дубль дв@» онлайн-фестиваль сиктәрендә күрһәтеләсәк. 

Фестиваль 2-16 апрель «Рәсәй газетаһы» булышлығында үтәсәк. Уның программаһына  9 тулы метражлы Рәсәйҙә сығарылған фильм, 10 ҡыҫҡа метражлы фильм һәм 4 спектакль инде. Һәр фильмды йәки спектаклде бер тәүлек әйләнәһендә барыһына ла ҡарау мөмкинлеге буласаҡ.

Тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса фестиваль иң яҡшы фильмға һәм иң яҡшы спектаклгә тамашасылар һөйөүе приздарын тапшыра. Элеккесә ике жюри эшләйәсәк: тулы метражлы һүрәттәрҙең лауреаттарын билдәләгән профессиональ жюри, уны «Европаға тәҙрә» фестиваленең президенты Армен Медведев етәкләй, һәм иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильмды билдәләгән жюри – ул Бөтә Рәсәй кинематография институтының кино белгестәре булыуға уҡыған студенттар.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Режиссёры – Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Александр Галибин. Экрандарға таҫма Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы  2019 йылдың  19 сентябрендә сыҡты.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир, Тамбов, Ханты-Мансийск ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде. Халыҡ-ара кимәлендә һүрәт Лондонда, Брюсселдә һәм Венала күрһәтелде.

Фильм байтаҡ наградалар яуланы, улар араһында:  IV «Евразия күпере» Халыҡ-ара кинофестивалендә гран-при, XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә гран-при,  «Европаға тәҙрә» фестиваленең махсус призы, «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә дипломын, XVI «Волоколамск рубежы» Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы, XIII «Вече» тарихи кино кинофестивалендә иң яҡшы режиссура һәм оператор эше өсөн приздар, Алексей Баталов исемендәге «Торналар» кинофестивалендә балалар өсөн иң яҡшы фильм призы, «Ноль Плюс» VI Халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм өсөн приз, «Осрашыу» XV халыҡ-ара православие Сретенск кинофестивалендә гран-при.