Новости

В Твери состоится специальный показ фильма «Сестрёнка»

12 марта 2020
F4b345c864880a965c4bde187fbb7766

22 марта в рамках празднования Всемирного дня поэзии под эгидой «Дома поэзии Андрея Дементьева» состоится специальный показ художественного фильма «Сестрёнка» по повести Народного поэта Башкортостана Мустая Карима «Радость нашего дома».

Спецпоказ пройдёт в 16:00 в киноконцертом зале «Панорама» (город Тверь, Смоленский переулок, дом 29). Также перед показом состоится встреча с творческой группой фильма.

Военная драма «Сестрёнка» снята кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Режиссёр - Народный артист Российской Федерации Александр Галибин. Лента вышла на экраны 19 сентября 2019 года к 100-летию со дня рождения Мустая Карима.

Показы «Сестрёнки» состоялись в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире, Тамбове, Ханты-Мансийске и под Туапсе. Международные показы картины прошли в Лондоне, Брюсселе и Вене.

Фильм удостоен многочисленных наград, среди которых: гран-при IV международного кинофестиваля «Евразийский мост», гран-при XVI международного благотворительного кинофестиваля «Лучезарный ангел», Спецприз фестиваля «Окно в Европу», приз зрительских симпатий и диплом III степени на XXIII Всероссийском фестивале визуальных искусств во Всероссийском детском центре «Орлёнок», приз зрительских симпатий на XVI Международном фестивале военно-патриотического фильма «Волоколамский рубеж», призы за лучшую режиссуру и операторскую работу XIII кинофестиваля исторического кино «Вече», приз за лучший фильм для детей на Кинофестивале имени Алексея Баталова «Журавли», приз за лучший полнометражный игровой фильм на VI Международном фестивале детского и семейного кино «Ноль Плюс», гран-при XV Международного православного Сретенского кинофестиваля «Встреча».

Всемирный день поэзии отмечается 21 марта. В этот день в «Доме поэзии Андрея Дементьева» подведут итоги IV Всероссийского конкурса молодых поэтов «Зелёный листок». В нынешнем году на него заявились представители 50 регионов России.

Традиция проведения ежегодного конкурса «Зелёный листок» и празднования в Твери Всемирного дня поэзии были заложены советским и российским поэтом, Лауреатом Государственной премии СССР, Заслуженным деятелем искусств Российской Федерации, Почётным гражданином Твери и Тверской области Андреем Дементьевым (1928-2018).

Андрей Дементьев был близким другом Мустая Карима. В октябре 2017 года он принимал участие в торжествах в Уфе по случаю 98-летия со дня рождения Мустая Карима и открыл мемориальную доску поэту на здании Башкирского государственного университета.

После ухода Андрея Дементьева память о его последнем посещении была увековечена мемориальной доской в Национальном молодёжном театре имени Мустая Карима в Уфе, где Андрей Дмитриевич в последний раз выступил перед башкортостанцами.

Одним из последних появлений Андрея Дементьева на большом экране стала документальная картина «Мустай», снятая кинокомпанией «Мастерская» Саиды Медведевой к 100-летнему юбилею классика башкирской литературы.

____

22 март Бөтә донъя шиғриәт көнөн байрам итеү сиктәрендә «Андрей Дементьевтың Шиғриәт йорто» эгидаһы аҫтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» нәфис фильмын махсус күрһәтеү сараһы ойошторола.

Махсус күрһәтеү сараһы 16:00  сәғәттә «Панорама» киноконцерт залында уҙа (Тверь ҡалаһы, Смоленск тыҡрығы, 29 йорт). Ҡарау алдынан шулай уҡ фильмдың ижади төркөмө менән осрашыу үтәсәк.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Режиссёры – Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Александр Галибин. Экрандарға таҫма Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы  2019 йылдың  19 сентябрендә сыҡты.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир, Тамбов, Ханты-Мансийск ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде. Халыҡ-ара кимәлендә һүрәт Лондонда, Брюсселдә һәм Венала күрһәтелде.

Фильм байтаҡ наградалар яуланы, улар араһында:  IV «Евразия күпере» Халыҡ-ара кинофестивалендә гран-при, XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә гран-при,  «Европаға тәҙрә» фестиваленең махсус призы, «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә дипломын, XVI «Волоколамск рубежы» Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы, XIII «Вече» тарихи кино кинофестивалендә иң яҡшы режиссура һәм оператор эше өсөн приздар, Алексей Баталов исемендәге «Торналар» кинофестивалендә балалар өсөн иң яҡшы фильм призы, «Ноль Плюс» VI Халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм өсөн приз, «Осрашыу»  XV халыҡ-ара православие Сретенск кинофестивалендә гран-при.

Бөтә донъя шиғриәт көнө 21 март үткәрелә. Был көндө «Андрей Дементьевтың Шиғриәт йорто»нда «Йәшел япраҡ» IV Бөтә Рәсәй йәш шағирҙар конкурсының еңеүселәре билдәләнәсәк. Быйыл конкурста Рәсәйҙең  50 регионынан  ҡатнашыусылар булды.

Йыл да үткәрелгән «Йәшел япраҡ» конкурсын һәм Тверҙә Бөтә донъя шиғриәт көнөн үткәреү йолаһына совет һәм Рәсәй шағиры, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Тверь ҡалаһы һәм Тверь өлкәһенең Почётлы гражданины Андрей Дементьев нигеҙ һалды (1928-2018).

Андрей Дементьев Мостай Кәримдең яҡын дуҫы ине. 2017 йылдың октябрендә ул Мостай Кәримдең тыуыуына 98 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә үткән тантаналы сараларҙа һәм Башҡорт дәүләт университеты бинаһында шағирға таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты.

Андрей Дементьев вафат булғандан һуң уның һуңғы килеүе Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында таҡтаташ менән мәңгеләштерелде – тап шунда Андрей Дмитриевич Башҡортостанда һуңғы тапҡыр сығыш яһаны.

Андрей Дементьевтың ҙур экрандарҙа иң һуңғы күренеүе – ул башҡорт әҙәбиәте классигының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Саида Медведеваның «Мастерская» кинокомпанияһы төшөргән «Мостай» документаль һүрәтендә булды.