Новости

Фильм «Сестрёнка» покажут в рамках кинофестиваля «Дух Огня» в Ханты-Мансийске

5 марта 2020
D7c9f10e249ccacb7863e3c8d6a2fa75

5-9 марта показы фильма «Сестрёнка», снятого режиссёром Александром Галибиным по повести Мустая Карима «Радость нашего дома», состоятся в рамках XVIII Международного фестиваля кинематографических дебютов «Дух Огня» в Ханты-Мансийске. 

Кинофестиваль «Дух Огня» проходит в Ханты-Мансийском автономном округе – Югре с 5 по 9 марта, его программа включает свыше 170 кинопоказов. В фестивале принимают участие представители более 15 стран: Украины, Финляндии, Португалии, Индии, Бразилии, Канады, Испании, Франции, Швейцарии, Аргентины, России и других.

Военная драма «Сестрёнка» снята кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Лента вышла на экраны 19 сентября 2019 года к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Показы «Сестрёнки» состоялись в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире, Тамбове и под Туапсе. Также специальные показы картины прошли в Лондоне, Брюсселе и Вене.

Фильм получил Гран-при IV Ялтинского Международного кинофестиваля «Евразийский мост», приз зрительских симпатий и диплом III степени на XXIII Всероссийском фестивале визуальных искусств во Всероссийском детском центре «Орлёнок», Гран-При и приз зрительский симпатий на XVI Международном благотворительном кинофестивале «Лучезарный ангел», приз зрительских симпатий на XVI Международном фестивале военно-патриотического фильма «Волоколамский рубеж», приз за лучший полнометражный игровой фильм на VI Международном фестивале детского и семейного кино «Ноль Плюс», приз за лучший фильм для детей на Кинофестивале имени Алексея Баталова «Журавли», Гран-при XV Международного православного Сретенского кинофестиваля «Встреча».

_____

5-9 март режиссёр Александр Галибиндың Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмы Ханты-Мансиҙа үткән XVIII Халыҡ-ара «Ут Рухы» кинематография дебюттары фестивале сиктәрендә күрһәтеләсәк.

 «Ут Рухы» кинофестивале Ханты-Манси автономиялы округында – Юграла 5-9 март үтә,  уның программаһына  170-тән ашыу кино күрһәтеү индерелгән. Фестивалдә 15-тән ашыу илдәр вәкилдәре ҡатнаша: Украина, Финляндия, Португалия, Һиндостан, Бразилия, Канада, Испания, Франция, Швейцария, Аргентина, Рәсәй һ.б.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Режиссёры – Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Александр Галибин. Экрандарға таҫма Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл айҡанлы  2019 йылдың  19 сентябрендә сыҡты.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир, Тамбов ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде. Шулай уҡ махсус күрһәтеү саралары  Лондонда, Брюсселдә һәм Венала үтте.

Фильм   IV «Евразия күпере» Халыҡ-ара Ялта кинофестивалендә гран-при, «Европаға тәҙрә» фестиваленең махсус призы, «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә дипломы, XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә гран-при һәм тамашасылар һөйөүе призы,  XVI «Волоколамск рубежы» Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы, «Ноль Плюс» VI Халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм өсөн приз, Алексей Баталов исемендәге «Торналар» кинофестивалендә балалар өсөн иң яҡшы фильм призы, «Осрашыу» XV халыҡ-ара православие Сретенск кинофестивалендә гран-при яуланы.