Новости

Фильм «Сестрёнка» получил Гран-при Международного православного Сретенского кинофестиваля

26 февраля 2020
Ea34458eb3f2e34f13ae5c7d196e3eef

Фильм режиссёра Александра Галибина «Сестрёнка», основанный на повести Мустая Карима «Радость нашего дома», получил Гран-при XV Международного православного Сретенского кинофестиваля «Встреча». Награда за лучшую мужскую роль присуждена Арслану Крымчурину, исполнившему роль Ямиля в фильме.

Церемония закрытия кинофестиваля прошла в Обнинске Калужской области. «Я считаю, что фестиваль стал большим и серьезным культурным явлением в жизни не только области, округа, но и всей нашей страны», - отметил в ходе церемонии полномочный представитель президента РФ в Центральном федеральном округе Игорь Щеголев.

Кинофестиваль «Встреча» организован в 2006 году при поддержке Министерства культуры Российской Федерации, Союза кинематографистов России и по благословению митрополита Калужского и Боровского Климента. Его целью является представление православного образа жизни при помощи киноискусства.

Юбилейный фестиваль прошёл в 11 городах Калужской области и был посвящен 75-летию Победы в Великой Отечественной войне. В конкурсную программу вошли 75 фильмов из 11 стран мира, среди которых Беларусь, Сербия, Швеция, Израиль, Швейцария, во внеконкурсную вошли еще 50 картин. Всего на кинофестиваль было подано более 300 заявок из 18 стран.

Военная драма «Сестрёнка» снята кинокомпанией «Мотор Фильм Студия» при поддержке Министерства культуры Российской Федерации и Фонда имени Мустая Карима. Лента вышла на экраны 19 сентября 2019 года к 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Показы «Сестрёнки» состоялись в рамках кинофестивалей в Москве, Санкт-Петербурге, Плёсе, Ялте, Светлогорске, Выборге, Волоколамске, Смоленске, Великом Новгороде, Тюмени, Владимире, Тамбове и под Туапсе. Также специальные показы картины прошли в Лондоне, Брюсселе и Вене.

Фильм получил гран-при IV Ялтинского Международного кинофестиваля «Евразийский мост», приз зрительских симпатий и диплом III степени на XXIII Всероссийском фестивале визуальных искусств во Всероссийском детском центре «Орлёнок», Гран-При и приз зрительский симпатий на XVI Международном благотворительном кинофестивале «Лучезарный ангел», приз зрительских симпатий на XVI Международном фестивале военно-патриотического фильма «Волоколамский рубеж», приз за лучший полнометражный игровой фильм на VI Международном фестивале детского и семейного кино «Ноль Плюс», приз за лучший фильм для детей на Кинофестивале имени Алексея Баталова «Журавли».

Источник: ТАСС

_____

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнеп, режиссёр Александр Галибин төшөргән «Һеңлекәш» фильмы «Осрашыу»  XV халыҡ-ара православие Сретенск кинофестивалендә Гран-при яуланы. Иң яҡшы ир-ат роле өсөн награда Йәмил ролен башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсуринға тапшырылды.

Кинофестивалде ябыу тантанаһы Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында үтте. «Фестиваль өлкә, округ өсөн генә түгел, ә бар илебеҙ өсөн ҙур һәм мөһим мәҙәни күренеш, тип һанайым», - тине церемония барышында РФ президентының Үҙәк федераль округындағы  тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Щеголев.

«Осрашыу» кинофестивале 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй кинематографистар Союзы булышлығында Калуга һәм Боровск митрополиты Клименттың фатихаһы менән ойошторолдо. Уның маҡсаты – киносәнғәт ярҙамында православие диненең асылына тап килгән тормошто сағылдырыу.

Юбилей фестивале Калуга өлкәһенең 11 ҡалаһында үтте һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Конкурс программаһына 11 илдең 75 фильмы инде, улар араһында  Беларусь, Сербия, Швеция, Израиль, Швейцария, конкурстан тыш тағы 50 һүрәт күрһәтелде. Барыһы кинофестивалгә 18 илдән 300 ғариза килде.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Экрандарға таҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл уңайынан  2019 йылдың  19 сентябрендә сыҡты.

«Һеңлекәш» фильмы кинофестиваль сиктәрендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Бөйөк Новгород, Төмән, Владимир, Тамбов ҡалаларында һәм Туапсе янында күрһәтелде. Шулай уҡ махсус күрһәтеүҙәр Лондонда, Брюсселдә һәм Венала үтте.

Фильм IV «Евразия күпере» Халыҡ-ара Ялта кинофестивалендә гран-при,  «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәттәр фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм III дәрәжә дипломы, XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә гран-при һәм тамашасылар һөйөүе призы,  XVI «Волоколамск рубежы» Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильмдар фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы, «Ноль Плюс» VI Халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм өсөн приз, Алексей Баталов исемендәге «Торналар» кинофестивалендә балалар өсөн иң яҡшы фильм приз яуланы.